Татыу ғаилә парҙарының үҙ мөхитендә генә ҡайнамай байрамдарҙа, төрлө кимәлдәге сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы, башҡалар күңеленә осҡон һалыуы һәр саҡ һоҡландыра. Архангел ауылынан Миңнеәсмә һәм Риф Ғафаровтарҙы шундайҙар рәтенә индерергә мөмкин.
Балтас районы Аҡтиреш һылыуы һәм Ҡыҙылъяр ауылы егетенең яҙмыштарын бергә бәйләүҙәренә 40 йылдан ашыу ваҡыт үткән.
Ошо дәүер улар ғүмерендә тик яҡты эҙҙәр ҡалдырыуы менән онтолғоһоҙ. Донъяларын йәмләндереп ҡыҙҙары тыуа. Тормош мәшәҡәттәре һәм эш менән миҙгелдәр йылдарға ялғана. Бәләкәстәре буй еткереп, тыуған йортто ҡалдырып, башҡалана, үҙ бәхетен таба. Бөгөн Гүзәл һәм кейәүе Виктор (ҡыҙҙары Анжела, улдары Вадим); Эльза һәм кейәүе Азат (улдары Арсен, ҡыҙҙары Эльвина) үҙҙәре атай-әсәй. Баш ҡаланан ялға килгән ейән-ейәнсәрҙәр Ғафаровтарҙың өйҙәрен шатлыҡ-ҡыуанысҡа сорнай. Каникулдарында ла олатай-өләсәй янына килергә атлығып торалар.
Риф Дәүләтша улы Абҙан мәктәбен тамамлап, нефть химияһы училищеһына уҡырға керә, насослы компрессорҙар ҡоролмаһы машинисы һөнәрен үҙләштереп, химия заводында хеҙмәт юлын башлай. Көҙөнә әрмегә саҡырыу килә һәм ике йыл Германияла хеҙмәт итеп ҡайтыу менән совхозға урынлаша, слесарь-монтажлаусы булып эшләй. 1977 йылда Өфөлә тәүбашланғыс өлкә-ара эске эштәр министрлығы мәктәбендә белем алғандан һуң, дежур ярҙамсыһы, патруль хеҙмәткәре, участковый, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһының дәүләт инспекторы булып оҙайлы йылдар хеҙмәт итә. 2000 йылда хаҡлы ялға сыға.
— Хәҙер 19 йыл пенсияламын. Буш ваҡыттарҙа йорт эштәре менән ваҡыт үтә, һарыҡ, тауыҡтар бар. Күптән түгел яңы шөғөлөм барлыҡҡа килде: балыҡ тоторға әүәҫләнеп алдым. Йәй иһә ҡорт ҡарайбыҙ. Тыуған йортобоҙ тартып тора, унда туғандарыбыҙ менән осрашабыҙ, балалар ҙа килеп тора. Ҡыш саңғыла йөрөйҙәр, йәй Инйәрҙә һыу инергә яраталар. Ҡыҙылъяр әле лә бик һағындыра. Буш йорттар күп. Элек гөрләп торған ауылдың бөгөнгөһө кәйефте ҡыра,- ти Риф Дәүләтша улы.
Миңнеәсмә Абдулвәли ҡыҙы Өфөлә һөнәрселек училищеһын тамамлағас, артабан уҡыуын камиллаштырыу маҡсатында Украинаға юллана. Ворошиловград ҡалаһында (хәҙерге Луганск) төҙөлөш техникумына керә. Йүнәлтмә буйынса Архангел районына эшкә килә һәм йән яртыһын да ошонда осрата. Дөйөм ятаҡта паспорт режимын тикшергән саҡта ике йәш йөрәк табыша һәм 1978 йылда ҡауыша.
Риф Ғафаров — “Ихлас” төркөмөнөң әүҙем ағзаһы. Төрлө бәйгеләрҙә уны жюри составында күрергә мөмкин. Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә район гәзиттәрен даими алдырыусы ла. Торлаҡтарын сынъяһау итеп, матур тормош көтөүсе эшһөйәр Ғафаровтарҙың йәшәйеше күркәм һәм зауыҡлы.