Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 11:02

Маҡсатыбыҙ — хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау

Шәхесте, кеше һәм граждандың иркен, хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың сәләмәтлеге, эпидемилогик именлеге, йәмәғәт әхлағы, тирә-яҡ мөхит, йәмәғәт тәртибе һәм хәүефһеҙлеге һағында тороу, шулай уҡ административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү— комиссияның төп бурыстарынан һанала. Ә маҡсаттары — билдәләнгән тәртипте күҙәтеү, граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең хоҡуҡи талаптарҙан тайпылмауын тәьмин итеү, яңы хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау ул.
Административ комиссия Башҡортостан Республикаһы Кодексына таянып, дәүләт тарафынан нығытылған яуаплылыҡ саралары нигеҙендә хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн административ язалар ҡуллана. Бында түбәндәге статьялар күҙ уңында тотола:
- Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында БР хоҡуҡи акттары нормаларын боҙоу (2.3-сө статья);
- ерләү урындарын тәрбиәләү (3.5), йорт хайуандарын аҫрау, урамда йөрөтөү, тотоу һәм йоҡлатыу (йәнһеҙләндереү) (5.2), көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын йыйыу, сығарыу, утилләштереү һәм эшкәртеү (6.1), төҙөкләндереү (6.3), ауылдарҙа мәғлүмәт материалдарын урынлаштырыу (6.7), дөйөм ҡулланыу территорияларында хәрәкәт итеүсе әйберҙәрҙе урынлаштырыу (6.5) тәртиптәрен боҙоу;
- ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу сараларын күҙәтмәү (6.8);
- төҙөкләндереү тәртибен боҙоуға килтергән ер эштәрен ойоштороу (6.9);
- йорт номерҙары һәм урам исемдәренә ҡағылышлы белешмәләр тураһында күрһәткестәрҙе урынлаштырыу, халыҡты пассажирҙарҙы йөрөтөүсе транспорт менән тәьмин итеүҙе ойоштороу (8.2) тәртибе буйынса муниципаль ауыл һәм ҡала округтарының норматив хоҡуҡи акттарын боҙоу (6.10);
- урамдарҙы яҡтыртыуҙы ойоштороу (6.11), дөйөм ҡулланыу урындарында ваҡытлыса объекттарҙы урынлаштырыу (6.12), биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың тышҡы биҙәлеше (6.16), байрам һәм тематик биҙәлештәге объекттарҙы урынлаштырыу (6.17), мал-тыуарҙы көтөү, көтөүгә йөрөтөү(7.3), транспорт ҡуйыу урындарын, туҡталыштарҙы булдырыу һәм файҙаланыу (8.3) тәртибен боҙоу, ауылдарҙа йәшелләндерелгән һәм юлдан ситтәге башҡа урындарҙа транспорт менән йөрөү, уларҙы ҡуйыу (6.21);
- коммуникацияларға һәм ҡорамалдарға зыян яһау, шул сәбәпле уларҙың ҡулланылышын туҡтатыу (6.15);
- социаль ярҙам сараларына хоҡуҡлы гражданды йөрөтөүҙән баш тартыу (8.4);
- Башҡортостан Республикаһы дәүләт символикаһын (11.3), муниципаль берәмектәр символикаһын (11.4) ихтирам итмәү, уларҙы ҡулланыу тәртибен боҙоу;
- граждандарға бәйләнеү (13.3), төнгө ваҡытта уларҙың тыныслығын һәм тынлыҡты боҙоу (13.5), тауыш сығарыу ҡорамалдарын көслө тауышта ҡулланыу (13.18). хайуандарға ҡарата мөнәсәбәттә йәмәғәт талаптарын һанға һуҡмау (13.7);
- ғаилә-көнкүреш ғауғаһы күтәреү (13.8), транспортта йәмәғәт тәртибен боҙоу (13.11), һыу ятҡылыҡтарында кеше ғүмерен һаҡлау ҡағиҙәләрен күҙәтмәү (13.12), мөлкәткә тыйылған яҙыуҙар һәм һүрәттәр эшләү (13.15), рөхсәт ителмәгән урындарҙа урам сауҙаһы ойоштороу, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү (13.16);
- Башҡортостан Республикаһы дәүләт наградаларына, БР Маҡтаулы исеме тураһында күкрәк билдәһенә ҡарата законһыҙ ғәмәлдәр (13.17).
Ауылдар территорияһында, газондарҙа, сәскәлектәрҙә, башҡа йәшелләндерелгән урындарҙа, балалар, спорт майҙансыҡтарында транспорт сараларын (тағылмаларын, шулай уҡ ташландыҡ йәки тағатылған) ҡуйыу йәиһә ошо ерҙәрҙән үтеү һәм был уларҙағы объекттарҙы эшләүгә, төҙөкләндереүгә бәйле түгел икән штраф рәүешендә административ яза билдәләнә. Уның күләме ябай граждандар өсөн — 1- 2 мең, вазифа биләүселәргә — 5 — 10 мең һум, юридик шәхестәргә 20 — 30 мең һум тәшкил итә. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар ҡабатланған осраҡта ябай граждандар — 3 - 4 мең һум, вазифа биләүселәр 15 – 20 мең һум, юридик шәхестәр 35 -50 мең һум түләйәсәк.
Йәшелләндерелгән территория мәғәнәһендә үләнле, сәскәле йәиһә ағас-ҡыуаҡтар үҫкән, йәйәүлеләр, велосипед, транспорт юлдарынан таш йәки бүтән нәмә менән сикләнгән урындар аңлатыла.
Үрҙә әйтеп үтелгән ҡылыҡтар хаҡында хәбәр йә ғариза иһә Административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатыуға нигеҙ булып тора. Район хакимиәте сайтында бындай хәбәрҙе (ғаризаны) яҙыу бланкы һәм уны тултырыу өлгөһө бирелгән. Документта ғариза яҙыусы тураһында мәғлүмәт — фамилия, исем, атаһының исеме, почта (электрон) адресы, шәхси ҡултамғаһы һәм дата күрһәтелергә тейеш. Хәбәрҙә транспорт сараһын күргән дата, ваҡыт һәм урын, транспорттың дәүләт теркәлеү тамғаһы, маркаһы, моделе һәм төҫө хаҡында мәғлүмәт индереүе мөһим. Шулай уҡ автомобилдең фотоһын йәки видеояҙмаһын да өҫтәргә мөмкин. Был фото һәм видеолар дәлил булараҡ мөһим документ ролен үтәй һәм ойошмалар, уларҙың бүлектәре, вазифа биләүселәр һәм граждандар тарафынан тәҡдим ителә ала.
Фотоларҙың сифаты транспорт сараһының дәүләт теркәүе тамғаһын, уның газонда, сәскәлектә, майҙансыҡта ултырыуын асыҡ күрһәтергә, шулай уҡ ҡайһы ерҙә (мәҫәлән, йорт, трансформатор подстанцияһы янында) икәнен билдәләү мөмкинлеген бирергә тейеш.
Евгения Ринкман,
административ комиссияның яуаплы секретары.
Читайте нас: