Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:17

Муллаҡайҙа — “Аулаҡ өй”

Борон ҡыҙҙар ҡул эштәрен аулаҡ өйҙә, кис ултырғанда ыратҡан. Ул йола XIX быуат аҙағында — ХХ быуат башында киң таралған. Был ғөрөф-ғәҙәт буйынса хужалар өйҙә булмаған йортҡа, уйындар уйнау, ҡул эштәре эшләү маҡсатында, йәштәр йыйылып ултырыр булған. Ҡыҙҙар унда сигеү сигеп, кейем тегеп, таҡмаҡ әйтешеп, бейеп күңел асҡан, һуң ғына таралышҡан, бер-береһен оҙатышҡан. Ҡайһы ауылдарҙа аулаҡ аҙнаһына бер генә ойошторолған, уны сиратлап саҡырып үткәргәндәр. Ҡайсаҡ унда егеттәр ҙә килгән. Йәш-елкенсәк, әлбиттә, япа-яңғыҙ ғына ҡалмаған, улар менән, ғәҙәттә, берәй абруйлы кеше, йышыраҡ оло еңгә, булған.
Ошо йоланы тергеҙеп, Муллаҡай ауылы ағинәйҙәре Еңеү көнөнә арнап “Аулаҡ өй” байрамы ойошторҙо. Унда Муллаҡай ағинәйҙәре етәксеһе Зәлифә Фәйзуллина оло еңгә ролен башҡарҙы. Муллаҡайҙар күрше ауылдарҙан әхирәттәре —ағинәйҙәрҙе лә саҡырғайны. Был күңелле йоланы һәр саҡ гармун биҙәгән. Ғәфүр Түләбаев өҙҙөрөп уйнаған көйҙәргә Зәлиә Сәйфуллина, Рәйфә Минниханова, Гөлназ Әбдрәфиҡова, Миңлегөл Түләбаева, Зәлифә Фәйзуллина, Ғәлиә Ильясова, ауыл аҡһаҡалдары Мәғәфүр Фәйзуллин, Рәсүл Лоғамановтар халҡыбыҙҙың онотола барған “Ҡом бураны”, “Һайрай ҙа турғай, һайрай былбыл” йырҙарын иҫкә төшөрҙө, шулай уҡ ағинәйебеҙ Роза Ғәббәсова һүҙҙәренә Зәлифә Фәйзуллина ижад иткән “Беҙ —һуғыш балалары” йырын башҡарҙы. Әйтергә кәрәк, авторҙар тамырҙары менән Кәлсер ырыуы иләүендә генә түгел, башҡа яҡтарҙа ла үҙенең дауалау маһирлығы менән танылған Ҡыҙғы ауылы әүлиәһе йор һүҙле Имаметдин олатайға барып тоташа. Зәлифә һәм Роза апайҙарҙың сәсәнлеге һис шикһеҙ шул Имаметдин әүлиәнән килә.
Байрамда балалар “Сума өйрәк, сума ҡаҙ”, “Үҙән буйы” һәм заманында Ҡыҙғы ауылы йәштәре яратҡан уйындарҙың береһе “Түңәрәк”те (З. Фәйзуллина тергеҙгән) сәхнәләштерҙе. Сарала балаларҙың әүҙем ҡатнашыуы бигерәк ҡыуаныслы, сөнки халыҡ ижады, йолалары менән һуғарылып үҫкән йәш быуын киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге булып үҫә. Ошондай йолаларҙа ойошторолған уйындар аша улар зиһенле, сәләмәт, етеҙ, тырыш, тәртипле, берҙәм, илебеҙгә лайыҡлы алмаш булып үҫә, халҡыбыҙҙың үткән тарихы менән таныша, теленә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Уйын-көлкө, йыр-бейеү менән шаулап-гөрләп торҙо аулаҡ өй. Шулай күңелле йәшәгән беҙҙең ата-бабаларыбыҙ. Тырыш хеҙмәттән һуң рәхәтләнеп ял итә белгән. Халыҡ байрамдары — халыҡты милләт итеп берләштерә торған сараларҙың береһе. Улар милли ғорурлыҡ, милли мәҙәниәтте тәрбиәләргә ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә кешеләрҙә рухи ҡәнәғәтләнеү ҙә тыуҙыра. Бындай йолалар һәр кешенең йөрәк түрендә һаҡлана, сөнки йыр, бейеү, яңы көйҙәр башҡарыу, осрашыу — танышыуҙар ошо байрамдарҙа була. Улар уны ҡайҙа ғына булһа ла – үҙ ауылына, төбәгенә тартып тора. Байрамдарыбыҙ үҙеңде башҡалар алдында һынатмау, кешеләрҙә кире хистәр тыуҙырмау, матурлыҡта, етеҙлектә, дуҫлыҡта һынатмау өсөн көрәш майҙанына әҙерләгән. Йыр-бейеүгә маһир районыбыҙ ағинәйҙәре ҡунаҡҡа буш ҡул менән килмәгән. Китап битен асҡан кеүек һәр ауыл ҡунаҡтары бер йола күрһәтте. Зифа Абдуллина етәкләгән Ҡыҫынды ағинәйҙәре күстәнәскә йыр-бейеү менән һуғарылған ике өлөштән торған яугирҙы фронтҡа оҙатыу һәм ҡаршы алыу күренештәрен сәхнәләштерҙе. Тетрәндергес “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр” тип аталған һәм Еңеү көнөн һүрәтләгән мәлдәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тәүәкәс ауылы ағинәйҙәре Роза Ғәббәсова менән Гөлфисә Бәҙрәнованың сығыштары ла ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Күстәнәскә халҡыбыҙҙың онотола барған йырҙарын тергеҙеп алып килгән Физәлиә Ғәниева етәкселегендәге Тирәкле ағинәйҙәре сығышы менән генә түгел, зауыҡлы кейемдәре лә күңелдәрҙе әсир итте. Архангел ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Рәсимә Мөхәмәтйәрова башҡарған “Аулаҡ өй” йола бейеүе көслө алҡыштарға күмелде, бар халыҡ тиерлек уға ҡушылып рәхәтләнеп бейеп күңел асты. Моңло йырҙар, күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙар, дәртле бейеүҙәр һәр кемгә кәйеф өҫтәне. Район мосолман ҡатындары етәксеһе Мөнирә Лоҡманова менән районыбыҙ ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллина ошо матур сараны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы. Һәр саҡ әүҙем, дәртле, рухлы ағинәйҙәр йәштәргә бына тигән өлгө булып тора. Муллаҡайҙа үткәрелгән был сара милләтебеҙҙең йолаларға бай булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Зилә Фәйзуллина,
район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе
Читайте нас: