Ғүмер йомғаҡтарын һүткәндә...
Зың-зың итә мандолина ҡылдары.
Көндө-көнгә ялғай – ялғай
Зың – зың! Бүлмә эсе моңло көй менән тула. Ниндәй хисле, күркәм был моң! Кем уйнай тиһегеҙме? Был бит беҙҙең күрше Зиәфәт әбей. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан, мандолина сиртергә ярата ул.
Тәү ҡарашҡа ябай башҡорт әбейе, башҡаларҙан бер ере менән дә айырылмай. Тик яҡындан танышҡас ҡына уның бик үк ябайҙарҙан булмауын аңлайһың. Зиәфәт әбей — мәғариф ветераны, 33 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә, киләсәккә тәүге аҙымды дөрөҫ башларға өйрәткән...
Түбәнге Ләмәз ауылында йәшәүсе Миңлевафа һәм Кәшфулла Сәмиховтар ғаиләһендә көтөп алған сабый донъяға ауыз һала. Ғаиләлә ул унынсы бала була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға тиклем бер ағаһы Ниғмәтулланан башҡалары гүр эйәһе булып торған.
Зиәфәт инәйҙең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Аслыҡ, яланғаслыҡ осоро булһа ла белем алырға тырышҡан. Алтынсы класҡа күскән йылда ҡәһәрле һуғыш башлана. “Бигерәк ауыр ваҡыт булды, — тип хәтерләй инәй. — Ауылда ҡарт-ҡоро, бисә-сәсә һәм балалар ҡалды. Эш ҡулдары етмәй, 11-12 йәшлектәр хәлдәренән килгәнсә өлкәндәргә ярҙамлаша. Иртә яҙҙан утауға, һуңынан — сенажға, уныһы тамамланыуға бесән башлана. Ә көҙ етһә молотилкала иген һуғалар.” Бәләкәй генә, сос, теремек баланы йыш ҡына кәбән осларға мендерәләр. “Уңған ҡыҙ” тип йөрөтәләр үҙен. Шулай тамағы ашҡа туймай, йүнле кейем күрмәй үтә бала сағы.
Бөйөк Ватан һуғышы бөткәс, үҫмер Ләмәз мәктәбен тамамлап, Өфө педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә. Ул ваҡытта белгестәргә ҡытлыҡ: тиҙләтелгән программа буйынса, хатта йәй көндәрендә лә һөнәр үҙләштерәләр. Ике йыл тигәндә ҡулына диплом алып, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан белгесте Абҙан мәктәбенә тәғәйенләйҙәр һәм ул дәртләнеп эшкә тотона. Йәш уҡытыусыны ауыл халҡы бик йылы ҡаршы ала, бер апайға фатирға индерәләр. Уңған ҡыҙ балаларға белем биреү өсөн бар тырышлығын һала. Уҡыусылары менән генә түгел, уларҙың ата-әсәһе менән дә уртаҡ тел таба. Төп хеҙмәтенән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә, төрлө кисәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Ә кистәрен йәштәр менән уйындар уҙа, унда иһә мандолинаһы көйҙәрен һыҙҙыра. Бар яҡтан өлгөр, егәрле сибәркәйгә егеттәр ҙә күҙ һалғылай. Әммә Зиәфәт улар тураһында уйлап та бирмәй, һаман эш тип янып йәшәй. Шулай ҙа йәшлек үҙенекен итә, яҙмышы Әсәҙуллин Фәхретдинде юлына сығара, дөрөҫөрәге, мәктәптә осрата. Егет математика фәненән уҡыта. Тиҙҙән гөрләтеп туй яһап, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Икеһе лә тырыштар, мәктәптә лә, өйҙәрендә лә өлгөрәләр. Бәхеттәрен тулыландырып, бер-бер артлы улдары Әмир, Дамир, Заһир, Таһир һәм ҡыҙҙары Лира донъяға килә. Балаларын ҡарашырға әл дә өләсәләре бар: Зиәфәт инәйҙең әсәһе Миңлевафа менән ҡәйнәһе Гөлөстан һәр саҡ ярҙамдарынан ҡалдырмай. “Әсәйем менән ҡәйнәм булмаһа, мин уҡыта алмаҫ инем. Элек бит бәпескә ике ай тулыу менән эшкә сығырға ҡушылды. Рәхмәт ҡәҙерлеләремә. Бер йортта дуҫ-татыу йәшәнек,” — тип хәтерләй хужабикә ул саҡтарҙы.
Тормош бит, барыһы ла була, ниндәй генә ауырлыҡтар, яҙмыш һынауҙары осрамаһын гелән хәләле менән кәңәшләшеп, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Ғаиләлә дүрт бала тыуғандан һуң, юғары белем алһын тип, ирен институттың көндөҙгө бүлегенә уҡырға ебәрә. Фәхретдин ағай ышанмай: “Ысынлап ебәрәһеңме, шаяртмайһыңмы?” — тип өс көн буйы һорап йөрөй. Ә ҡатыны: “Фәхретдин, ысынлап әйтәм, бар уҡы, юғары белем алып, бына ошо дүрт улыңа өлгө күрһәт, һуңынан уларҙы уҡытырһың,” — тип аҡыллы ғына яуап бирә.
Ысынлап та балалары ла үҙҙәре кеүек аҡыллы, итәғәтле булып, белемгә ынтылып үҫә. Юҡҡа ғына уларҙы Абҙан ауылында уҙған “Шәжәрә” байрамында “Иң уҡымышлы ғаилә” дипломы менән бүләкләмәйҙәр. Биш баланың барыһы ла юғары белемле. Олоһо Әмир һәм иң кесе улдары Таһир Өфө нефть университетын тамамлап, Себер яҡтарында хеҙмәт юлы үткән. Дамир менән Заһир Мәскәү ҡалаһы циркында акробаттар була. Улар илебеҙҙең төрлө тармағында сығыш яһай. Әйткәндәй, Дамир ағай Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы исемдәренә эйә. Төпсөктәре Лира иҡтисад-финанс институтында һөнәр үҙләштерә һәм ғүмер буйы бухгалтер бурысын башҡара. Әлеге мәлдә барыһы ла хаҡлы ялдалар. Әмир менән Заһир тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнгән, Дамир — Өфөлә, Лира Стәрлетамаҡта йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Таһирҙары 2010 йылда фәжиғәле вафат була.
Лира апай бәйләмгә, бешеренергә оҫта. Ул әсәһенең ҡыуанысы-йыуанысы. “Әл дә бер ҡыҙым булған, ҡайтһа, бәпес кеүек ҡарай, хәстәрләй,” тип һөйөнөп һөйләй инәй. Эйе, йыраҡта йәшәһә лә, кинйәкәйе йыш ҡына килеп йөрөй, тәрбиәләп, ҡәҙерлеһенең күңелен күреп китә.
Ғүмеренең байтаҡ йылдарын балаларға белем биреүгә арнаған мөғәллимәне 1979 йылда күкрәгенә “хеҙмәт ветераны” орденын тағып, хаҡлы ялға оҙаталар. Әммә һәр саҡ эштән йәм тапҡан ханым тик ятып күнекмәгән шул. Абҙан ауылында “Дуҫлыҡ” ансамблен туплап, бергәләп сығыштар яһайҙар. Зиәфәт инәй мандолинаһында ла уйнай, йырлай ҙа. Тәүге музыка ҡоралын уға ағаһы Ниғмәтулла алып бирә, шунда үҙенең тырышлығы менән уйнап өйрәнә. “Ағайым да уҡымышлы ине, тик яҙмышы ғына аяныслы булды. 1942 йылда һуғышта батырҙарса ғүмерен бирҙе, өс балаһы етем ҡалды”, — тип әсенеп иҫкә алды ағинәй.
Тормош иптәше Фәхретдин ағай менән 52 йыл татыу ғүмер итәләр. Элек белгестәрҙе төрлө ергә ебәргәндәр: Әсәҙуллиндар ҙа алты йыл Оҙондарҙа, һуңынан шунса йыл Күмертауҙа эшләйҙәр. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә тыуған ауыл тарта. Алтын туйҙарын үткәргәндән һуң бер аҙ йәшәгәс, ғаилә башлығы ҡаты ауырыуҙан аяҡҡа баҫа алмай, яҡты донъя менән хушлаша.
Яңғыҙ ҡалған әсәләренә, ауылда көн итеүе ауыр булыр тип, Дамир улы район үҙәгенән фатир алып бирә. Һалҡын ҡыштарҙы инәй Архангелдә уҙғарһа, йәй етеү менән Абҙанға, Заһир улы менән Нина килене янына ашыға. Шулай һәр балаһының ҡәҙер-хөрмәтен татып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
“Тормош матур, ҡәҙерен белергә кәрәк. Ғүмер күҙ асып йомғансы үтә лә китә,” — тип ҡабатларға ярата ул. Бына оҙаҡламай Зиәфәт инәй 90 йәшен тултыра. Бер быуатҡа етерлек ғүмер! Әле лә ул бирешмәй, йәштәрсә төҙ баҫып йөрөй, аҡыллы кәңәштәрен биреп, күркәм донъяһына һөйөнөп йәшәй.
Лена Тойғонова - Шәйәхмәтова.