Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 11:37

Тормош матур тырыш хеҙмәт менән

Тәүәкәс ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Зәкиулла Әбүбәкир улы Ғәлинға 20 апрелдә 80 йәш тула. Атаһы Әбүбәкир Ғәлиәкбәр улы менән әсәһе Ғәйниямал Мөфтәхетдин ҡыҙы уны бәләкәйҙән эшһөйәр, тәртипле, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан кеше итеп тәрбиәләгән.
Башланғыс кластарҙы Тәүәкәстә уҡыһа, 5-се кластан башҡа балалар менән Абҙан мәктәбендә йөрөй. 7-сене тамамлау менән үҫмер егет колхозда эшләй башлай. Тракторсы һөнәрен үҙләштергәс, уңған механизатор булып таныла. Иген сәсеүҙә, йыйыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, планды икеләтә арттырып үтәй. Техника менән оҫта эш итә.
Һәр саҡ белемгә ынтылыуы уны киске мәктәпкә килтерә. Артабан Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡып, техник-механик булып китә. Тыңғыһыҙ, уңған ир-уҙаман ҡайҙа ғына тир түкһә лә маҡтауға лайыҡ булды. Уның фоторәсеме Маҡтау таҡтаһынан төшмәне, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, юбилей миҙалдары, “Социалистик хеҙмәт еңеүсеһе билдәһе”, депутат итеп һайлауҙар — хеҙмәт кешеһен ана шулай ҙурлайҙар.
Бригадир, оҫта ойоштороусы, намыҫлы коммунист, парторг, Тәүәкәс ауыл советы рәйесе, баш инженер — барлыҡ ошо вазифаларҙа ла Зәкиулла Ғәлин үҙен ғәҙел, тура һүҙле етәксе һәм хеҙмәткәр итеп таныта.
Тормош иптәше Фәриҙә Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән өлгөлө ғаилә булып йәшәп, өс улға ғүмер бирәләр. Икеһе лә уңғанлыҡтары менән алдырып, һәр кемде таң ҡалдырып донъя көтөп, йыр-моң яратып, береһе гармунда уйнап, икенсеһе моңло итеп йырлап, барлыҡ туғандарының, ауылдаштарының ихтирамын яулай.
Оло ҡайғы ла күрергә тура килә Зәкиулла бабайға. Бынан 11 йыл элек Фәриҙә әбей ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булып ҡуя. Был ҙур юғалтыуҙы бик ауыр кисерә ғаилә башлығы. Әммә балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс булып йәшәргә көс таба ул.
Зәкиулла Ғәлин улдарында ла хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй алған: Рәшит, Вәхит, Хәлит һәм барлыҡ ейәндәре лә техника ярата, ауыл хужалығы машиналары, инвентарҙары менән етеҙ эш итә. Килендәре Нәүилә, Сәғирә, Нурзидә ифрат егәрлеләр. Һәр ғаилә күпләп мал аҫрап, умартасылыҡ менән шөғөлләнеп, бар көстәрен етеш йәшәүгә, балаларын белемле һәм һөнәрле итеүгә бағышлай. Хәлит Зәкиулла улы районда уңған фермер булып танылды. Оло ейәне Илгиз ҙур итеп матур йорт һалды.
— Улдарым да, ейәндәрем дә армияла хеҙмәт иттеләр. Әлмир көҙөн-ҡышын Себергә барып эшләп ҡайта. Айгиз Өфөлә урынлашҡан. Айтуған БДУ-ла геодезист һөнәренә уҡый, әле Когалымда эшләй,-тип таныштырып үтте ил ағаһы.
Ейәнсәрҙәре лә бик тырыш: Рәниә һәм Зөлфиә юғары белемлеләр, береһе — табип, икенсеһе — уҡытыусы. Айгөл — педучилищела, Диана менән Лиана колледжда белем ала. Өс бүләсәре: Сәмирә, Камилла, Ралина ҡартолаталары өсөн өҙөлөп тора.
Зәкиулла Әбүбәкир улы бына 10 йыл инде тормош иптәше Гөлирә Минниғәли ҡыҙы менән донъя көтә. Яңы күркәм өй һалып сыҡтылар. Баҡса үҫтерәләр, бал ҡорттарын тоталар, әҙәби ижад менән ҡыҙыҡһыналар, китап, гәзит-журналдарҙан айырылмайҙар. “Һәр атҡан таңға ҡыуанып, иртәгәһе көнгә ышаныс менән йәшәргә” тигән маҡсат уларға көс-ҡеүәт өҫтәй.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: