Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Апрель 2019, 18:21

Изге һөнәр эйәләре

1649 йылдың 30 апрелендә батша Алексей Михайлович Рәсәйҙә 1-се янғынға ҡаршы хеҙмәт ойошторолоуы хаҡындағы Указға ҡул ҡуйған. Көслө, профессиональ янғын һүндереүселәр командаһының береһе Пётр I тарафынан төҙөлгән.
Тыныс тормош шарттарында ла һәр саҡ көсөргәнешлеккә, көтөлмәгән һынауҙарға даими әҙер булыуҙы талап иткән һөнәрҙәр бихисап. Шуларҙың береһе – янғын һүндереүселәр хеҙмәте. Күп быуаттар дауамында янғын һүндереүселәрҙең бурыстары үҙгәрмәне, 200 һәм 300 йыл элек һымаҡ, уларҙың алдында һәр көн, һәр минут ҡотҡарыу һәм ярҙам итеү маҡсаты тора.
Дәүләт янғын һүндереү хеҙмәте – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составындағы ҙур оператив хеҙмәт. Хәүеф тураһында сигнал алыу менән ул экстремаль хәлдәрҙе, ут стихияһын туҡтатырға, кеше ғүмерен хәүефтән ҡотҡарырға ашыға. Бөтә көстө янғынды булдырмаҫ өсөн профилактик эшкә, утты тиҙ арала һүндереүгә, авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыуға йүнәлтә.
Беҙҙең райондағы 18 мең кешенең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы 63-сө янғын һүндереү часына йөкмәтелгән. Коллектив 24 кешенән тора, улар “ҡыҙыл әтәс”кә ҡаршы йәлеп ителә, йәғни улар сиратлап тәүлек буйына дежурҙа тора. Ҡайҙалыр ут сыҡҡан осраҡта, был үҙенсәлекле хеҙмәт эйәләре, бер-береһенә һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырмай, тулы әҙерлек менән шунда уҡ янғын урынына ашыға. Байрам уңайынан ошо көндәрҙә оҙаҡ йылдар һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 63-сө янғын һүндереү часы начальнигы Н. Вәлиевкә, ҡарауыл начальнигы Т.Фазыловҡа, шулай уҡ Д.Киселевҡа, И.Михайловҡа, Ғ.Шәрәфетдиновҡа һәм А.Сучковҡа “Рәсәйҙең янғын һаҡлауына 370 йыл” юбилей миҙалдары тапшырылды.
– Беҙҙең төп бурыс – янғын һүндереү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләрҙе бәлә-ҡазанан ҡотҡарыу,- ти 63-сө янғын һүндереү часы начальнигы Нәфис Вәлиев. – Бар хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ эшен белеп башҡара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә нәмә лә беҙҙән генә тормай. Сөнки күп янғындарҙың сәбәбе бер: ут менән һаҡһыҙ эш итеү. Быйыл берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә 38 хәбәр килде, уларҙың 34-е янғын сығыу хаҡында. Үҙебеҙгә алмаш тураһында ла онотмайбыҙ. Беҙгә экскурсияға килгән балаларҙы, уҡыусыларҙы бик теләп ҡаршылайбыҙ, уларға янғын һүндереүселәрҙең эше тураһында ентекләп һөйләйбеҙ, булған техниканы, төрлө ҡулланмаларҙы күрһәтәбеҙ, нисек янғын һүндереүсе булырға икәнен аңлатабыҙ.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: