Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Март 2019, 12:03

Киләсәгебеҙ өсөн ҡурҡыныс юҡ!

Өфөлә йәштәрсә дәртле, ғәййәр, сағыу сара үтте. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең әүҙем йәштәре менән “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” гражданлыҡ форумы сиктәрендә осрашты. Улар араһында райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.Тиунова, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы директоры Т.Пискунова, баш ҡалала белем алыусы яҡташтарыбыҙ Рөстәм Сәйфетдинов менән Эдуард Степанов бар.
Сараның икенсе атамаһы “Тиң аралашыу” ине. Ысынлап та, етәксе менән йәштәр бер “тулҡында” булды һәм тиң һөйләште, йыйын “һорау-яуап” форматында ойошторолдо. Йәштәр республика етәксеһенә яңы проекттар, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын, төбәк өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙә үҙ ярҙамын тәҡдим итте. Радий Хәбиров уларҙың күбеһе менән ризалашты, һәр кемдең мөрәжәғәтенә ихлас яуап бирҙе.
Һорауҙарҙың киләсәккә, демографияға, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арналғандары байтаҡ булды. Тыуым кимәленә бәйлеһенә яуап биреп, Радий Фәрит улы:
– Республика бюджетында тыуымды дәртләндереү программаларына йүнәлтерлек аҡса бар,- тип белдерҙе. – Рәсәй Президенты В.Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен нәҡ ғаиләнән башланы. Тыуымдың кәмеүен беләбеҙ, уны арттырыуҙы дәүләт аҡсалата дәртләндерә. Әммә ресурстар сикһеҙ түгел, шуның өсөн дә һәр һумдың һөҙөмтәле йүнәлтелеүе мөһим. Беҙ тәүге бала өсөн 300 мең һум бүлеүҙе анализланыҡ һәм ул бигүк һөҙөмтәле алым түгел тигән һығымтаға килдек.
Табип Айгөл Заһиҙуллина төбәк етәксеһенә үҙенең проекты тураһында һөйләне һәм ярҙам һораны. Баҡһаң, ҡатын, йортон һатып “Ашығыс ярҙам” машинаһы алған һәм уны тағылма, кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырған. Ул республиканың ауыл-ҡалалары буйлап йөрөп, ошо машинала диагностика үткәрергә һәм сирҙе башланып өлгөрмәҫ элек асыҡлап, дауаларға тәҡдим итә.
– Мин сирҙе дауалау түгел, ә иҫкәртеү яҡлымын. Диагностика күп ваҡытты алмай – 20 минут та етә. Көнөнә 150 кешене ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Мин үҙемдең ошо социаль проектыма иғтибар һәм хеҙмәттәшлек итеүегеҙҙе һорайым,- тине ул.
Патриотик юҫыҡтағы һорауҙар ҙа бирелде етәксегә. “Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк координаторы Александр Юдиндың Еңеү көнөнә әҙерлек һәм ҡаһармандар иҫтәлеген мәңгеләштереүгә арналған фекеренә Радий Хәбиров:
– Серҙе сисәйем инде: быйыл 9 Майҙа Өфөлә күп хәрби техника йәлеп итеп, ҙур парад уҙғарырға әҙерләнәбеҙ,- тип белдерҙе. – Ғәҙәттәгесә, урамдар буйлап “Үлемһеҙ полк” үтәсәк. Беҙҙең быуын вәкилдәренә Еңеү һәм уның әһәмиәте тураһында һөйләү кәрәкмәй ине – ошо юҫыҡта тәрбиәләндек. Ә һеҙгә ауырыраҡ, ветерандар һаны ла йылдан-йыл кәмей. Был йәһәттән тәрбиә эшен алып барған кешеләргә рәхмәт.
Форумда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр исеменән Рөстәм Нәбиев сығыш яһап, ҡала мөхитен инвалидтар өсөн уңайлыраҡ итеүҙе һораны. Радий Фәрит улы уның менән килеште һәм ҡулдан килгәндең барыһын да башҡарырға һүҙ бирҙе.
– Мин Мәскәүҙә эшләгән саҡта шуға иғтибар иттем: унда бындай проблема юҡ тиерлек. Йорттарҙы һалған, урамдарҙы проектлаған саҡта уҡ инвалидтарҙы уйлап эш итәләр. Башҡортостанда был юғыраҡ, ҡалабыҙҙың коляскалағы инвалидтар өсөн уңайһыҙ булыуын күрәм,- тине ул.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: