Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәгенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә фермерҙар “Эш башлаусы фермер”, “Ғаилә фермалары”, “Килем килтереүсе” дәүләт программаларында әүҙем ҡатнаша.
Тәүәкәс ауылында урынлашҡан Хәлит Ғәлиндың хужалығы ҡасандыр “Ғаилә фермаһы” проектында еңеп, үҙ эшен ярайһы уҡ көйләп, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын тотороҡло үҫтереүгә өлгәште. Бөгөн хужалыҡта 40-тан артыҡ эре мөгөҙлө мал аҫрала, уларҙың 17-һе һауын һыйыр.
— Малдар өсөн яҡшы шарттар булдырылған, аҙыҡ сифатлы һәм етерлек кимәлдә. Бесәндән тыш сенаж, силос һәм ҡатнаш аҙыҡтарҙы биреүҙе дауам итәбеҙ. Ғөмүмән, ҡышлау миҙгелен уңышлы үткәрҙек. Әлеге мәлдә малдар (быҙауҙарҙан тыш) ялан кәртә эсендә тора. Үрсем өсөн семменталь тоҡомло үгеҙебеҙ бар. Йыл башынан мал һаны йәш тана һәм үгеҙҙәр иҫәбенән апаруҡ артты. Һауым кимәле лә күтәрелде. Быға тиклем һөттөң күп өлөшө быҙауҙарға китһә, уларҙы өҫтәмә аҙыҡҡа күсергәс, һөт продукцияһын һатыуға сығара башланыҡ.
Сәсеүгә лә ныҡлы әҙерлек бара. Техникаларҙы үҙем йүнәтеп, көйләп бөтөп барам. Орлоҡтарға килгәндә, бойҙайҙы һатып алырға тура киләсәк, ә арпа, һоло үҙебеҙҙеке. Көҙҙән кәзә үләнен сәсеп ҡалдырған инек,-тип эш барышы менән таныштырҙы булдыҡлы ир-уҙаман.