Инйәр
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Апрель 2019, 18:29

Оҫталарҙан өйрән

Район мәҙәниәт йортона инеү менән, тәү сиратта, күргәҙмәләр иғтибарҙы йәлеп итеүсән. Рәссамдарҙың, уҡыусыларҙың, ҡул эштәре менән шөғөлләнгәндәрҙең ижады хайран ҡалдыра. Ә инде төрлө саралар, байрамдар уңайынан Орловка ауылы оҫтаһы Фәнисә Сәйфетдинованың туҡыу станогы янынан кеше өҙөлмәй.
Боронғо кәсепселекте тергеҙгән ханымдан балаҫ һуғыу серҙәре тураһында һәр кем һораша, белешә. Әгәр тотонһам, ҡулымдан килерме икән тигән уйҙар менән яна башлай.
Ошо көндәрҙә уның эш ҡоралын район мәҙәниәт йорто фойеһына урынлаштырыуҙа тормош иптәше Алексей Гальцов ярҙамлашты. Тәүге оҫталыҡ дәресе ойошторолдо ла инде. Художество етәксе Сәриә Мағазова:
— Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ булды. Станокта балаҫ ҡына түгел, биҙәкле һәм башҡорт орнаментлы таҫмалар, билбауҙар һуғып алырға мөмкин. Фәнисә Сәйфетдинова аҙнаның һәр шаршамбыһында сәғәт 10.00-да оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк. Кемдәр өйрәнергә теләй, рәхим итегеҙ,-тине.
Бөгөн күптәр халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихлас өйрәнә, уларҙы тергеҙеүгә көс һала. Ә инде кисәләр уҙғарылғанда боронғолоҡто сағылдырған күренештәрҙә көнкүреш әйберҙәре талап ителгәндә эҙләп йөрөйһө лә түгел. Сөнки үҙ ҡулдарың менән һуғылған сағыу балаҫ һәм башҡа әйберҙәрҙе ҡулланыу — үҙе ата-бабаларҙың аманатына тоғролоҡ тигән һүҙ.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: