Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Февраль 2019, 17:54

Грипп киҫкенләшә, ҡаршы торорға әҙерһегеҙме?

Төрлө төбәктә грипп күтәрелеүе тураһында ишетеп-белеп торабыҙ. Беҙҙең районда был йәһәттән хәл-торош нисек һуң?
2019 йылдың ғинуарында киҫкен респираторлы вируслы инфекция уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 4 тапҡырға күберәк. Сирлеләр араһында прививка яһалғандар —5-әү, шуларҙың 3-әүһе —балалар.
Үҙәк район дауаханаһының табип-эпидемиологы Ә.Ә.Мырҙағоловтың 2019 йылдың 31 ғинуарына ҡарата биргән мәғлүмәттәре буйынса 41 кеше тын юлдары инфекцияһы менән ауырыған. Шуларҙың 30-ы — яңы тыуған сабыйҙарҙан алып (4 балаға бер йәш тә тулмаған) 17 йәшкә тиклемгеләр. Грипп менән ауырығандар күҙәтелмәгән. Пневмония менән сирләгәндәр — 9, яңы тыуған сабыйҙарҙан алып 17 йәшлектәр — 4-әү.
2018 йылдың 31 ғинуары менән сағыштырғанда, киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән ауырығандар — 37, пневмония — 11.
Медицина хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: сәләмәт торошто һаҡлау мөһим, бының өсөн профилактик саралар күрергә кәрәк. Ауырыу билдәләре булған кешеләр менән аралашмаҫҡа; халыҡ күпләп йөрөгән урындарға бармаҫҡа (шулай уҡ транспортта ла); медицина битлеге (марлянан да ярай) кейергә; ныҡлап һәм йышыраҡ ҡулдарҙы һабынлап йыуырға йәки махсус ҡатнашма менән эшкәртергә; бүлмәне елләтеп һәм һауаһын дымландырып торорға; сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға (яҡшы йоҡо, баланслы туҡланыу, физик әүҙемлек).
Организмдың ауырыуға, грипп вирустарына ҡаршы тороу һәләтен арттырыу маҡсатында йәшелсә-емеш ашарға тәҡдим ителә. Уларҙа иммунитетты күтәреү өсөн витаминдар етерлек кимәлдә.
Башланғыс стадияһында сирҙе нисек асыҡларға тигән һорау тыуа.
— Грипҡа хас клиник билдәләр — уның киҫкен рәүештә башланыуы, ҡапыл тән температураһы күтәрелә (38 градустан юғары), ҡалтыраныу, йүтәл, баш ауыртыуы, мускулдарҙа ауыртыныу барлыҡҡа килә, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә,-ти Әлфир Әнәс улы. — Шуны айырыуса билдәләргә кәрәк, грипп бигерәк тә (пневмония, бронхит); ЛОР-органдар һәм тын алыу юлдары (отит, синусит, ринит, трахеит); йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы (миокардит, перикардит); системаһы (менингит, менингоэнцефалит, энцефалит, невралгия, полирадикулоневрит) кеүек елһенеүҙәргә дусар итеүе менән ҡурҡыныс. Тап пневмония үлемесле хәлгә лә килтереүе ихтимал.
Әгәр сирләп китһәгеҙ,тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.Үҙ белдегегеҙ менән дауаланырға ярамай! Белгес кенә дөрөҫ диагноз ҡуйып,кәрәкле дауа тәғйенләйәсәк.Уның күрһәтмәләрен мотлаҡ үтәргә кәрәк: ваҡытында дарыуҙар ҡабул итеү; түшәк режимын һаҡлау. Сөнки сирләгән саҡта йөрәк-ҡан тамырҙары, иммун һәм башҡа органдар системаһына көсөргәнеш төшә.
Һаҡланған — һаулыҡҡа туйған, тиҙәр. Шуға күрә сәләмәт хәл-тороштоң һәр кемдең үҙ ҡулында икәнлеген онотмайыҡ.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: