Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Апрель 2019, 13:21

Тормош – ул театр...

Ҙур сәхнәләргә сығып, халыҡ алдында төрлө образдарға инеп, режиссер ышанып тапшырған рольде тамашасыға тулыһынса еткереү бик оло эш. Абҙан ауылында тиҫтәләгән йылдар эшләп килгән “Өмөт” халыҡ театры тарафынан әҙерләнгән спектаклдәргә, сәхнәләштерелгән күренештәргә тамашасылар ихлас йөрөй, яратып ҡабул итә. Уларҙың спектаклен ҡарағандарҙан: “Былар бит ысын артистарҙан кәм түгел. Шул тиклем килештереп уйнайҙар”, — тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Шөкөр, тәбиғәт йәнле халҡыбыҙ, заман мәшәҡәттәренә һылтанмай, рухи усаҡтарға ҡеүәт өҫтәй әле.Театрҙың эшмәкәрлеге тураһында уның етәксеһе Вәлимә Өмөтбаева менән әңгәмәләшәбеҙ:
— Вәлимә Ишбулды ҡыҙы, һеҙ үҙегеҙҙең эшегеҙҙән һәм коллективығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
— Театр сәнғәте — бер серле, мөғжизәле донъя ул. Шул мөғжизәне үҙең тыуҙыраһың икән, тағы ла ҙурыраҡ ҡыуаныс, кинәнес кисерәһең. Бер нисә сәғәткә образға инеп, тамашасыны йә илатаһың, йә көлдөрәһең, йә иһә уйланырға мәжбүр итеп, ышандыраһың икән, был бит һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел, был - ғәжәйеп ҡөҙрәт. Теләге, бер ни тиклем һәләте булған кешене артабан үҫтереү артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Театр сәнғәтен үҙ иткән кешеләр күберәк булһа, тағы ла күләмлерәк әҫәрҙәр ҡуйырға теләк артыр ине. Һуңғы ваҡытта театр ир-егеттәргә ҡытлыҡ кисерә. Шуға күрә сәхнәләштереү ѳсѳн әҫәр табыу ҙа ҡыйыныраҡ, ғѳмүмән, ир- егеттәр роле әҙерәк булған спектаклдәрҙе ҡуйырға тырышам.
— Һеҙҙең төрлө тарафтарға сәфәр­ҙәрегеҙ тураһында ла йыш ишетеп торабыҙ.
— Эйе, театр “тәгәрмәс”е зырлап әйлә­неп тора. Ҡайҙа ғына гастролгә сыҡманыҡ, ут күршеләребеҙ Ғафури, Белорет, Ҡырмыҫҡалы райондарының барлыҡ ауылдарында булдыҡ. Ишембай һәм Кушнаренко яҡтарында ла сығыш яһап, халыҡ һөйөүен яуланыҡ. “Өмөт”тәрҙе һәр ваҡыт көтөп торған, ихлас ҡаршы алып, дуҫтарса оҙатып ҡалған үҙ тамашасыһы бар. Ғөмүмән, тик ятырға уйламайбыҙ, йөрөйбөҙ, театрыбыҙҙың “ат”ы һәр саҡ егелгән.
— Халыҡ театры артистары — кемдәр улар?
— Һуңғы йылдарҙа халыҡ сәнғәттән алыҫлашты тип һөйләргә яратһаҡ та, уға мөкиббән бирелгәндәр, Аллаға шөкөр, бар әле. Бында йөрөгән төрлө һөнәр кешеләрен бер нәмә – театрҙы һөйөү берләштерә. Заманында мәғариф өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Ләлә Ғиниәт ҡыҙы 75 йәшен күптән тултырһа ла, һаман да йәштәрсә дәрт-дарманлы. Шулай уҡ Ләлә Йосопова (атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре), Нәсиә Йосопова, Факиһа һәм Ғимран Дәүләновтар, Миңһылыу һәм Әхәт Хәсәновтар, Фәрүәз һәм Рәүф Рәхмәтуллиндар, Рәүфилә һәм Хәмзә Әлимғоловтар, Фәрзәнә һәм Рәүеф Әбдрахмановтар, Венера Ғаянова, Инсур Мөхәмәтйәнов, Рида Әхмәтова һәм башҡалар – сәнғәткә мөкиббән, һәләтле, сәхнәне яратҡан кешеләр. Улар ауылдаштарының ғына түгел, хатта күрше райондарҙың да яратҡан артистарына әүерелде.
— “Өмөт” халыҡ театры эшен район мәҙәниәт йортонда дауам итергә уйламаймы?
— Юҡ, бөгөнгә тиклем театрыбыҙ Абҙан ауылында эшләп килә. Әлеге мәлдә беҙҙә бинабыҙ яңыртылды, халыҡ та ихлас йөрөй.
— Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
— Мостай Кәримдең 100 йыллығы айҡанлы “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштерәбеҙ. Артабан да гастролдәрҙә йөрөп, башҡа райондарҙа ла сығыш яһарбыҙ тип уйлайым. Бынан тыш, тамашасыларҙың һанын арттырыу маҡсатында ҙур эш алып барыла.
— Тамашасығыҙға ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?
— Бөгөн телевидениеның кѳсәйеүе, Интернет селтәренең киңәйеүе кешене үҙ өйҙәренә бикләнергә мәжбүр итә. Шунлыҡтан мәҙәниәт усаҡтарына кеше әҙ йөрөй. Заман технологияларына ҡаршы тора алмайбыҙ, уларҙан баш тартыу ҙа мөмкин түгел. Бөгөн барлыҡ тормошобоҙ шуларға бәйле. Әммә яҡындан тороп, тере аралашыуға ла ихтыяж кәмергә тейеш түгел. Быйыл бит — Театр йылы. Ә театр ул — тормош йәме, йәшәүебеҙ асылы күберәк шуға ҡайтып ҡала. Онотмаһаҡ икән ошо хәҡиҡәтте. Тамашасылар көндәлек мәшәҡәттәренән арынып, сәхнә донъяһына сумып алһа, күңелдәрен илһам, матур кисерештәр менән байытасаҡ. Шуға күрә, театрға йөрөгөҙ, мәҙәни сараларҙа ҡатнашығыҙ, тип саҡырам.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина әңгәмәләште.
Читайте нас: