Республикабыҙҙа башҡорт халҡының боронғо кәсебе ҡортсолоҡ һуңғы йылдарҙа Башҡортостан етәкселегенең ныҡлы иғтибарына һәм ярҙамына таянып, ышаныслы үҫә башланы.
Сикйылға ауылын бер күреү ҙә етә. Уның хозур тәбиғәтенә, тыныслығы, матурлығына һоҡланыусылар күп. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн бында бөтә шарттар ҙа бар: мең төрлө сәскәле болондар, ҡалын-ҡалын йүкә урмандары, саф һауа. Шуға күрә лә хаҡлы ялға сыҡҡан Йәмилә Хәббулла ҡыҙы менән Әмир Шамил улы Мусиндар бал ҡорттарын үрсетеү маҡсатынан ошонда күсеп килә һәм үҙҙәренең оло эшен башлай.
Бөгөн ғаилә хужалығында 50-ләп “нескә билдәр” күсе бар. Бар булмыштарын ошо тармаҡҡа бағышлаған Мусиндар яҡшы һөҙөмтәләргә иреште тип әйтһәк, хата булмаҫ. “Эко-Хани” тип аталған ғаилә умартасылығы райондың ауыл хужалығы сараларында әүҙем, ә яңыраҡ Өфө ҡалаһында үткән Бөтә донъя “Агрокомплекс-2019” күргәҙмәһендә ҡатнашып I дәрәжә дипломы һәм алтын миҙал алып ҡайтты.
Егәрле хужалар киләсәктә ҡулланыусылар өсөн тағы ла күберәк таҙа тәбиғи продукция етештереп, эшмәкәрлекте һөҙөмтәлерәк итергә тигән уй менән янып йәшәй.