Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 18:23

“Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлайыҡ”

Республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, тәбиғәт парктары, балалар экологик ойошмалары һәм йәмәғәт берләшмәләре үҙ биләмәләрен йәшелләндереү һәм тәртипкә килтереү буйынса саралар планы әҙерләне.
“Парктар маршы” Халыҡ-ара акцияһында Башҡортостан 1996 йылдан ҡатнаша. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса ойошторолған сара йәмәғәтселектең, урындарҙағы властарҙың иғтибарын тирә-яҡты һаҡлау мәсьәләләренә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. “Парктар маршы”ның төп бурыстарының береһе — үҫмерҙәрҙең тәбиғәтте әүҙем һәм аңлы рәүештә һаҡлауға әйҙәү.
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге “Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлайыҡ” тип аталған район экологик конференцияһын ойошторҙо. Сарала тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың етәкселәре ҡатнашты.
Тәбиғәт һаҡсылары йыйынының тәүге өлөшө экологик белем биреү дәресе рәүешендә уҙғарылды. “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры Әлфиә Йортомбаева саҡырылған ҡунаҡтарҙы, конференцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне, әүҙем эшмәкәрлек, “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” ағзаларына уңыштар теләне. Артабан һүҙ баш ҡала ҡунаҡтарына бирелде. Улар Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығының тарихы, тәбиғәтте һаҡлауға ҡағылған мөһим һорауҙарға туҡталып, экологик туризмды үҫтереү, ҡурсаулыҡтың төп маршруттары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл булырға саҡырҙы.
1-се Архангел мәктәбенең география уҡытыусыһы, Рус география йәмғиәте ағзаһы Эльза Сәләхитдинова тәбиғәтте һәм тыуған яҡты өйрәнеүҙең әһәмиәте, ял итеү объекттары, балаларҙың тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәләренән тыш, көн үҙәгендәге сүп-сар, эсәр һыуҙарыбыҙҙың, һулар һауабыҙҙың сифатына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе лә күтәреп сыҡты һәм халыҡтың күп өлөшө тәбиғәтебеҙҙең аяныслы хәле тураһында аҙ мәғлүмәтле булыуы хаҡында иҫкәртте, экологик тәрбиә, белем биреүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
1-се Архангел мәктәбе уҡыусыһы Ҡотләмәтова Аделия үҙенең докладында геотуризм тураһында һөйләне, Аҫҡын мәмерйәһенең үҙенсәлектәре, мәктәп эсендә тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән эштәр менән таныштырҙы.
Етди экологик мәсьәләләр кешелеккә, киләсәгебеҙгә оло ҡурҡыныс янай. Әгәр тәбиғәткә битараф, иғтибарһыҙ булыуыбыҙҙы дауам итһәк упҡын ситенә килеп етәсәкбеҙ. Шуға күрә экологик дәрестәр, тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙы үткәреү бик урынлы.
Конференцияның икенсе өлөшөндә “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” ағзаларының “Беҙ таҙа һауа өсөн” тигән уйыны тәҡдим ителде. Бәйгелә 8 команда: 1-се Архангел мәктәбенән “Ботаники на Титанике”, Тәүәкәстән “Борцы экологического движения”, Валентиновканан “Чистая планета”, Ырныҡшынан “РЭП”, Тирәкленән “5+1”, Баҡалдынан “SOS”, Ҡыҙыл Еҙемдән “Чистый воздух”, Благовещенканан “Липка” ҡатнашты. Шаяндар һәм отҡорҙар йыйылған ерҙә һәр саҡ күңелле, яҡты хистәр, байрам кәйефе хакимлыҡ итә. Был юлы ла “Таныштырыу”, “Биотлон”, “Өйгә эш” тип аталған өлөштәрҙә сәхнәнән ҡыҙыҡлы көләмәстәр, матур миниатюралар, көтөлмәгән шаяртыуҙар ағылды. Балаларҙың үҙҙәренә генә хас булған алымдар, образдар аша ташып торған ихлас тойғолары, бирелеп уйнауҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Конкурстың кимәле йылдан-йыл үҫә. Быйылғы ярыш та бик күңелле, ойошҡан уҙҙы. Бигерәк тә Тирәкле командаһы шымарып бөткән. Улар сағыу номерҙары, сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙары менән айырылып торҙо. Тәүәкәстәр ҙә беренсе тапҡыр уйнауҙарына ҡарамаҫтан, ҡыйыу шаяртыуҙары менән алдырҙы. 1-се Архангел мәктәбенең йыр-моңға маһирлығы, көндәлек етешһеҙлектәрҙе көлкөгә һалып, оҫта итеп күрһәтеүҙәре көслө алҡыштар менән баһаланды. Шулай итеп һәр команда үҙҙәренең ныҡлы, етди әҙерлектәрен күрһәтте һәм лайыҡлы сығыш яһаны.
Һөҙөмтәлә, “Гран-при”ны Тирәкле мәктәбе алды . 1-се урын — 1-се Архангел командаһына, 2-се — Ырныҡшыларға, 3-сө — Баҡалды мәктәбе командаһына бирелде. Барлыҡ командаларға ла әүҙем ҡатнашҡандыры өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: