Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 10:54

Музей — тарихты һаҡлаусы усаҡ

Районыбыҙҙа тарихтың “тере” шаһиттары булырҙай иҫтәлекле урындар, һәйкәлдәр, музейҙар байтаҡ. Уларҙың күпселеген Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташтар, арҙаҡлы шәхестәргә, мөһим ваҡиғаларға, халыҡтың тормош-көнкүрешенә, мәҙәниәтенә арналған музейҙар тәшкил итә. Шуларҙың береһе —Тирәкле мәктәбе музейы.
1990-сы йылдарҙа, Ғәйсәр Ҡанзафаров мәктәп директоры булған ваҡытта, уҡытыусылар һәм уҡыусылар боронғо көнкүреш әйберҙәрен, кейем-һалым, фоторәсемдәр һәм башҡаларҙы йыйып, тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшөн асып ебәрә. 2004 йылда яңы белем усағына күскәс, Әлфирә Баһауетдинова етәкселегендә ул музей дәрәжәһенә етә һәм ойошторолған көнөнән башлап йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. 2010 йылда тарихи музей булараҡ танытма бирелә. Ошо арауыҡта тарихи үҙәк бер туҡтауһыҙ эшләй: яңы экспонаттар менән тулыландырыла, бүлектәр асыла, халыҡ араһында танылыу яулана.
Бөгөн музейҙы мәктәп директоры Эльвира Хәсәнова етәкләй. Бәләкәй бүлмәлә урынлашыуына ҡарамаҫтан, оҫта уйлап ойошторолғанға күрә, бында һәр әйбер үҙ урынында һәм иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп тора.
— Мәктәп музейы — ҡомартҡыларҙы, данлы үткәнебеҙ тураһында хәтер һаҡлаусы ғына түгел, шулай уҡ тематик осрашыуҙар, күргәҙмәләр ойоштороу урыны булып та хеҙмәт итә.
“Шәжәрә”, “Яҡташтар”, “Минең кесе Ватаным”, “Хәрби һуғыш даны”, “Афған һуғышы”, “Башҡортостан Республикаһына 100 йыл”, “Халыҡ кәсебе” кеүек төп йүнәлештәр буйынса 130-лап ҡомартҡы һәм уларҙан тыш 50-нән артыҡ ярҙамсы экспонаттар (конференция эштәре, доклад, реферат, китаптар, таблицалар) музей фондының нигеҙен тәшкил итә.
Музей балаларҙың ғына түгел, ә ауыл халҡының да, ситтән ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың, студенттарҙың да яратҡан урыны. Бында килгән һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт, тейешле яуап ала, хәтирәләре менән уртаҡлаша, рухи аҙыҡ таба. Экспонаттар реферат, докладтар, төрлө фәнни-тикшеренеү эштәрен әҙерләгәндә, тарихты, тыуған яҡты өйрәнеү дәрестәрен үткәргәндә киң ҡулланыла.
Музей активы тураһында ла әйтеп үткем килә. Улар ярҙамы менән кәрәкле, файҙалы материалдар туплана, эҙләнеү эштәре алып барыла, саралар ойошторола. Улар Башҡортостандың 100 йыллығы иғлан ителгәс тә иҫтәлекле датаға арналған стенд эшләүҙә яуаплы булды.
“Үлемһеҙ полк” мөйөшөнә лә һәр кем үҙенең һуғышта ҡатнашҡан яҡындарының фоторәсемдәрен һәм башҡа әйберҙәрен килтерҙе. Был проектта барыһы ла әүҙем ҡатнашты. “Йәйләү” көндөҙгө ял итеү лагеры халыҡтан, яҡын тирәләге ауылдарҙан ҡыҙыҡлы тарихи ваҡиғалар тураһында материалдар, ҡомартҡылар менән музейыбыҙҙы ярайһы уҡ байытты һәм киләсәктә лә ошо эштәрен дауам итәсәк. Әлеге мәлдә мәктәп тарихы, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында күберәк мәғлүмәт йыйыу өҫтөндә эшләүҙе, музейҙар буйынса ойошторолған бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ.
Мәктәп музейы — тәрбиә усағы. Ул бала күңелендә тыуған еренә, тәбиғәткә, халҡына, тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уята, бөгөнгөнө үткән менән тоташтыра. -тип һүҙен тамамланы Эльвира Сәйфетдин ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: