Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Март 2019, 13:47

Эскелек —ҡурҡыныс сир

Бөгөн йәмғиәтте борсоуға һалған иң ҙур проблемаларҙың береһе — алкоголгә бәйлелек. Уны “йәшел йылан” тип сағыштырыу ҡаты эсемлектәр менән мауыҡҡандар өсөн генә түгел, тирә-яҡтағылар, хатта киләсәк быуын өсөн ни тиклем хәүефле икәнен асыҡ күрһәтә.
Табиптар фекеренсә, яҡындарҙың алкоголде йыш ҡулланыуына ҡаршы көрәштә уны иртәрәк асыҡлау мөһим. Сөнки алкоголизм — ҡурҡыныс сир, тәүге стадияһын ғаилә ағзалары һиҙмәй. Эскеһе килгән кеше өсөн сәбәп табылып ҡына тора: хеҙмәттәштең тыуған көнө, өйҙә ҡатын йә эштә етәксенең “көсөргәнеш”кә этәреүе һәм башҡалар. Беренсе стадияның эҙемтәһе — мотлаҡ ял көндәре, йоманан йәкшәмбегә тиклем “стресты бөтөрөү”. Бындайҙар туҡтай аласағына ышаныс тоя, тик үҙҙәрен контролдә тота алмайынса рүмкәгә үрелә. Ғаилә бәхәс тәҡдим итеп: “2-3 ай эсмәй ҡара, әйҙә иҫбатла, һүҙеңдә тор!”-тиһә лә, эш килеп сыҡмай. Ул сағында тейешле сара күрергә кәрәк.
Икенсе стадия — оҙайлы эске арҡаһында галлюцинациялар, эпилепсия, өйәнәктәр менән ҡылыҡһырлана һәм ошо хәлгә еткәндәргә араҡымы, башҡа шыйыҡлыҡмы, эсергә булһа шул ғына. Өсөнсөһө — инфаркт,панкреатит, алкоголь гепатиты,бауыр шеше, хатта үлем. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөтә донъяла уртаса алғанда Рәсәйҙә эскелектән ваҡытһыҙ үлем ике тапҡырға күберәк. Йылына 18 литр алкоголь (халыҡ иҫәбенә) ҡулланыу сәбәпле, йыл да 700 мең кеше ваҡытһыҙ вафат була. Шуларҙың 30 проценты — ир-егеттәр булһа, 15-е —ҡатын-ҡыҙҙар. Бер нисә ай эсендә һыра менән күп мауығып эскесегә әйләнергә мөмкин, ҡайһы берҙәрҙең кешелектән сығыуы 5-7 йыл дауам итә.
Алкоголизм бер кемде ҡарап тормай: ижад кешеһе ул, слесармы. Сәбәп — маҡсатһыҙ йәшәйеш йәки рухһыҙлыҡ, тормоштан йәм, үҙеңдең һәләтеңә ярашлы шөғөл таба белмәй мәғәнәһеҙ көн үткәреү.
Алкоголизм менән көрәш алымдары:
- тәү сиратта, психолог ярҙамы;
- алкоголгә ҡаршы препараттар, уларҙы көн һайын ҡулланырға кәрәк, тик әгәр ҡаты градуслы эсемлек ҡулланыла икән, ағыуланырға мөмкин;
-мускул туҡымаһына имплант препарат “тегеү”. Ауырыу алкоголь ҡулланған осраҡта хәл-торошо ауырлашыуы мөмкин,был хаҡта уға алдан уҡ иҫкәртелә;
-детокс — был физшыйыҡсалар, глюкоза, бәүел ҡыуы препараттары индереү, был алым кешене 1-3 көндә аңына килтерә;
- кодлаштырыу. Уны билдәле психотерапевт-нарколог А.Довженко тәҡдим иткән. Ҡатмарлы психотерапия технологияһы ярҙамында баш мейеһенә эскенән баш тартыу программаһы ебәрелә. Бер тапҡыр кодлаштырыу етмәй. комплекслы саралар зарур;
-энә рефлексотерапияһы, алкоголизмға ҡаршы өҫтәмә дауа ғына.
Татьяна Колязова,
наркология кабинеты фельшеры.
Читайте нас: