Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Апрель 2019, 13:36

Дөрөҫ туҡланыу— мәҙәниәт

Дөрөҫ ашау көнө буйы етерлек көс-ҡеүәт, яҡшы кәйеф кенә түгел, һаулыҡ нигеҙе икәнен бөтә кеше белә.
Дөрөҫ туҡланыуҙы күптәр ауыр бурысҡа һанай. Ысынлап та, ике-өс урында эшләп йөрөгән кешенең иркенләп иртәнге аш әҙерләргә, төшөн тыныс ҡына ултырып ашарға ваҡыты юҡ. Ә киске табын артында ул үҙенә ирек бирә: майлы аш артынан шәкәрләп, баллап, бисквит йәки ҡоймаҡ ҡушып сәй эсә — көнө буйы йыйылған көсөргәнешен шулай итеп юя. Ә арыған организм йоҡларға йыйына, ферменттар, гормондар тейешле кимәлдә эшләмәй. Үҙләштерелмәгән ризыҡ ашҡаҙанға аш түгел, таш булып ята. Дөрөҫ ашамау гастрит, ашҡаҙан йәрәхәте, панкреатит, үт ҡыуығы һәм бауыр ауырыуҙарына ғына түгел, матдәләр алмашыныуы боҙолоуға, шуның менән бәйле күп сирҙәргә килтерә.
Ғаиләнең нисек, нимә менән туҡланыуы өсөн ҡатын-ҡыҙ яуаплы. Яҡындарыбыҙҙың тамағын ярымфабрикаттар, дөйөм туҡланыу ойошмаларында әҙерләнгән ризыҡтар менән түгел, үҙебеҙ бешергәне менән туйҙырырға бурыслыбыҙ. Ҡатын-ҡыҙ өҫтәлгә ниндәй һый ҡуя — ире лә, балалары ла шуны ашай. Бөгөн магазиндар зыянлы ҡушымталар өҫтәлгән аҙыҡ-түлек менән тулы заманда гүзәл зат аш-һыу әҙерләү мәсьәләһендә бик мәғлүмәтле, белемле булырға тейеш. Яҡшы хужабикәнең һыуытҡысында һәр ваҡыт ғаиләһе йылытып ашарлыҡ ризыҡ тора.
Туҡланыу ҡағиҙәләре, мәҙәниәте сабый саҡтан уҡ һалынырға тейеш. Бәләкәй саҡта телдә ҡалған тәм, йәки был ризыҡҡа өҫтөнлөк биреү ғәҙәте кешене ғүмер буйы оҙатып килә.


Бешереү-төшөрөү, табын ҡороу үҙенсәлектәрен беҙ әсәй-өләсәйҙәребеҙҙән алған кеүек, ҡыҙҙарыбыҙ ҙә беҙҙән күреп өйрәнә. Ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйы һыналған, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарыбыҙға яраҡлаштырылған туҡланыу традицияларын күҙәтергә генә түгел, һаҡларға, балаларыбыҙға һалырға тейешбеҙ. Итле һурпа, һыйыр, йылҡы ите, ҡаҙылыҡ, тултырма, ҡорот — һалҡын Урал ҡыштары өсөн ошоларҙан да ҡулайыраҡ ниндәй тәғәмебеҙ бар? Һөт ризыҡтарыбыҙ — май, ҡаймаҡ, эремсек, ҡыҙыл эремсек, һөҙмә — торғаны бер хазина. Ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында һөйләргә лә түгел. Картуф, кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡ —һәр ғаилә элек был файҙалы йәшелсәләрҙе ҡыш буйына етерлек итеп әҙерләгән. Биҙрәләп-биҙрәләп ҡара ҡарағат йыйып, шәкәр менән төйөп ҡуйыуҙары, йәй буйы еләк- емештән күп итеп ҡаҡ ҡойоуҙары — ифрат кәрәкле витаминдарҙы һаҡларға тырышыуҙан.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары ла ситтән килтерелгән түгел, үҙ ереңдә етештерелгән аҙыҡ-түлекте файҙаланырға, туҡланыуҙа милли традицияларға таянырға кәңәш итә. Сөнки ашҡаҙан-эсәктәр тап үҙебеҙҙең ризыҡтарҙы эшкәртеүгә көйләнгән. Мәҫәлән, беҙҙә авокадо, кокос, банан кеүек ят емештәрҙе үҙләштереүсе ферменттар юҡ.
Кескәйҙәрҙең туҡланыуына етди иғтибар биреү мотлаҡ. Күп осраҡта баланың өлкән кеше өсөн әҙерләнгән ашты яратмауы аңлашыла ла — үҫеп килгән организм башҡа матдәләр талап итә.
Иң тәүҙә уның нимә ашағыһы килеүен һорағыҙ һәм йәне теләгән ризыҡты тәмле итеп әҙерләү өсөн бөтә ижади һәләтегеҙҙе эшкә егегеҙ. Ябай ғына бутҡаны ла матур итеп еләк-емеш менән биҙәп йә бал ҡойоп бирһәң, тәрилкәне ялтыратып ҡуясаҡ. Аҙ ашаусы сабыйҙың аппетиты боҙолмаһын өсөн урыҡ-һурыҡ ҡапҡыларға рөхсәт итмәгеҙ. Тағы бер кәңәш: балағыҙҙы саф һауала уйнатығыҙ, асығып ҡайтып, тәмле итеп ашар.


Иртәнге ашты үҙең аша, төшкөһөн дуҫың менән бүлеш, кискеһен дошманыңа бир. Кешеләр ошо халыҡ мәҡәлен иҫтәрендә тотһа, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре күптәрҙе урап үтер ине. Кисен ризыҡтан бөтөнләй баш тартырға түгел, ә еңелсә генә ашап алырға кәрәк, мәҫәлән, быҡтырылған йәшелсә менән майһыҙ ит йәки балыҡ һәйбәт булыр. Ә йоҡлар алдынан бер стакан ҡатыҡ йәки кефир файҙалы. Төшкө аш аппетитты асыусы салаттан, һурпанан, ит (йәки балыҡ) һәм гарнирлы икенсе аштан торһа яҡшы. Иртәнге аштың әһәмиәте ҙур. Элек әсәйҙәр балаларын бутҡа менән һыйлаһалар, хәҙер иртән ашап мәктәпкә китеү ғәҙәте юҡҡа сыға бара. Төнө буйы үт ҡыуығында йыйылған үт аш эшкәртеү өсөн тотонолмай икән, ул ҡуйыра, яйлап ҡомға, унан ташҡа әйләнә. Шуға күрә иртәнге бутҡанан баш тартырға ярамай.


Бала дөрөҫ туҡланмай икән, был иһә уны бик иртә гастритҡа килтерә. Саҡ башланып торған ялҡынһыныуға иғтибар итмәһәң, ул ашҡаҙандың лайлалы тышсаһын бөрөштөрөүсе гастритҡа әйләнә, ә боҙолған күҙәнәктәрҙең яман шешкә әүерелеүе тиҙ.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан һаҡланыу өсөн ауыр үҙләштерелеүсе аҙыҡтарҙы сикләп, дөрөҫ туҡланырға кәрәк. Ашаған ризыҡтар сарыф ителгән энергия ҡеүәттәрен тултырырлыҡ булырға тейеш. Һис кенә лә ас йөрөргә, шул уҡ ваҡытта артығын ашарға ярамай. Һау кешегә бер үк сәғәттәрҙә көнөнә өс, ауырыуҙарға биш-алты мәртәбә туҡланырға кәрәк. Тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәрҙе эсеү ғәҙәтенән арынығыҙ, шулай уҡ газланған татлы эсемлектәрҙе онотоғоҙ. Томоштағы көсөргәнешле хәлдәрҙе тынысыраҡ ҡабул итергә өйрәнеү мәһим. Бынан башҡа ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары ғына түгел, башҡа сирҙәрҙән дә тулыһынса һауығып булмай. Ваҡытында йоҡлауҙың, физик күнекмәләрҙең ашҡаҙан һәм эсәктәрҙең, бөтә организмдың һаулығы өсөн мөһим булыуы тураһында ла иҫтә тотоғоҙ.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: