Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Май 2019, 18:23

Кеше һәм мал сирҙәрен иҫкәртеү

Беҙ барыбыҙ ҙа ваҡыты-ваҡыты менән хайуандар менән аралашабыҙ. Берәүҙәр, мал продукцияһы, икенселәр, уларҙы үрсетеү, шулай уҡ ҡулға эйәләштергән бүлмә хайуандарын аҫрау менән шөғөлләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, крәҫтиән хужалыҡтарында кеше һәм хайуан өсөн дөйөм йоғошло туберкулез, түләмә (себер язваһы), бруцеллез, ҡотороу, ҡырҡылсан (стрегущий лишай) һәм башҡа инфекцион һәм паразит сирҙәр ҙур иҡтисади зыян килтереүен дауам итә.
Түләмә — бик ҡурҡыныс йоғошло сир. Ауырыу споралар менән зарарланған һыу, тупраҡ, инфекцияланған хайуан йөнөнән тегелгән кейем-һалым, ите йәки һөтөнән йоға. Түләмәнең ҡуҙғатыусыһы — аэроб бациллаһы, ә сығанағы булып зарарланған хайуан тора.
Ҡотороу — ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәгән осраҡта үлемгә килтергән йоғошло ауырыу. Ул нервы системаһын зарарлай һәм баш мейеһенә тиклем барып етә. Кешегә ауырыу ҡырағай хайуандар, шулай уҡ эт, бесәй, һыйыр, йылҡы малы тешләгән, тырнаған саҡта күсә. Был осраҡта ваҡытында табипҡа күренеү урынлы. Яраланған ерҙе тегергә, спирт, йода менән эшкәртергә, алкогелле эсемлектәр ҡулланырға ярамай. Йәрәхәтте 10 минут буйы бер туҡтауһыҙ ағын һыу аҫтында һабын менән йыуырға ҡушыла. Ҡотороу ауырыуына юлыҡмаҫ өсөн йорт хайуандарына билдәләнгән прививкаларҙы яһатырға, уларҙа үҙгәрештәр һиҙелһә, йәрәхәтләнеүен йәки сәбәпһеҙ үлеүен күргәндә, мотлаҡ ветеринарға мөрәжәғәт итергә, кәрәк.
Туберкулез — ҡырағай һәм йорт хайуандарының йоғошло хроник сирҙәрҙең береһе. Ул кешегә ауырыу хайуандарҙан, улар йәшәгән ерҙәрҙән, мал продукцияһынан күсә. Иҫкәртеү өсөн йыл һайын флюорография үтеү һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ.
Бруцеллез — нерва һәм һөйәк тамыры системаларын, шулай уҡ һөйәк-быуын аппаратын зарарлаусы оҙайлы йоғошло сир. Бруцеллалар тирә-йүнгә сирле мал һөтө, бәүеле менән бүленеп сыға, мал итедә лә була. Кеше сирле мал менән туранан-тура бәйләнешлек иткән, шулай уҡ һөтөн, итен ҡулланған осраҡта зарарлана.
Бешмә (ящур) — кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, уға интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә эрозиялар барлыҡҡа килеүе хас. Вирус тышҡы мөхиткә һөт, бәүел, тиҙәк менән эләгә, ауырыу малдың итендә, ҡанында була.
Лептоспирозды зарарланған һыу ятҡылыҡтарында һыу ингәндә, уны ҡулланғанда, ауырыу хайуандарҙың ите, үләкһәһе, бүлендектәренән йоҡторорға мөмкин. Сирҙе профилактикалау маҡсатынан кимереүселәрҙе юҡ итергә, мал көтөүе һыу эскән ерҙәрҙә һыу инмәҫкә тәҡдим ителә.
Ҡырҡылсан — кешегә төрлө хайуандарҙан күсә торған тире ”бәшмәк” ауырыуы. Уны булдырмаҫ өсөн йорт хайуандарына вакцинация эшләү, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү хәйерле.
Марина Тетеркина,
эпизоотикаға ҡаршы отряд начальнигы.
Читайте нас: