Инйәр
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
29 Апреля 2019, 13:34
Талпан һөжүменә ҡаршы
Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙғы осор һәр кемдән айырыуса һаҡлыҡ талап итә. Сөнки тап ошо мәлдә талпандар әүҙемләшә, ул апрелдән июлгәсә күҙәтелә. Көндәр йылыныу менән халыҡ тәбиғәт ҡосағына сығып ял итергә, урман –ялан гиҙергә ярата. Шулай ҙа мөһим саралар тураһында оноторға ярамай.
Ҡан эскес бөжәктәр яҡты ҡояш нурҙарынан ҡасып, күләгәле һәм еүеш урында, ҡуйы үлән, ҡыуаҡлыҡтарҙа “табыш”ын ҡарауыллай. Паркта, урман ситендә лә йыш осрай улар. Кеше килгәнен һиҙеп, талпан кейеменә йәбешергә тырыша. Ҡаҙалырға яратҡан тән өлөштәре — муйын, ҡолаҡ арты, ҡултыҡ аҫты...
Талпан энцефалиты — нервы системаһын ҡаҡшатыусы сир. Йыш ҡына энцефалитлы талпан тешләгәндән һуң организмға ҙур зыян килә, шулай уҡ ауырыу хайуандар һәм һөт аша ла йоғоуы мөмкин. Ҡайһы саҡта сирҙе башта уҡ асыҡлау еңел түгел, инкубация осоро 5-30 көнгә һуҙыла. Анализдар тапшырып ҡына диагноз ҡуйырға була. 0,5-5 процент бөжәктәр ҡурҡыныс сир тарата. Талпан тешләһә, уны лабораторияға килтерергә кәрәк. Һытырға ярамай, әгәр тәндә бәләкәй генә йәрәхәт, яра булған осраҡта йыуылмаған ҡулдар аша вирус йоҡтороу хәүефе арта.
Энцефалит билдәләре
Ауырыу билдәләре икенсе көнгә үҙен һиҙҙертә башлауы мөмкин. Ҡоҫҡо килеүе, ҡоҫоу, тән ҡалтырауы, 40 градусҡа тиклем температура күтәрелеүе, баш ауыртыуы, тән һыҙлауы. Тәүҙә уны грипп билдәләре менән бутайҙар һәм дауалау киҫкенләшә. Шуға күрә табип һорауҙарына аныҡ яуап бирергә, әгәр паразит тешләһә, был хаҡта әйтергә кәрәк. Күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ, ваҡытында вакцинациялау үтеү хәүефкә юл ҡуймаҫ.
Әлфир Мырҙағолов,
табип-эпидемиолог.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"