Сығышы менән бай тәбиғәтле, йәмле Тәүәкәс ауылы һылыуҡайы Айһылыу Мостафина үҙен мәктәп йылдарынан уҡ төрлө яҡҡа һәләтле икәнен күрһәтә. Район, республика кимәлендә ниндәй генә сара булмаһын — ҡыҙ шунда. Уҡыу алдынғыһы, әүҙем, тырыш, тип уҡытыусылары маҡтап бөтә алмай. Спортта ла һынатмай, предмет олимпиадаларында һәр саҡ яҡшы баһаларға өлгәште. Ике йыл рәттән “Һылыуҡай”ҙа номинацияларға эйә булды, гран-при яуланы.
Өлгөргәнлек аттестатын ҡулға алғас та, күптәнге хыялы, БДУ-ның география факультетына уҡырға инә. Студент йылдары — ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр һаҡлаһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сараларҙа әүҙем булыу ҙа мөһим. Үҙенең бәхетле йылдарын тик файҙалы һәм кәрәкле эштәр менән генә бәйләүсе Айһылыу ана шундайҙарҙан.
Эш, уҡыу уға төрлө конкурстарҙа, студенттар конференцияларында ҡатнашырға ҡамасауламай. Әлеге мәлдә РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетында иҡтисад йүнәлешендә белем эҫтәй. Иптәштәре араһында ихтирам ҡаҙанған, дуҫтары күп. Төркөмөндә староста итеп һайланған. Бер үк ваҡытта туҡланыу тармағында менеджер булып эшләп тә йөрөй. Ҡайһы берәүҙәр кеүек ата-әсәһенән аҡса һорамай, ә киреһенсә, үҙе уларға матди яҡтан ярҙам итә. Нисек өлгөрә икән ул? “Кеше менән аралашып, ҡайнап йәшәргә яратам”,— ти ҡыҙ. Шуға ла маҡсаты: уҡыу йортон уңышлы тамамлауп, хыялын ысын итеү. Алдына матур маҡсаттар ҡуйып, йәшлегенең ҡәҙерен белеп, йәшнәп, дәртләнеп, илһамланып йәшәгән ҡыҙҙың бар теләктәре тормошҡа ашырына ышанабыҙ. Уның кеүек өлгөлө йәштәребеҙ булғанда киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө. Афарин, Айһылыу!