“Яҙмышым ҡулыма ҡәләм тотторҙо ла оҙон юлдар бүләк итте,- “тип яҙғайным бынан ун йыл элек. Ысынлап та, районыбыҙҙың төрлө ауылдарында йәшәгән замандаштар, ошонда тәпәй баҫып, республикабыҙ кимәлендә билдәлелек яулаған тырыш хеҙмәт кешеләре менән осрашыу бәхете тейҙе миңә.
Иҫке Ҡыҙылъяр ауылында тыуып, Абҙанда — башланғыс, район үҙәге Архангелдә урта белем алған Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы Алсынбаев хаҡында һүҙем. Быйыл мартта ул үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.
Һуңғы ваҡытта тарихи шәхестәр, намыҫлы хеҙмәте дәүләт наградалары менән баһаланған яҡташтарыбыҙ тураһында бәйән итергә форсат сығып тора. Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршылағанда уның сәскә атыуына булышлыҡ иткән оло быуын вәкилдәрен барлап, үҫеп килеүсе йәш быуынға ыңғай тәрбиә бирергә бик тә урынлы.
Мәхәмәт Алсынбаевтың медицина өлкәһендә яулаған үрҙәре: РФ-тың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, 1995 йылдың 1 апреленән “Иммунопрепарат” ғилми-тикшеренеү дәүләт унитар предприятиеһының, 2003 йылдан “Иммунопрепарат” ФДПУ-ның “Микроген” фәнни-производство берекмәһе директоры вазифаларын башҡарыуы был шәхестең хеҙмәт биографияһының айырым бер бите генә.
Төмәләк кенә ауыл малайының фәнни эштәре Башҡортостандан тыш, Көньяҡ Корея, Канада, Италия, Америка һәм башҡа илдәрҙә баҫылып сыға. Ул “Иммунопрепарат”та эшләгән осорҙа Өфөлә “Хәҙерге заман вакцинаһы” тип аталған Халыҡ-ара фәнни конференция уҙғарыла. Унда АҠШ, Германия, Франция, Бельгия, Нидерландтар, Шейцария, Швеция, Португалия һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар ҡатнаша. 1995 йылдың июнендә район делегацияһы (Александр Аристов, Мәхәмәт Алсынбаев, Насретдин Фәхретдинов, Нәсиә Йосопова, Юлай Ғәзизов, Ғаяз Әхтәмов) Бөтә донъя башҡорттарының I Ҡоролтайына бара. Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы форсаттан файҙаланып, “Иммунопрепарат”ҡа экскурсия ойоштора. Беҙҙе, тыуған райондан килеүсе ҡунаҡтарҙы берекмәнең һәр бүлегендә аяҡ өҫтө ҡаршылап, үҙҙәренең уңыштары тураһында һөйләп хайран ҡалдырғайнылар.
Алтын бөртөкләп йыйыла, тибеҙ. Берекмәнең продукцияһы донъя аренаһына сыға. М. М. Алсынбаевтың 130-ҙан ашыу фәнни эше, унға яҡын монографияһы бар, уға 20-нән ашыу уйлап табыу патенты бирелгән. Петр I исемендәге милли премия, “Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры” (миҙал һәм диплом), ”Почетлы доктор менеджменты” (миҙал һәм диплом), ”Бизнес лидер — 2000”, “Бизнес лидер — 2003” маҡтаулы исемдәре, ”Милли иҡтисад элитаһы — 2008” тип аталған Рәсәй номинанттары исемлегенә ингән, Салауат Юлаев, Дуҫлыҡ ордендары һәм башҡа дәртләндереү сараларына лайыҡ булған М.М.Алсынбаевтың исеме тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡаласаҡ.
Оҙайлы ваҡыт “Архангел яҡташлығы” йәмәғәт ойошмаһын етәкләгән, район үҙәгендә һәм атаһының тыуған ауылы Абҙанда мәсет һалдырған, район үҙәк дауаханаһына, приютҡа, уҡыусыларға һәм студенттарға матди ярҙам күрһәткән, райондаштарын эшкә урынлаштырған яҡташыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен онотмаһаҡ ине.
Нәсиә Йосопова, педагогик хеҙмәт ветераны.