Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Май 2019, 17:18

Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле йәғни район башҡорттары ҡоролтайы конференцияһы

19 апрелдә район башҡорттары ҡоролтайы конференцияһы үтте. Уның эшендә Хакимиәт аппараты вәкиле А.Ф.Мәҡсүтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары — Р.А.Күзбәкова, Г.Ш.Илсеғолова; шулай уҡ район Советы секретары Ф.Ф.Йортомбаев, социаль мәсьәләләр буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф.Ф.Хәсәнова ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының йомартлығы менән “Ихлас” фольклор ансамбле (етәксеһе Рәсимә Мөхәмәтйәрова) һәм “Табын” фолькор ансамбле (Сәриә Мағазова) милли аш-һыу һәм дәртле йыр-моң, бейеүҙәр менән ҡаршыланы. Шулай уҡ ҡул эштәре (Тәүәкәстән —Роза Ғәббәсова, Гөлнара Ташбулатова, Абҙандан — Ләлә Фәйзуллина, Гөлфинә Әбсәлиҡова) күргәҙмәһе лә иғтибар үҙәгендә булды.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Г.З.Закирова ауыл советтарынан 129 делегат килеүен белдереп ҡорҙо асты. Көн тәртибе ( пленар өлөш; сәләмләү; ҡоролтай рәйесенең отчет доклады; конференция резолюцияһы ҡарарын ҡабул итеү; V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына — делегаттар һайлау; башҡарма комитеттың яңы ағзаларын һайлау) менән таныштырып үтте. Артабан конференцияның регламенты билдәләнде, секретариаты (3 кеше) иҫәп- хисап (3) мандат (3), редакцион (5) комиссиялары составы һайланды.
Пленар өлөштә район хакимиәте башлығы исеменән ҡотлау сәләмдәре еткереп Фәрзәнә Фәсхетдин ҡыҙы ҡыҫҡаса телмәр тотто:
— Конференцияла беҙ бик әһәмиәтле һорауҙарҙы күтәрәбеҙ, иң мөһиме — башҡорт халҡының киләсәге тураһында уйланабыҙ, фекер төйнәйбеҙ. Архангел ерендә 20-нән ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. Милли байрамдарҙы һәр ваҡыт бергә билдәләйбеҙ. Бергәләп уңыштарға шатланабыҙ. Район ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҫеш юлынан бара,-тип райондың социаль-иҡтисади, мәҙәни тормошон яҡтыртты. Һуңғы биш йыл эсендә Ҡыҫынды, Тирәкле, Убалар, Зәйет ауылдарында мәсет асылыуы; Ҡыҙғыла һәм Яңы Шәрәйҙә төҙөлөш эштәре планлаштырылыуы; Айытмәмбәттә юбилей уңайынан башланғыс мәктәп төҙөлөшө, социаль торлаҡ, юл ремонтлау, учреждениеларҙы төҙөкләндереү, халыҡ йәшәйешен яҡшыртыу буйынса программалар, Хөкүмәт ярҙамы, рус соборы, татар, латыш, сыуаш мәҙәни үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге, милли коллективтар, мәктәптәрҙә бейеү түңәрәктәре булдырылыуы; Абҙандағы “Өмөт” халыҡ театры эшмәкәрлеге; Тирәклелә уҡыусыларҙың ҡурай түңәрәгенә йөрөүе; ағинәйҙәрҙең төрлө сараларҙа, дини байрамдарҙа ҡатнашыуы, йәш быуынға йолаларҙы еткереү һәм башҡалар яҡтыртылды.
— Бөгөн район башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың милли, рухи-әхлаҡи үҫешен күтәреүҙә, башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау буйынса, милли үҙаң тәрбиәләүҙә мәҙәни, дини һәм башҡа байрамдарҙа ихлас ҡатнашып, төрлө йүнәлештә маҡсатлы эш алып бара,-тине Фәрзәнә Фәсхетдин ҡыҙы. — Ҡоролтай эше һөҙөмтәле үтер тип ышанам, баш ҡала вәкилдәренең эшлекле сәфәргә килеүе өсөн рәхмәт белдерәм.
Гөлшат Закирова район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә арналған отчет доклады менән сығыш яһаны.
— Район тормошондағы әһәмиәтле сара — район башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылыуы менән барығыҙҙы ла ҡайнар ҡотлайым. Илем, телем, ерем, милләтем, тип янып йәшәгән өлкәндәр һәм шулай уҡ йәштәр ҡорға йыйылған. Тормошобоҙҙо яҡшыртыу, киләсәк быуын тураһында хәстәрлек күреү, ата-бабалар рухында, матур йолалар нигеҙендә Тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү — ҡоролтайҙың төп бурысы. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының әлеге составы 13 кешенән тора. Уларҙың күбеһе башҡарма комитет эсенә ингән алты комиссия эшмәкәрлегендә әүҙем эш алып барҙы. 2017 йылдың 17 мартынан алып башҡарма комитеттың 9 кәңәшмәһе уҙҙы. Унда көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелеп, башҡарылған эштәр буйынса йомғаҡ яһалды. Тел — аралашыу сараһы ғына түгел, ә милләттең рухи байлығы. Ошо хазинаны беҙ нисек һаҡлайбыҙ? Ҡәҙерен беләбеҙме? “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре” тураһындағы законыбыҙ бар. Ул һәр саҡ үтәләме? Ғөмүмән, телебеҙҙе яҡлау һәм һаҡлау өсөн ниндәй эштәр башҡарабыҙ? Әлбиттә, иң беренсе тел тураһында һүҙ барғанда, башҡорт теле уҡытыусыларының эштәренән тыш, районыбыҙҙың “Инйәр” гәзите өҙлөкһөҙ эш алып бара. Уның биттәрендә донъя күргән һәр мәҡәлә эсендә ауыл кешеләренең яҙмышы, район тарихы сағыла. Нисәмә йыл инде “Тулҡын” әҙәби-ижади берекмә уңышлы эшләй. Йыл һайын төрлө номинациялар буйынса лауреаттар билдәләнә. “Тулҡын” шиғри күңелле мәғариф, һаулыҡ һаҡлау ветерандарын, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, халҡы, теле өсөн янып йөрөүсе ағинәйҙәрҙе берләштерә. Ижад кисәләре, түңәрәк өҫтәлдәр, осрашыуҙар уҙғарылып тора. “Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен иң яҡшы яҡтыртыусылар” республика бәйгеһендә өсөнсө йыл рәттән 2-се урын алып “Инйәр” гәзите дипломға лайыҡ. Быйыл Ҡыҫындыла Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Мостай Кәрим ижадына арналған бик матур кисә үтте. Һөйләшеү шулай уҡ туған тел яҙмышы, уның киләсәге хаҡында барҙы. 2018 йылдың иҫтәлекле ваҡиғаһы булып “Тыуған илем — илһам иле” шиғри йыйынтығын сығарыу булды. Китаптың исем туйына “Китап” нәшриәте вәкилдәре, күренекле телселәр, ғалимдар саҡырылды. Редакция алтаҡталарҙағы хаталарҙы тикшереү буйынса ла эш алып бара. Район белем биреү учреждениеларында милли мәғарифтың хәле һәм уны үҫтереү мәсьәләләре буйынса 2017 йылдың 16 майында 1-се һәм 2-се Архангел мәктәптәре, Тирәкле, Максим Горький, Баҡалды ауылы мәктәптәренең эшмәкәрлеге менән таныштыҡ. Бында БР Мәғариф министрлығы белгестәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Вәкил Хажин, урындағы ҡоролтай башҡарма комитеты етәксеһе ҡатнашты. Район мәктәптәре директорҙары, район мәғариф бүлеге методистары менән йомғаҡлау кәңәшмәһе уҙғарылды. Мәғариф системаһында ниндәй генә закондар, яңы үҙгәрештәр ҡабул ителмәһен, әгәр ҙә балаларға белем биреүҙән тыш, беҙ уларҙа кешелеклек, әхлаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләй алмаһаҡ, алға китеш булмаясағын аңларға тейешбеҙ. Шуға йәштәрҙе уҡымышлы итеүҙән бигерәк, халҡына хеҙмәт итергә өйрәтергә кәрәк,- тип Гөлшат Зөфәр ҡыҙы район, республика кимәлендә уҙғарылған мөһим сараларға (“Башҡортостан йәштәре дуҫтарын йыя” Илеш районы Үрге Йәркәй ауылы; “Башҡорт йәштәре йыйыны” Баймаҡ районы Граф күле; Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған интеллектуаль уйын, егеттәр араһында “Урал бөркөтө”, шәжәрә, башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнаған оҫталар конкурсы, спорт ярыштары, халыҡ уйындары, Табын ырыуы йәштәренең 1-се фестивале, “Милли кейемдәр парады”) туҡталды. Сараларҙың төп маҡсаты — башҡорт йәштәрен туплау, төрлө өлкәлә тәжрибә уртаҡлашыу, милли мәҙәниәтте, башҡорт халҡының рухи байлығын пропагандалау, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу, радикал күренештәргә һәм экстремизмға ҡаршы көрәш, дини һәм милли нигеҙҙәге бәхәстәрҙе иҫкәртеү. Дөйөм алғанда, илебеҙҙең, республикабыҙҙың, районыбыҙҙың киләсәктәге үҫеш темпы һәр йәһәттән йәштәрҙең ҡарашына, уларҙың әүҙемлегенә бәйле. Беҙҙең бурыс: бөтә көстө, сараларҙы файҙаланып, йәштәргә үҙҙәренең һәләттәрен асырға, үҫтерергә мөмкинселек биреү. Уларҙың башланғыстарына һүҙҙә генә түгел, эштәрендә ярҙам күрһәтеү, милли кадрҙарҙы булдырыуға ҙур иғтибар биреү, йәштәр советының эшен йәнләндереү. Рухлы лидерҙар тәрбиәләү, йәш кадрҙар резервын булдырыу, шәжәрә төҙөү, тирмәләр, баннерҙар булдырыу, милли кейем өлгөләрен тектереү, мәҙәни-ғәмәли конференциялар үткәреү, Театр йылында концерттарға, спектаклдәргә йөрөү, балаларға матурлыҡ донъяһын күрһәтеү, “Инйәр” район баҫмаһына яҙылыу, тиражын кәметмәү, эскелеккә ҡаршы бергәләп көрәш проблемаһы, яза сараларын ҡәтғиләштереү һәм сауҙа итеүселәрҙе фашлау, пай ерҙәрен файҙаланыу һәм рәсми теркәү, кәсепселекте, кесе бизнесты тергеҙеү, үҫтереү һәм башҡа бик күп мәсьәләләр күтәрелде. “Башҡорт теле, моңо, йолалары, тарихы балаларҙың ҡанына ғаиләлә һеңдерелһен”,- тине Гөлшат Закирова. — Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы йылында башҡорт халҡының рухи стратегик үҫеш проекты киң ҡолас алды. 30-40 йылдан милләтебеҙ яҙмышы ниндәй? Милләт булып һаҡланып ҡалырбыҙмы? Телебеҙ яҙмышы нисек булыр? Шуға күрә фекерҙәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе ебәрегеҙ Иленә, теленә битараф булмаған һәр кем был проектта ҡатнаша ала.
Доклад һуңында ҡоролтай рәйесе башҡорт теле уҡытыусыларына, ағинәйҙәргә, район етәкселегенә, йәмәғәтселәргә, хеҙмәттәштәренә рәхмәтен белдерҙе һәм яңы комитет ағзаларына уңыштар теләп, әүҙемерәк, берҙәмерәк булырға саҡырҙы.
Һүҙ 2-се Архангел мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.М.Маликоваға бирелде.
— Мәктәпте тамамлаған йәш быуын зиһенле, фекер йөрөтә белгән, өҙлөкһөҙ белемгә, камиллашыуған ынтылышлы, маҡсатлы булырға тейеш. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре” тураһындағы законға ярашлы, районда мәғариф бүлеге йыл да әүҙем эш алып бара. Ҡануниәт үтәлеше район мәғариф бүлеге учреждениларында туған телдәрҙе уҡытыу, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү ата-әсәләрҙең ғаризаһы буйынса ойошторола, ләкин ата-әсәләрҙең балалары менән өйҙәрендә ныҡлап аралашмауы проблемаларҙың береһе булып ҡала. Бөгөнгө көндә 7 мәктәптә уҡытыу һәм тәрбиә эше башҡорт телендә алып барыла. Район үҙәгендә балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре эшләй. 2-се Архангел мәктәбендә башҡорт милләтенән балалар һаны —185, рустар —191, татарҙар —50 һәм башҡа милләттәр —5.
1-9-сы кластарҙа башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә, ә туған тел булараҡ 1-сенән 10-сы класҡа тиклем 2 сәғәт күләмендә өйрәнелә. Райондың барлыҡ мәктәптәрендә лә туған тел уҡытыусылары бар. 5 уҡытыусы — юғары, 16 уҡытыусы- 1-се категорияға эйә, -тип методик берекмә эше, башҡорт теле уҡытыусыларының сайты булдырылыуы, йыл һайын теоретик һәм практик семинарҙар уҙғарылыуы, уҡыусыларҙың тырышлыҡтары, туған тел уҡытыусыларының район кимәлендәге конкурстарҙа уңышлы сығыш яһауы, төбәк-ара бәйгеләрҙә лә үҙҙәрен һынауы, районда 18 туған телдәр кабинеты барлығы,шуларҙың 16-һы — башҡорт теле, 1— татар теле, 1 — латыш теле кабинеты булыуы, әммә туған телде уҡытыу өсөн мультимедиа йыһаздары, интерактив таҡталар, компьютерҙар кәрәклеге, уҡыусылар үҙ туған телен һәм әҙәбиәтен белеүҙән тыш, халҡының йолаларын, тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен яҡшы белергә тейешлеге әйтелде. Резеда Миннәхмәт ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы делегаты. Ул ошо мөһим сарала ҡатнашыуы уңайынан үҙенең тәьҫораттары менән дә бүлеште.
Үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәте начальнигы И.Р.Ғабдуллин районда демографик хәл–торош һәм медицина учреждениеһы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Шулай уҡ “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программаларына ярашлы, белгестәр килеүе, торлаҡ бирелеүе, “юл картаһы” әҙерләнеүе, кешене төрлө ауырыуҙарға һәм үлемгә дусар итеүсе факторҙар, кадрҙар мәсьәләһе, заманса ҡорамалдарға ҡытлыҡ, “тиҙ ярҙам” машиналары менән тәьмин ителеш хаҡында бәйән ителде. Залдағыларҙың һорауҙары ла байтаҡ ине. Сөнки табиптарға, мәҫәлән, теш табибына яҙылыу граждандарға ла, буласаҡ һалдаттарға ла проблема тыуҙыра, оҙайлы ваҡыт көтөргә тура килеүе, айырыуса терапевҡа сиратта ултырыу, Республика клиник дауаханаһына йүнәлтмә алыуҙы бер нисә ай көтөү, белгестәрҙең эштән китеүе һәм башҡа һорауҙар буйынса күптәр борсолоу белдерҙе. Илнур Ришат улы һәр береһенә яуап ҡайтарҙы.
Мандат комиссияһы рәйесе Ф.Ф.Йортомбаев үҙ сығышында 2019 йылдың март-апрелендә 12 ауыл биләмәһендә йыйындар уҙғарылыуы, халыҡтың күпләп ҡатнашыуы, протоколдар тапшырылыуы, районда 8632 башҡорт йәшәүе, иң күп делегаттарҙың Архангел ауыл биләмәһенән, Оҙондарҙан, Арх-Латыш, Ҡыҙыл Еҙем, Тәүәкәстән, иң аҙы Инйәр, Краснокуртовка, Ырныҡшы, Орловканан килеүе тураһында әйтеп үтте. Ауыл биләмәләрендә үткән конференцияларҙа мөһим һорауҙар күтәрелгән, ер мәсьәләһе, мәктәптәрҙә балаларға белем биреү, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыу, эш урындары булдырыу, эскелеккә ҡаршы көрәш йәйелдереү, мәҙәниәт, тәрбиә, эшҡыуарлыҡ, дин һәм башҡа йүнәлештәгеләре буйынса тәҡдимдәр индерелгән. Ауыл урамдарын яҡтыртыу, йылға буйҙарын таҙартыу, юлдарҙы ремонтлау, асфальт түшәү, газ, һыу үткәреү, төҙөкләндереү ҙә иғтибар үҙәгендәге төп мәсьәләләр. Район башҡорттары ҡоролтайы конференцияһында ҡатнашыусы делегаттар төрлө өлкәнән, 59 процент — ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашҡан 2 делегат бар, 35 йәшкә тиклемгеләр — 24 кеше. “Юғары форум делегаттары мөһим һорауҙарҙы хәл итерлек дәрәжәлә. Конференцияларҙағы тәҡдимдәр башҡорт халҡының үҫешенә, күп милләтле районыбыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙҙең берҙәмлеген нығытыуға булышлыҡ итәсәк,”-тине ул.
Ҡыҙыл Ырғыҙлынан эшҡыуар Айгөл Усманова “Тамыр —102” кооперативы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Биш йыл малсылыҡ менән шөғөлләнгән һәм 2016 йылда БР Ауыл хужалығы министрлығы грантына эйә Баймаҡ ҡыҙының изге маҡсаты — районда агротуризмды үҫтереү; бизнес-инкубатор булдырыу, эш урындары асыу. Ул шулай уҡ агропарк төҙөү һәм эш буйынса ауырлыҡтар, проблемалар тураһындағы фекерен дә еткерҙе.
— Бөгөн илдең киләсәге — ауылда, ерҙә. Сөнки ер беҙҙе туйындыра. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын үҫтерергә, халыҡты эшкә өйрәтергә кәрәк. Күптәр кооперацияны аңлап та бөтмәй. Йәштәр тыуған яҡтарында ҡалһын өсөн уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырға тейешбеҙ. Бергәләп ең һыҙғанайыҡ, бирешмәйек,-ти эшҡыуар ханым. Һорауҙарға яуап биреп, ул продукцияһының әлегә Өфөгә генә сығарылыуын әйтте.
“Зифа” мәсетенең имам-мөхтәсибе Ф.А.Хисаметдинов өс хәҙисте иҫкә төшөрөп, (Аллаһы Тәғәлә золом ҡылыусыларҙы, ауыр һүҙ әйткәндәрҙе ғәфү итмәй) милләттәштәрҙең бер-береһенә миһырбанлы, йомшаҡ, рәхимле булыуҙарын теләне.
— Бер–беребеҙҙе яратайыҡ. Бына бөгөн бик матур сығыштар тыңлайбыҙ. Кешеләрҙе ихтирам итәйек. Ни өсөн бында йыйылғанбыҙ? Башҡорт халҡының тарихы бик аяныслы. Үҙенең теле, иле, ере өсөн ҡорбан булғандар. Ә беҙ бөгөн ни эшләйбеҙ? Балаларыбыҙ менән башҡортса һөйләшәбеҙме? Үҙ телебеҙҙә уҡытабыҙмы? Ошо хаҡта уйларға тейешбеҙ! Динебеҙҙе тотабыҙмы? Юғиһә, күптәрҙе бит эскелек һәләк итә. Ауылдарҙа кем һатыу иткәнен дә беләһегеҙ. Үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙы юҡҡа сығарабыҙ түгелме? Ярҙам ҡулы һуҙмайбыҙ. Бер-беребеҙгә яла яғырға торабыҙ. Егеттәр өйләнмәй, ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмай, йәки башҡа милләтте һайлай. Йәштәребеҙгә ниндәй тәрбиә бирәбеҙ?, — тип фәһемле сығышы менән залдағыларҙы уйланырға мәжбүр итте. Фәнзил Аҡман улы шулай уҡ демографияны үҫтереү, балаларға матур башҡорт исемдәре ҡушыу, үҙ-ара аралашҡанда әсә телеңдә һөйләшеү мөһимлегенә лә баҫым яһаны.
— Кем ғәйепле? Үҙебеҙҙән башларға кәрәк. Бары тик үҙебеҙ менән көрәшергә тейешбеҙ. Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) бер хәҙисе бар: “Аҙ һөйлә, әммә берәгәйле һөйлә,”-тине дин әһеле.
Абҙандан ауылым, милләтем, телем, илем, үҙ ерем, тип янып йәшәүсе физкультура уҡытыусыһы А.Х.Әлимғолов телмәре белем биреү учреждениеһы эшмәкәрлегенә ҡағылды. Мәктәптә 121 уҡыусы белем ала, кескәйҙәрҙең 40-ы балалар баҡсаһына йөрөй. Бөтә саралар ҙа башҡорт телендә уҙғарыла. Рухлы уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың ижади уңыштары барланды. Һүҙ шулай уҡ йәйге ялды ойоштороу, туған телгә, башҡорт моңона, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, тарихына, билдәле шәхестәргә һөйөү уятыу маҡсатында ике йыл рәттән Мәрйәм Бураҡаева программаһы буйынса “Йәйләү” көндөҙгө ял- һауыҡтырыу үҙәге булдырылыуы, быйыл да әҙерлек эштәре башланыуы тураһында барҙы. Проблемалар ҙа борсой уны — ҡайһы бер йәштәрҙең эскелеккә бирелеүе, ата-әсәһе елкәһендә йәшәүе, ситкә китеүселәр, медицина өлкәһен үҙ итмәүҙәре, ҡырҙан килгәндәрҙе түгел, ә үҙебеҙҙең йәш егет-ҡыҙҙарҙы үҫтереү, ауылда ҡалдырырға тырышыу, һәйбәт эш хаҡы, йылға буйҙарының бысраныуы... “Хыялдарҙы беҙ ысынбарлыҡҡа әйләндерергә тейеш! Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, әүҙем булайыҡ!”- ти йәш делегат.
Район “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы рәйесе З.Ш.Фәйзуллина туған телде, милли йолаларҙы һаҡлау, тергеҙеү һәм үҫтереүҙә ғаиләнең, ағинәйҙәрҙең роленә туҡталды. I Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусыларының съезында ҡатнашыусы делегат булараҡ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
— Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, уның ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү мөһимлеген билдәләне. Ғөмүмән, туған телен белгән кешегә башҡа телдәрҙе өйрәнеү ҙә еңел икәнлеге әйтелде. Киләсәктә район-ҡалаларҙа 12 лингвистик гимназия асылыуының күҙ уңында тотолоуы шатландырҙы. Радий Фәрит улының был иһә халыҡтарҙы дуҫлаштыра, бер-береһенә яҡынайта тип әйтеүе ышаныс һәм ҙур өмөт уята. Тимәк, башҡорт теленә, башҡа туған телдәргә артабанғы үҫеше өсөн дәүләт һәм Хөкүмәт кимәлендә шарттар тыуҙырыласаҡ. Беҙҙең районда рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре йылдан-йыл ҡыҫҡара, ҡулланыу даирәһе лә тарая. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре “юҡ” менән “бар” араһында. Шулай итеп, башҡорт теленең элек яуланған дәрәжәһе түбәнгә тәгәрәй тиһәк, яңылыш булмаҫ. Тик был ғаиләнең туған телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлауҙа әһәмиәте кәмей тигән һүҙ түгел. Был өлкәләге проблемаларҙы хәл итеү ғаиләгә барып тоташа. Тәрбиә нәҡ унда башланырға тейеш. Ғаиләнең тотҡаһы булған башҡорт әсәһенең ролен билдәләргә кәрәк тип, ул Сухомлинскийҙың һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө: “Донъяла йөҙәрләгән һөнәрҙәр бар. Кемдер тимер юлдары төҙөй, кемдер йорттар һала. Өсөнсөләр икмәк үҫтерә, тик универсаль, иң ҡатлаулы, иң маҡтаулы һәм һәр беребеҙ өсөн кәрәкле, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ эш бар. Ул — ғаиләлә кеше тәрбиәләү”. Һәр ғаиләлә туған телен белгән бала бик бәхетле. Шуға ла ғаилә — һәр кемгә йәшәү маяғы булып тора,- тине ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеге, тәрбиә ҡанундары, ҡоштар тубы кеүек бергә тупланыу кәрәклеге, халыҡтың эске рухын, ҡотон һаҡлау, дини белемдең әһәмиәте, эскелек, наркомания кеүек афәттәрҙән һаҡланыу тураһында бәйән итте. Ул район ҡоролтайы рәйесенә: “Һеҙҙең доклад “Инйәр” гәзите отчеты кеүек булды”,- тиһә лә, район, республика кимәлендәге бөтә сараларҙы тап район баҫмаһы яҡтырта, халыҡ уҡый, белә һәм ул ижтимағи-сәйәси баҫма булараҡ, район тарихын яҙа, шуға күрә Архангелдә ниндәй генә ваҡиға, байрам һәм йәмәғәт эштәре уҙғарылмаһын, уларҙың барыһы ла “Инйәр”ебеҙ менән тығыҙ бәйле. Был хәҡиҡәт һәм уны урындағы ҡоролтай эшмәкәрлегенән һис айырып ҡарап булмай. Авариялар, ҡан-ҡойош, үлтереш, ғаилә ғауғаһы кеүек мәғлүмәт таратҡан зәңгәр экран һәм “һары матбуғат”ҡа ҡарағанда, “Инйәр” һәр йортҡа позитив ҡараш һәм ыңғай хис-тойғолар сәсә. Өлкән быуын иһә баҫманы ”йөрәк тибеше”нә тиңләй. Үҙ теленең ҡәҙерен белгәндәр генә ошондай баһа бирә.
Оҙондарҙан Марат Зәйетҡоловты ла байтаҡ проблемалар борсой: күп йәштәр ситтә эшләй; һәр кем үҙ эшен аса алмай; кеше үҙ йүнен үҙе күрә; ауылға ярҙам юҡ; айырым тормош менән йәшәгән кеүек; Хөкүмәт тарафынан аҡса бүленә икән, тейешенсә ярҙам булырға тейеш; тел йылдан-йыл ҡыҫыла; район ҡоролтайына ярҙам юҡ; үҙҙәре бағыусылыҡ күрһәтә; ауылда ҡоролтай эшләмәй; үҙебеҙҙең “Инйәр” гәзите яҙмышы ла борсой, ул башҡорт халҡының гәзите, законға таянып эш итеү, клуб асылмаған, милли кейем юҡ һәм башҡалар. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына халҡы өсөн янып йөрөгән кешеләр һайланырға тейешлеге әйтелде.
Оҙондар мәктәбе уҡытыусыһы Ж.Х. Мөхәмәтйәнов мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү зарурлығын белдерҙе. Милли кадрҙар әҙерләүҙә милли мәктәптәр юҡлығы; башҡорт мәктәптәре ябылыуы; БДИ буйынса уҡыусыларҙың тик математика һәм рус теле предметтарын һайлауы; шәхестәр менән осрашыуҙар ойоштороу, бәйләнеш тотоу, уларҙың бағыусылыҡ ярҙамына өмөт итеү; эшҡыуарҙарҙы һалымдар быуыуы; халыҡҡа гәзит аша иҡтисади белем биреү; мәҙәни усаҡтарҙың булмауы һәм элекке мәктәп биналарының клуб итеп ҡулайлаштырылыуы. Ул ҡоролтай фондын булдырыу; район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына һәр ауыл биләмәһенән 2-шәр кеше һайлау тәҡдимен индерҙе. Тирәкленән Лилиә Дорошенко ла үҙ фекерҙәрен еткерҙе: “Телебеҙгә, еребеҙгә, урмандарыбыҙға хужа була алмайбыҙ. Мәктәптәрҙең ябылыуы башҡорт ауылдарын юҡҡа сығарыусы ысул. Рушанна Бабичҡа рәхмәтлебеҙ. Ауылда клуб булыр тигән өмөттәбеҙ”. Шулай уҡ мәктәптәрҙең йыһазланыдырылыуы, дәреслектәрҙең ҡыҙыҡһындырырлыҡ булырға тейешлеге тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Тәүәкәстән өлкән быуын вәкиле Н.З.Хөсәйенова ла битараф ҡалманы, үҙенең күңелендәге уй-ниәттәр менән бүлеште, ауылды йәмһеҙләгән күренештәр уны борсоуға һалды.
Рәйсә Абдрахман ҡыҙы үҙенең сығышында:
— Ҡоролтай шаулы бара, миңә оҡшай, сөнки халыҡ үҙенең йәшәйешенә вайымһыҙ түгел. Бында халҡы өсөн янып йәшәгән кешеләр килгән. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иҫтәлекле дата — Башҡортостаның 100 йыллығы уңайынан үткәреләсәк. Унда докладтар тыңлау булмаясаҡ, ә эшлекле сарала фекерҙәр, тәҡдимдәр тыңланасаҡ. Беҙ эшләргә йыйыласаҡбыҙ. Башҡорт телен һаҡлау буйынса һәр делегаттың үҙ фекере булырға тейеш,-тип артабан “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” проекты, рухи ҡиммәттәрҙе өйрәтеүсе курстар; тәҡдимдәр индереү; мәктәптәрҙә белем биреү; илһөйәрҙәр тәрбиәләү; ауылдарҙа биләмәнең үҙидаралыҡ ойошмаһын (ТОС) булдырыу; документтар әүҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү, ошоға бәйле семинарҙар үткәреү; яҡташтар исемлеген төҙөү, осрашыуҙар ойоштороу; мәғариф проблемалары буйынса ата-әсә комитеттарының комиссияларын төҙөү; делегаттар һайлауға етди ҡарау, уларҙың абруйлы шәхес һәм үҙ программаһы булыуы мотлаҡ икәнлеге һәм башҡа һорауҙар халыҡ иғтибарына еткерелде.
Р.М.Маликова резолюцияны уҡып ишеттерҙе. Ул бер тауыштан раҫланды.
Делегаттар (Ҡ.Х.Зөлҡәрнәев, Ф.З.Камалетдинов, Ф.Х.Аҫылғужин, В.Ш.Камалетдинова, З. Ш.Фәйзуллина һәм башҡалар) тәҡдимдәр индерергә, йөрәк һүҙен әйтергә тырышты.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы составы — рәйесе Ф.А.Хисаметдинов һәм ағзалары һайланды. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланыу менән сара йомғаҡланды.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: