Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 11:48

Уҡытыусылар фекер алышты

1-се Архангел мәктәбендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы программаһының көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү” тигән кәңәшмә үтте. Уның эшендә мәғариф бүлеге методисы Лена Садиҡова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.
Л.Садиҡова Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бәйле ойошторолған I Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезының эше менән таныштырҙы. Форумда 800-ҙән артыҡ кешенең эшмәкәрлек итеүе, 7 фекер алышыу майҙансығында башҡорт телен үҫтереү, өйрәнеү буйынса төрлө методикаларҙың тәҡдим ителеүе, туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһының башҡорт теленең киләсәгендә мөһим роль уйнаясағы тураһында һөйләне.
Кәңәшмә сиктәрендә 1-се Архангел мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары өсөн педагогик хеҙмәт ветераны, “Арҙаҡлы яҡташтар” китабы авторы Нәсиә Йосопова менән осрашыу ҙа ойошторолдо. Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы үҙенең ижад юлы менән таныштырҙы, “Арҙаҡлы яҡташтар” китабының яҙылыу тарихын һөйләне. Районыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшеү балаларҙың күңелендә тик йылы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.
Сара һуңында семинарҙа ҡатнашыусылар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа килеп тыуған ҡайһы бер айырым һорауҙар буйынса фекерҙәрен еткерҙе, ҡараштары менән уртаҡлашты.
Лена Садыҡова,
мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: