Кешелек йәмғиәтен фәндән башҡа күҙ алдына килтереү һис мөмкин түгел. Ул — беҙҙең йәшәйешебеҙ, күңелгә көслө рух биреп, эске донъябыҙҙы байытыусы. Ошо өлкәлә юғары бейеклектәргә күтәрелеп, районыбыҙҙың бәҫен арттырған яҡташ ғилем эйәләренең күп булыуы ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Хөсәйенова Айһылыу Хәмзә ҡыҙы уларҙың береһе. Тәүәкәс ауылында тыуған ҡыҙ урындағы мәктәптең 8-се класын тамамлағандан һуң, белемен Архангел мәктәбендә дауам итә. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, БДУ-ның филология факультетының рус бүлегенә инә. Артабан БР Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый, философия фәне буйынса диссертация яҡлай. Студент йылдарында уҡ ныҡлап тел ғилеме, философия һәм башҡа фәндәр менән ҡыҙыҡһынған ханым Башҡорт дәүләт педагогия университетының философия, социология, политология кафедраһы доценты, философия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә етә.
А.Хөсәйенова өс тиҫтә йыл студенттарға философиянан белем бирә һәм ысынбарлыҡтың ҡатмарлы һорауҙарын, мәңгелектең бөтмәҫ мәсьәләләрен, диалектика категорияһын, метафизик үҙенсәлектәрен өйрәтә. Шулай уҡ философия, социология һәм политология кафедраһы профиле буйынса магистранттарға, аспиранттарға лекциялар уҡый һәм уларҙың ғилми етәкселәре булып тора. Туған тел, милли мәҙәни белем биреүҙең социаль-философик аспекттары, уны артабан үҫтереү, башҡорт филологияһының мәсьәләләре, ер-һыу атамалары, халыҡ тарихына, мәҙәниәтенә бәйле сығыштары һанап бөтөргөһөҙ. 300 фәнни мәҡәлә, байтаҡ монографиялар авторы. Уның хеҙмәттәре “Ватандаш”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарында, РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Юғары аттестация комиссияһының матбуғат биттәрендә йыш баҫылып тора.
Тынғыһыҙ ғалимә Башҡортостанда, Рәсәй һәм сит ил кимәлендәге ғилми-ғәмәли форумдарҙа, конгрестарҙа, конференцияларҙа даими ҡатнаша, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй. Шул уҡ ваҡытта яҡташтары хаҡында ла онотмай. Ул “Архангел яҡташлығы” ойошмаһының иң әүҙем ағзаһы, районыбыҙҙың юғары уҡыу йорттарында һәм урта-һөнәри белем биреү учреждениеларында белем алған студенттар берлегенең етәксеһе, “Рәсәй философия йәмғиәте”, “Табын ырыуы” ижтимағи, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының белем биреү идаралығы ағзаһы.
Айһылыу Хәмзә ҡыҙын хеҙмәттәштәре, уҡыусылары тырышлығы, намыҫлылығы, кешелеклелеге өсөн ихтирам итеп тора. Фиҙаҡәр хеҙмәте Рәсәй, республика Мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм БР Мәғариф алдынғыһы исеме менән билдәләнгән.
— Үҙемдең тыуған ауылым Тәүәкәсем менән ғорурланам. Ул илебеҙ өсөн: Ташбулатова Әнисә Шәфәғәт ҡыҙы, Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы, Нафикова Светлана Хөсәйен ҡыҙы, Дилмөхәмәтова (Исхакова) Зилә Баймөхәмәт ҡыҙы кеүек аҡыллы кешеләрҙе бүләк иткән. Көслө рухлы ауылдаштарым миңә һәр саҡ өлгө булды. Мин дә улар һымаҡ фән юлынан үрләйем,- тине ғалимә.
Ғилем донъяһында арымай-талмай тир түгеп, үҙ эҙен ҡалдырыусы Айһылыу Хәмзә ҡыҙына уңыштар һәм яңы бейеклектәр теләйбеҙ.
Башҡортостан өсөн Бөтә Рәсәй фән көнө айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙҙең республикабыҙ фәнни-техник яҡтан үҫешкән төбәктәрҙән һанала. Бында ҙур халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар үткәрелеп тора, заманса технологиялар әүҙемләшә. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, тармаҡ ғилми-тикшеренеү институттары, юғары уҡыу йорттары фәне уңышлы эшләй.
Айһылыу Хөсәйенова, философия фәндәре кандидаты:
— Беҙ үҙебеҙҙең атамаларыбыҙҙы, аҫабалығыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалырбыҙмы? Башҡорт топонимияһында кешелектең бик боронғо, беҙ асылына ла төшөнөп етә алмаған сер ята. Шуға ла топонимия менән философия — улар бер-береһен тулыландырып торорға, ер-һыу атамалары философия күҙлегенән сығып тикшерелергә тейеш.