Оҙондар ауылы биләмәһендә киләһе йылда уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек саралары башланды. Ошо йәһәттән бөгөн һәр ауылда йорттарға номерҙар ҡуйыла.
Аҙна һайын экологик өмәләр ойошторола. Оло юл буйҙары, урамдар, ихата эстәре ҡый үләндәренән, ҡороған сыбыҡ-сабыҡтан таҙартыла, сүп өйөмдәре махсус урындарға сығарыла. Зыяраттар таҙартыуҙа ла ауыл кешеләре әүҙем ҡатнашты, бигерәк тә айытмәмбәттәр айырылып торҙо.
Халыҡ араһында сүп йыйыу, янғын хәүефһеҙлеге тураһында аңлатыу эштәре алып барыла. Ошо арала йыйылыштар уҙғарыласаҡ. Унда малдарҙы көтөүгә сығарыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм башҡа һорауҙар ҡараласаҡ.
Яҙғы ташҡындар үтһә лә Инйәр йылғаһының кимәле тикшерелеп тора.
Оҙондар ауыл биләмәһенең идарасыһы.