Үткән аҙнала район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған тантанаға район предприятиелары учреждениелары, ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һәм шулай уҡ хеҙмәт ветерандары, абруйлы яҡташтар, мәртәбәле ҡунаҡтар килде.
Фойела халыҡ инструменттары ансамбленең дәртле көйҙәре яңғырай. Үҙ продукцияһын, күргәҙмәләрен "Тамыр-102", "Медовик", "Архангельские варенья" ЯСЙ-һы, "Хлебный дворик", "Втим-Инвест", район ҡулланыусылар йәмғиәте, Ауырғазы күп профилле колледж филиалы, мәктәп түңәрәктәре, халыҡ оҫталары тәҡдим итте. Икенсе ҡатта район ойошмалары, предприятиелары, учреждениелары эшмәкәрлектәре тураһындағы стенд, баннерҙар ҙа иғтибар үҙәгендә булды. Һәр кем күптән күрешмәгән дуҫтары, таныштары менән ихлас аралашты.
Зал шығырым тулы. Интерактив таҡтала хозур тәбиғәт күренештәре менән үрелеп бирелгән видеояҙмала Башҡортостан Республикаһының ҡеүәтле инновацион территория булыуы тасуирлана. Баллы, ҡымыҙлы, ҡурайлы, йыр-моңға бай төбәктең иҫ киткес алдынғы урындарҙы алып тороуы — 160 милләттең дуҫлыҡта һәм берҙәмлектә үҙ ерен данлап, хөрмәтләп йәшәүендәлер.
Халыҡ академия хоры (етәксеһе атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре И.Пинягина) тап ошоно раҫлап “Берҙәмлек гимны”н башҡарҙы.
Район хакимиәте башлығы А.А.Комзалов районда 15 милләт халыҡтарының бер туғандай татыулыҡта йәшәүен һыҙыҡ өҫтөнә алып: "Был мөһим дата күп милләтле халыҡтарҙың берҙәмлеген, татыулығын символлаштыра. Ул барыбыҙҙы ла берләштерә. Беҙ республика традициялары, уңыштары, тарихы менән ғорурланып йәшәйбеҙ. Башҡортостан үҫешенә районыбыҙ халҡы ла тос өлөш индерә. Тормошобоҙҙағы ғәйәт ҙур ыңғай үҙгәрештәр — берҙәм хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе, — тип социаль-иҡтисади, мәҙәни спорт өлкәләрендәге ҡаҙаныштарҙы барлап, тарихи үткәндәрҙе — Ҡумырыҡ-Табын, Күрпәс-Табын һәм Урман-Күҙәй олоҫо башҡорттарының XVII-XVIII быуаттарҙағы ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнашыуы, 1812 йылғы Ватан һуғышында ата-бабаларҙың Парижға барып етеүе, район тарихында Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы, дәүләт автономияһы яуланыуы, 20-30-сы йылдар, индустриялаштырыу, колхоздар төҙөлөүе, илебеҙҙең көс-ҡеүәтен арттырыуҙағы хеҙмәт батырлыҡтары, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, дүрт яҡташыбыҙҙың Советтар Союзы Геройы, 13 кешенең — Ленин ордены кавалеры, 20-һенең — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 30-ының — "Почет билдәһе" ордены, 19 -ының "Хеҙмәт Даны" ордены менән бүләкләнеүе тураһында бәйән ителде. Александр Анатольевич абруйлы шәхестәрҙең (авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы И.Пстыго, Рәсәй космонавтика академияһы вице-президенты В.Булавкин, РФ-ның почетлы нефтсеһе, Рәсәй Тау фәндәре академияһы академигы Э.Юлбарисов, РФ-тың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре М.Алсынбаев, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы О.Ханов) исемдәрен телгә алды.
БР Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Г.Н.Шафиҡова Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың республика юбилейы айҡанлы ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Уның докладында төбәк үҫеше, алдынғы технологиялар, билдәле шәхестәр, юбилей уңайынан район-ҡалаларҙа күп объекттарҙың сафҡа индерелеүе, яңы бизнес-идеялар, киләсәктә Апимондия һәм Фольклориаданың нәҡ беҙҙә үткәреләсәге, РФ Совет Федерацияһында Башҡортостан көндәре уҙғарылыуы, ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙҙың Рәсәй кимәлендә билдәле урын алып тороуы хаҡында һүҙ барҙы. Артабан районыбыҙ үҫешенә булышлыҡ итеүсе архангелдәр Гөлнара Наил ҡыҙы ҡулынан Хөкүмәт наградаһы алды. “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы” миҙалына лайыҡ булыусылар:
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны П.Г.Ащеулов; хеҙмәт ветераны, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почетлы гражданы А.М.Аристов; хеҙмәт ветераны А.С.Гвоздик; БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Р.Ф.Заһиҙуллина; табип-гинеколог, райондың почетлы гражданы Т.И.Зубрицкая; атҡаҙанған табип, райондың почетлы гражданы В.Н.Иванов; хеҙмәт ветераны, РФ-тың атҡаҙанған механизаторы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре,А.И.Швецов; “Архангел яҡташлығы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, райондың почетлы гражданы В.Т.Шәрәфетдинова; БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогик хеҙмәт ветераны, райондың почетлы гражданы Н.Х.Йосопова.
Район үҫеше төрлө йылдарҙағы хәл-ваҡиғаларға бәйләнеп концерт номерҙары менән нығытылды. Алһыу Мусинаның “Яндырылған хаттар”ҙы (Рәми Ғарипов) уҡыуы 1941-1945 йылдарҙы күҙ алдына баҫтырҙы.
Сәхнәлә — рус сауҙагәрҙәренең башҡорт ерҙәрен һатып алыуға бағышланған тамашаһы үткәндәрҙе кәүҙәләндереүе менән залдағыларҙы тарихҡа күҙ һалырға мәжбүр итте. “Хазина” башҡорт фольклор ансамбле (Р.Мөхәмәтйәрова), “Атбалсс” өлгөлө латыш бейеү ансамбле (И.Савераса) һәм “Йәшлек” бейеү коллективының (А.Хәсәнова) татар, сыуаш халыҡтары бейеүҙәре илаһи рух күтәренкелеге менән ҡеүәтләһә, “Иман” ир-егеттәр вокаль төркөмө (Ф.Камалетдинов), “Русские узоры” рус халыҡ йырҙары ансамбле (В.Швецова), Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларының “Калинка” инструменталь ансамбле (С.Чернова); уҡытыусылар һәм тәрбиәләнеүселәр ансамбле (Н.Ғәниев) башҡарыуындағы башҡорт халыҡ көйҙәре, “Заряница” халыҡ рус хоры (Е.Егорова), “ЦветКалина” халыҡ фольклор ансамбле (Е.Марахотина), “Таволга” казак йырҙары хоры (И.Трезе) илһамландырмай ҡалманы.
Баш ҡала ҡунаҡтары музыкаль күстәнәс менән һөйөндөрҙө. Тамашасыларҙы БР-ҙың халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Ҡудашева башҡорт, мари бейеүҙәре менән һоҡландырҙы. Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова: “Мәңге ғорур бул һин, Башҡортостан!” тип, республикаға дан йырланы. Уны филармония ҡурайсыһы-солисы, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров та хупланы.
Район мәҙәниәт йорто һәм Балалар сәнғәт мәктәбе хорының “Башҡортостан — Урал күрке” йыры менән йомғаҡланған байрам кисәһе йөрәктәрҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғорурлыҡ хистәрен урғылтты.