Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Апрель 2019, 17:07

Һаҡ булығыҙ: спайс!

Спайс — инглиз теленән (spise) — тәмләткес, специя, бындай бер нисә үлән ҡатнашмаһын тартыу өсөн ҡулланалар. Составында ябай үләндәрҙән тыш, синтетик матдәләр, энтеогендар һәм пихотроп тәьҫирле матдәләр ҙә бар.
Спайстар XXI быуат башында Европала хуш еҫ таратыусы булараҡ тарала. Түбәндәге үҫемлектәрҙе эндерогендарға индерергә була: кратом, калея закатечичи, йопо, кола сәтләүеге, зәңгәрһыу лотос, сальвия, гавай раузаһы. Һуңғы өсәүһе Рәсәйҙә ҡануниәт буйынса тыйылған.
Бынан тыш, спайс составында 5-6 тапҡыр зыянлы махсус матдә JWH-018 (йәки синтетик каннабис) бар.
Спайс тартып иҫереүҙең клиник билдәләре:
-йүтәл (ауыҙҙы яндырып алғандай);
-ауыҙ кибеүе ( бер туҡтауһыҙ шыйыҡлыҡ эсеү талап ителә);
-күҙ ҡыҙарыуы ( спайс тартҡан кеше үҙе менән “Визин” йә башҡа дарыу йөрөтә);
- координация юғалыуы;
-телмәр боҙолоуы (аңлайышһыҙ телмәр, тотлоғоу);
- йөҙ ағарыуы;
-пульс йышайыуы;
-тиктомалдан бер туҡтауһыҙ көлөү;
- йәмһеҙ ҡыланышы,тәртибе.
Бер нисә көн һәм оҙайлы ваҡыт ҡулланған осраҡта клиник билдәләре:
-дөйөм хәл-торош һүлпәнәйеүе;
-иғтибарһыҙлыҡ;
-уҡыуға һәм эшкә ҡарата вайымһыҙлыҡ;
-йоҡоһоҙлоҡ;
кәйеф үҙгәреп тороуы.
Әгәр алкоголь менән ҡушып ҡулланған осраҡта:
Алкоголь наркотик тәьҫирен арттыра төшә. Кеше “иҫәрләнә”, вестибуляр аппараты боҙола, тирә-яҡ һәм шулай уҡ ваҡыт ориентацияһы, хәтере юғала, Ҡайһы берҙә наркотик ҡулланыуҙы йәшереү өсөн алкоголь ҡулланып маташалар.
Спайс тартыу эҙемтәләре:
Спайс — юғары токсик һәм үтә тәьҫирле наркотик! Үлән препараттарына ҡарағанда тартыу ҡатнашмаларының тәьҫире 5-10 тапҡыр көслөрәк. Ул киндер кеүек, шунда уҡ бәйлелеккә килтермәй, башта психик бәйлелек формалаштыра. Үҫмерҙәрҙә ул бик тиҙ барлыҡҡа килә. Төрлө үлән ҡатнашмаһын тартҡанда кешенең кәйефе күтәрелә, ҡулынан бөтә эш килерлектәй була. Тик оҙайлы ваҡыт тартмаһа, депрессияға бирелә, кәйефе үҙгәрә, нервылары көсөргәнешлек кисерә. Оҙаҡ арауыҡта күп доза ҡулланғанда физик бәйлелек осраҡтары ла билдәле, ул саҡта “ломка” башлана. Спайс бөтә организмға, органдар системаһына зарар килтерә. Уны файҙаланыуҙың ҡайһы бер етди эҙемтәләре: йөрәк, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, бауыр функцияһы, баш мейеһе күҙәнәктәре, үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеге боҙола. Ир-егеттәрҙең потенцияһын төшөрә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күрем циклы боҙола һәм түлһеҙлеккә дусар итә. Уны ҡулланыу яҡшыға килтермәйәсәген һәр кем ныҡлы уйларға тейеш. Бер нисә сәғәтлек ҡәнәғәтлек кисереү, әлбиттә, киләсәктә ҡайғы-хәсрәткә генә тарытасаҡ. Шуға күрә һаулыҡтың ҡәҙерен белеп, насар һәм тормошобоҙҙо биҙәмәгән яман ғәҙәттәрҙән ары торайыҡ.
Татьяна Колязова,
наркология кабинеты фельдшеры.
Читайте нас: