Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 11:01

Халыҡ менән бергәләп

Ете йыл элек, 21 апрелдә, Рәсәйҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә башланы. Календарҙа яңы дата Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, урындағы үҙидаралыҡ институты әһәмиәтен күтәреү һәм демократия, граждандар йәмғиәтен үҫтереү маҡсатынан булдырылды.
Ауыл ерендә йәшәгән кеше өсөн урындағы үҙидара – төп власть органы. Тораҡ пунктына ҡағылған йәки шәхси характерҙағы проблема булһынмы, халыҡ бар йомошо менән иң тәүҙә урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Шуға күрә ауылдарҙың яҙмышын, урындағы халыҡтың көндәлек тормоштағы мәсьәләләрен хәл итеү, ярҙам күрһәтеү — ауыл хакимиәте башлығы иңендә. Һыу, юл, урамдарҙы яҡтыртыу һәм таҙартыу, сүплектәрҙе, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек мәшәҡәттәрҙе лә атҡарырға кәрәк. Баҡалды ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Урал Шаһиев 2009 йылдан үҙ бурысын намыҫлы үтәй.
– Беҙҙең ауыл биләмәһенә 8 ауыл – Баҡалды – административ үҙәк, Баҫыу, Ҡыҙғы, Ҡурғаш, Петропавловка, Родинка, Тирәкле һәм Уҫаҡлы ауылдары инә. Унда 812 хужалыҡ иҫәпләнә, 2088 кеше теркәлгән.
Баҡалды һәм Тирәкле мәктәбендә 213 уҡыусы белем ала, балалар баҡсаһында 50 бала тәрбиәләнә. Халыҡты дүрт ауыл клубы, ике ауыл-ара китапхана, алты фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәтләндерә. 2018 йылда төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Ауылдарҙа юлдар тәртипкә килтерелә, мәсет төҙөлә, ҡойолар яңыртыла, урамдарҙа фонарҙар ҡуйыла, зыяраттар кәртәләнә, юл билдәләре урынлаштырыла һәм башҡалар.
Төҙөкләндереү – беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Был эштәрҙе күтәреп сығырға ауыл депутаттары, йәмәғәтселек, мәктәп коллективы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килә. Биләмәлә яҙҙан алып ҡара көҙгәсә йәшелләндереү, урам-ихатаны, урман һыҙаттарын, зыяраттарҙы ҡыйҙан таҙартыу буйынса экологик өмәләр үтте. Һуңғы йылдарҙа Баҡалды, Ҡыҙғы, Уҫаҡлы һәм Родинка ауылдарында юлдар төҙөкләндерелде. Баҫыу йылғаһы аша күпер төҙөүгә проект эшләнде, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм китапхана бинаһы газ менән тәьмин ителде, Тирәкле мәктәбенә яңы автобус алынды, Тирәкле ауылының Һарыбай микрорайонында ыҙанлау үткәрҙек. Ауылдарҙа урам буйҙарын яҡтыртыу мәсьәләһен хәл иттек, шулай уҡ Ҡурғаш ауылында парк зонаһын һәм балалар ҡаласығын йыһазландырҙыҡ. Тирәкле ауылы эргәһендә телевизион башня ҡуйылды. Баҡалды ауылы мәктәбенең кәртәһе яңыртылды, спорт залына ремонт эшләнде. Зыяраттар кәртәләнә, сүп-сар йыйыу урындары йыһаздандырылды, юл билдәләре, шулай уҡ социаль объекттарҙа видеокүҙәтеү ҡуйылды, Уҫаҡлы ауылында туҡталыш пункты, “Чебурашка” балалар баҡсаһында саф һауала уйындар ойоштороу өсөн павильон һәм Ҡыҙғы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелиск төҙөлдө. Ауылға тиклемге трасса юлдарын таҙартыуҙы юл төҙөү һәм төҙләндереү идаралығы башҡарһа, ауыл араһындағы юл-дарҙы таҙартыу – ауыл биләмәһе ҡарамағында. Бының өсөн трактор һатып алдыҡ.
Киләсәк пландарға килгәндә, иң мөһиме – биләмәләге юлдарҙың сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе. Бер рәттән урам буйҙарын төнгө ваҡытта яҡтыртыу, ивесторҙарҙы йәлеп итеү һәм башҡалар.
Халыҡ мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау – бюджет өлкәһенә ҡараған учреждениеларҙа, ауыл хужалығы предприятиеларында хеҙмәт итә, шулай уҡ вахта буйынса ситтә йөрөп эшләгәндәр бар. Ғаилә башлыҡтарының вахта ысулы менән ситтә эшләүен, бер яҡтан, ыңғай баһаларға ла була, ғаиләһен аҡса менән тәьмин итәләр. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ир-ат айҙар, йылдар буйы ғаиләһенән айырым йәшәргә мәжбүр, балалар атайлы килеш атайһыҙ үҫә кеүек. Йәшәгән ерҙә эш урындары булдырыу еңел түгел, шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барабыҙ. Ауылда халыҡ күбеһенсә мал иҫәбенә йәшәй. Шәхси эштәрен асҡан йүнселдәр байтаҡ. Малсылыҡ буйынса үҙ эшен асып, аяғында ныҡлы баҫып тороусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Йыһаншиндар (һөт йыйыу), Шәрәфетдиновтар (йылҡысылыҡ), Ғәлиәкбәровтар (малсылыҡ) уңышлы эшләп килә.
Ауылдарҙа тырышып донъя көткән, мал-тыуар аҫраған, йорт һалып сыҡҡан йәш ғаиләләр арта. Йәштәр тыуған яҡтарында төпләнеп, донъя көтөргә уйлай. Әйтеп үтергә кәрәк, ауыл хакимиәте башлығы күп мәсьәләне үҙе генә хәл итә алмай, беҙгә һәр саҡ ауыл советы депутаттары, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килә. Улар араһында Ҡыҙғы ауылы старостаһы Әлфирә Ноғоманованы, Ҡурғаштан Әсхәт Ишмөхәмәтовты, Уҫаҡлынан Виктор Аркадьевты (депутат) билдәләр инем. Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар Азамат Сәғитдинов (Тирәкле), Хәниф Сәғитдинов (Родинка), Светлана Воробьева (Уҫаҡлы), Рәшиҙә Сәғитдинова (Баҡалды), Айбулат Шәрәфетдинов (Тирәкле), Миңнулла Ғәниев (Тирәкле), Ғәйсәр Ҡәнзәфәров (Тирәкле), Илгиз Ғәлиәкбәров (Тирәкле) һәм “Грант” кафеһы бағыусылыҡ, шулай уҡ техника яғынан да ярҙам күрһәтә. Улар төрлө байрамдарҙа, төҙөкләндереү, йәшелләндереү сараларында ла ҡатнаша.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: