Һандыҡ тиһәләр, әсәйемдең (өләсәйемдең) иң түрҙән урын алған, йоҙаҡ эленгән, иҫтәлектәргә бай, сер һаҡлаусы һандығы күҙ алдына килә. Ысынлап та, туй күрке инде ул һандыҡ һәм бирнә. Хәтеремдә, әсәйемдең һандығын асҡан мәлен тилмереп көтә инек. Асҡыстың шығырлаған, ҡапҡасының сыйылдаған тауышын ишетеү менән семәрле һандыҡ янына йүгереп киләһең. Танауға килеп бәрелгән нафталин еҫе ул ваҡытта мөғжизәле бер донъяны хәтерләтте. Ваҡыт дарьяһына бирешеп һарғайған иҫке фотолар — бына әсәйҙең йәш сағы — уның һыр баҫҡан йөҙөнә ҡарап: “Китсе, әсәй, был һинме?”- тип бала аҡылы менән һис тә ышанмайбыҙ. Йәнәһе, әсәй кеше һәр саҡ ҡарт булырға тейеш.
Һандыҡтағы серле әйберҙәрҙең күплеге: матур сигеүҙәр менән нағышланған таҫтамалдар, мендәр- яҫтыҡ тыштары, өҫтәл япмалары, өр-яңы аллы-гөллө яулыҡтар, элекке көмөш тәңкәләр, заемдар, хатта әсәйҙең бала итәкләп тегелгән ҡыҙыл сатин туй күлдәге лә һыйған! Дөрөҫөрәге, бында тотош бер ғүмер һыйған!
Ҡасандыр һандыҡ ҡатын-ҡыҙҙың яҡын серҙәше, ғүмер юлдашы булһа ла, хәҙерге кәләштәр уны һанламай, ҡыҙғаныс. Һандыҡ оҫталары ла бик һирәк бөгөн, шуға күрә хаҡтары ҡиммәт. Бирнә һандыҡтары комодҡа алмашынһа ла, күңел һандығыбыҙ шул көйө — һәр саҡ һөйөү, изгелек, аҡыл, рух байлығы кеүек хазина-зиннәттәр менән мөлдөрәмә тулы килеш ҡалһын! Ундағы һәр бер әйбер ҡәҙерләп бәпләп-тәҫләп һалына һәм мотлаҡ ниндәйҙер фәһемле ваҡиға менән бәйле була. Тирәкле ауылында йәшәгән Әклимә Хәйретдинова һандығы иҫ киткес семәрле лә түгел, әммә үҙенең эсенә күп серҙәр һыйҙырған. Был серле һандыҡтың төбөнә төшөп сыҡҡас, тәьҫораттарым менән уртаҡлашмай булдыра алманым.
Тирәкле ауылы клубы мөдире Физәлиә Ғәниева ауыл ағинәйҙәре менән, ҡунаҡтар саҡырып, Театр көнөнә арнап башҡорт халҡының милли йолаларын һаҡлау, үҫтереү, телебеҙгә, илебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау маҡсатында "Бирнә һандығы” тип исемләнгән тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, фәһемле сара үткәрҙе.
Халҡыбыҙҙа ҡыҙ баланы кейәү йортона бирнә тултырылған һандыҡ менән оҙатыу йолаһы бар. Бирнәлекте ҡыҙҙар үҫмер саҡтан уҡ, йәшереп кенә ҡулъяулыҡ сигеп, селтәр бәйләп, мендәр тыштарын, таҫтамалдар сигеп әҙерләй башлаған. Әсәйҙәр ҡыҙҙарының йәше етеүгә урын-ҡаралтылар йыйып, юрғандар, мендәрҙәр әҙерләгән. Физәлиә Сәйфетдин ҡыҙы байрамды ошо хәҡикәтте аңлатыуҙан башланы.
Сараның маҡсаты — өләсәйҙәр һәм ейәнсәрҙәрҙең аралашыуы, өлкән быуындың балаларға халҡыбыҙ йолаларын, аҫыл ҡомартҡыларыбыҙ тураһындағы хәтерҙе, иҫтәлектәрҙе тапшырыу ине.
Байрам түренә үҙҙәренең йәшәү рәүеше менән ауылда абруй ҡаҙанған ҡунаҡтар — инәйҙәр, өләсәйҙәр саҡырылғайны. Һәр кем өсөн ғүмер буйы онотолмай торған яҡты нур, рухи хазина һандығы, иң аҡыллы ил инәләре, йор һүҙле, аҡ күңелле ағинәйҙәрҙең илдең терәге һәм таянысы икәнен тасуирлап, изге йоланы, халҡыбыҙҙың бер-береңә, күршеңә ҡарата татыулыҡ, изгелек сифаттарын һаҡларға кәрәклеген күҙ алдына баҫтырҙылар.
Гөлсирә Хажиева, Хәлиҙә Шәрәфетдинова, Лилиә Зәйнуллина апайҙар, Физәлиә Ғәниева, Рәсилә Ҡотләхмәтова, Римма Ғәлимовалар ихлас әҙерләнгән. Наил Ғәниев, Гүзәлиә Ҡотләхмәтова, Ләйлә Мырҙагилдина, Надир һәм Данир Ғәниевтарҙың сығыштары ла ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Улар халҡыбыҙ йырҙарын ихлас башҡарҙы, йомаҡтар ҙа ҡойҙо, концерт номерҙары менән дә сығыш яһаны. Милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәл дә әҙерләп өлгөргән улар.
Серле һандыҡҡа бирнә итеп һалынған сигелгән таҫтамалдар, ҡорама юрған, яулыҡ-алъяпҡыстар, башҡорт ҡатын-ҡыҙының биҙәнеү кейемдәренән түшелдерек, һаҡал, ҡашмау, ҡулъяулыҡ, беләҙек, мәрйендәр йәғни һәр әйбер тураһында ентекләп һөйләне ағинәйҙәр. Инәй-әсәйҙәрҙән мираҫ итеп тапшырыла килгән ошо ҡомартҡылар улар өсөн иң ҡәҙерле, изге, иҫтәлекле булыуҙары тураһында ла бәйән иттеләр. Был сара бик фәһемле булды, сөнки ағинәйҙәр йәш быуынға тәрбиә тураһында бик матур кәңәштәр бирҙе.
Осрашыу барышында ағинәйҙәр үҙҙәре уйнап үҫкән уйындарҙы, йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөп кенә ҡалманы, йәштәргә түшелдерек, һаҡал, ҡашмау ҙа бүләк итте. Район мосолман ҡатын-ҡыҙҙары рәйесе Мөнирә Лоҡманова һәм район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллина ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, ағинәйҙәргә бүләктәр тапшырҙы.
Быуындар күсәгилешлелеген сағылдырған, туған телде бар нескәлегендә, милли йола-ғөрөф-ғәҙәттәрҙе быуындан-быуынға тапшырыуға ҡоролған нәфис тамаша ағинәйҙәр әҙерләп килтергән ризыҡтарҙы тәмләп, сәй эсеү менән тамамланды. Бына ошо осрашыуҙан һуң мин борон өй түренең күрке, хәҙер инде солан төптәренә күсеп бөткән һандыҡтарҙың әллә күпме тарих һаҡлауына, уларҙағы хазинаның ни тиклем бай, ҡәҙерле һәм кәрәкле булыуына тағы ла инандым. Мәҙәни саралар ойоштороусы Физәлиә Ғәниева серле һандыҡтың асҡыстары булған ағинәйҙәрҙе татыу бер ғаиләләй туплап, байрамды юғары кимәлдә ойоштороуға өлгәште.
район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.