Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2019, 12:26

Оло тормошҡа әҙерләп

Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында “Үргә ос!” Беренсе мәктәп белем биреү форумы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт һәм йәштәр эше буйынса дәүләт комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин, мәктәп директорҙары, мәғариф өлкәһенең урындағы үҙидара етәкселәре, башҡарма власть органдары вәкилдәре, һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә еңеүсе уҡытыусылар — бөтәһе 745 кеше ҡатнашты. Беҙҙең райондан бер төркөм мәктәп директорҙары мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев етәкселегендә мәртәбәле йыйылышта булып ҡайтты.
— Форумда белем биреү мөхитенең психологик хәүефһеҙлеге, инклюзив белем биреү, уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу, һәләтле балаларға үҫеш шарттары булдырыу, “Һанлы белем биреү мөхите” проектын тормошҡа ашырыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса 10 дискуссия майҙансыҡтары эшләне. Осрашыуҙа Радий Хәбиров республика мәғариф системаһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте. Мәҫәлән, 1 сентябрҙән республикала юғары класс уҡыусыларын өлкәндәр тормошона әҙерләүсе “Үргә ос!” проекты эшләй башлай. Унда түбәндәге модулдәр бар:
— “Рулгә ултыр”. Танытманы мәктәптә үк алырға мөмкин.
— “Дөрөҫ туҡлан”. Уҡыусыларҙы сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтенә ылыҡтырыу өсөн уларға диетик аҙыҡтар менән махсус меню төҙөлдө.
— “Иркен һөйләш”. Уҡыусыларҙы инглизсә һөйләшергә өйрәтәләр. Грамматикаға һәм орфографияға ғына түгел, ә тап ошо телдә аралашырға.
— “Спорт менән дуҫ бул”. Уҡыусыларҙы төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә йәлеп итергә уйлайҙар.
— “Сәләмәт йылмайыу”. Барлыҡ ҙур мәктәптәрҙә (800-ҙән ашыу уҡыусы) стоматология кабинеттарын асалар. Бәләкәйерәк мәктәп уҡыусылары стоматологка график буйынса йөрөргә тейеш.
— “Шахмат уйна”. Балаларҙың аҡыл һәләтен һәм логик фекерләүен үҫтереү өсөн.
— “Бейе”. Был модуль уҡыусыларға классик бейеүҙәрҙе үҙләштерергә ярҙам итәсәк.
Сара барышында Радий Хәбиров республика мәктәптәрен биш көнлөк уҡыу программаһына күсеү тураһында иҫкәртте. Мәғариф министрлығына был мәсьәләне өйрәнеп, системаға нисек һәм ҡасан күсә башлау, белем биреүҙе ҡайһылай алып барыу өҫтөндә ентекле эшләү бурысы ҡуйылды.
Ауыл уҡытыусыларына ярҙам итеү
маҡсатынан “Ауыл уҡытыусыһы” тигән программа раҫланды. Төбәк етәксеһе быйылғы бюджеттың 60 млн һумын 600-әр мең һумдан 100 ауыл уҡытыусыһына тапшырырға кәрәк, йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы биреү мотлаҡ тигән фекерҙә.
Мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыу, төпкөлдәге уҡытыусыларға финанс ярҙам итеү тураһында урынлы һүҙҙәр яңғыраны. Мәғариф бүлектәренә ҡараған автобустарҙы — “Башавтотранс” ойошмаһына күсереү темаһы тикшерелде. Әле республикала 1320 мәктәп автобусы йөрөй, 1500 самаһы водитель эшләй. Уҡыусыларҙы ташыу “Башавтотранс”ҡа йөкмәтеләсәк. Артабан республика мәктәптәре рейтингын төҙөргә, ҡала, район белем усаҡтары араһындағы иң яҡшы унауһын гранттар менән билдәләргә тигән тәҡдим дә индерелде. Был сара мәктәптәрҙең үҫешенә, сифатлы белем һәм тәрбиә биреүгә булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, республика кимәлендәге ҙур саранан бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алып ҡайттыҡ,-тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Андрей Валентинович.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: