Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 11:43

Геройҙар иҫтәлегенә –турнир

Советтар Союзы геройы, авиация маршалы Иван Иванович Пстыгоның иҫтәлегенә Валентиновка ауылында волейбол буйынса турнир уҙҙы. Бәйгелә бөтәһе биш йыйылма команда (шул иҫәптән Ҡырмыҫҡалы районынан) үҙ-ара көс һынашты. Спорт сараһын асыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф.Хәсәнова, Инйәр ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы С.Кочкина, И.Пстыгоның туғандары Г.Лобанов менән В.Черичен, ауыл ветерандар советы рәйесе Ҡ.Ғиниәтов һәм ярыштың баш судьяһы А.И.Бажанов ҡатнашты.
Ярыш көн дауамында гөрләп торҙо, һәр йыйылма команда еңеү яулар өсөн бар тырышлығын һалды. Әммә Абҙан волейболсылары – беренсе, валентиновкалар – икенсе, архангелдәр өсөнсө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәргә кубок, миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Читайте нас: