Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Февраль 2019, 17:51

20 канал – бушлай! Йәғни һанлы эфир телевидениеһы реформаһы

Республика халҡының 95 проценты юғары сифатта 20 каналды бушлай ҡарай ала башланы. Шулай ҙа күптәр был реформаны ҡабул итергә әҙер түгел әле. Республика халҡының 80 проценты кабель һәм спутник телевидениеға тоташтырылған. Улар бөгөндән үк бушлай 20 канал ҡарау мөмкинлегенә эйә.
Республиканың телевидение зонаһына инмәгән - 691, өлөшләтә генә ингән 475 тораҡ пункты бар. Улар араһында районыбыҙҙың Аҫҡын, Үрге Ләмәз, Үрге Фроловка, Ҡарағай, Ҡыҙғы, Ҡыҙыл Ырғыҙлы, Михайловка, Петропавловка, Приураловка, Родинка, Уҫаҡлы, Сикйылға һәм Яркинский ауылдары инә. Унда бөтәһе 867 кеше йәшәй.
Халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына һанлы телевидение өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам саралары ҡарала. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, республика Хөкүмәте 30 ғинуарҙа ике категорияға ҡараған граждандарға – пенсияһына федераль өҫтәмә түләү алған пенсионерҙарға һәм ай һайын балалар пособиеһына хоҡуҡлы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү хаҡында ҡарар ҡабул итте.
Әгәр был граждандар һанлы тапшырыу мөмкин булған биләмәлә йәшәһә, уларға телевизор өсөн һанлы приставкалар алыуға бер мең һумға тиклем аҡсалата компенсация түләнәсәк. Бының өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәктәренең урындағы филиалдарына йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә инде һанлы телевидение ҡарау мөмкинлеге булмаған ерҙә йәшәгәндәргә юлдаш (спутник) тәрилкәләре һатыу алыу һәм урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам ҡаралған.
Башҡортостанда теле һәм радиотапшырыуҙар һанлы форматҡа күсеү көнө – 3 июнгә билдәләнгән. Һанлы телевидениеның сигналы асыҡ буласаҡ, бер ниндәй һауа торошо ҡамасауламаясаҡ, видеолар Full HD һәм 4К форматында тапшырыласаҡ, шулай уҡ өҫтәмә хеҙмәтләндереү ҙә ҡаралған. Реформаның төп асылы – бушлай 20 канал ҡарау һәм 3 радиостанцияны тыңлау.
Әгәр ҙә һеҙҙә кабель ТВ, IPТВ йәки спутник тарелка икән, бының өсөн бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Яңылыҡ тик дөйөм йорт, бүлмә антенналары менән файҙаланғандарға ғына ҡағыла. Бының өсөн ике вариант бар:
1. Әгәр ҙә һеҙҙә DVB-Т2 стандарты һәм MPEG4 форматы тотҡан заманса һанлы телевизор икән, һанлы телевидениеға күсеү өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителмәй. Каналдарҙы көйләү генә лә етәсәк;
2. Әгәр ҙә 2013 йылға тиклем телевизор һатып алғанһығыҙ икән, ул ваҡытта көнкүреш техникаһы магазинында махсус приставка һатып алырға тура киләсәк. Хаҡы мең һум тирәһе. Ҡыҫҡа кәңәш - һатыусылар приставкаларҙың иҫке моделдәрен дә һатып ебәреүҙәре ихтимал. Ул да күрһәтәсәк, әлбиттә. Әммә технологиялар бер урында тормаған осорҙа, иртәгәһе көнөгөҙҙө лә алдан хәстәрләп, яңы моделдәрен алырға тырышығыҙ.
Иҫке телевизор булып, приставка һатып алмаһағыҙ, июндән үҙҙәренең аналоглы сигналын һүндермәгән каналдарҙы ғына ҡарай аласаҡһығыҙ. Был Башҡортостан юлдаш телеканалы (БСТ), ҡала һәм телевизион каналдар булыуы мөмкин. Башҡа каналдар урынына ҡара экран ғына күрәсәкһегеҙ. Әйткәндәй! Приставка һатып алып, үҙегеҙҙең хоҡуҡлы бушлай 20 каналығыҙҙы ҡарайһығыҙ икән, антенналарығыҙҙы ташларға ашыҡмағыҙ. Юғиһә, БСТ-ла яратҡан тапшырыуҙарығыҙҙы ҡарай алмаясаҡһығыҙ.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: