“Хоҙай беҙгә тел ҡөҙрәте биргән — ул бары тик туған телдә һөйләшеү, туған телдә аралашыу, туған йырҙарыңды йырлау, туған халҡыңдың рухи байлығын туған телең аша байҡау һәм кинәйәһенә төшөнөүҙән тора! Ошо тиклем байлыҡҡа эйә булғаныбыҙ өсөн Юғары көскә — Хоҙайға, Тәңрегә, Тәбиғәткә, Ҡояшҡа рәхмәт әйтәйек, ә булғанды юғалта барыусыларға ... һүҙем юҡ...” –тип Мәрйәм Бураҡаеваның әйткәндәре ҡайһылай хаҡ.
Ысынлап та, әсә телен ҡәҙерләп, уны тормошонда киң һәм әүҙем ҡулланыусылар кәмей бара. Халыҡ башлыса рус телендә аралаша, эш урынында һәм өйҙә лә — шул уҡ хәл. Башҡорт теле ассимиляцияға дусар булыуы менән күңелебеҙҙе өйкәй. Белем усаҡтарында дәрестәр һаны кәмеүе — үҙе проблема, ата-әсәләргә балаларына туған телде уҡытыу өсөн ғариза яҙыу кәрәклегенә лә һәр кемдең үҙ ҡарашы, үҙ яуабы. Ҡыҫҡаһы, туған телебеҙ яҡлауға, һаҡлауға мохтаж икәнлеген яҡшы беләбеҙ, шуға күрә ҡулыбыҙҙан килгәнсә тырышлыҡ күрһәтеү мөһим. Уның артабанғы яҙмышына битараф ҡалмау өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ? Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашайыҡ.
Ғөбәй Усманов, Абҙан ауылынан даими авторыбыҙ:
— Рәми Ғариповтың “Теле барҙың ғына иле бар”, - тигән һүҙҙәрен әйләнмәк һайын ҡабатлайым. Әсә теле ҡаныбыҙға һеңгән, олатай-өләсәйҙәрҙең өгөт-нәсихәттәрен тыңлап үҫкәнлектән, телебеҙҙең ҡәҙерен беләбеҙ һәм уны яҡындарыбыҙға ла еткерергә тырышабыҙ. Олатайым мәҙрәсәлә белем алған заманының алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы кешеһе ине. Тормошта ниндәй генә хәл-ваҡиғалар килеп сыҡмаһын, уның аманатына тап төшөргө килмәне. Улар йөрәккә уйып яҙылған.
Үҙ ваҡытында белгестәрҙең иғтибар биреп еткермәүе лә тел проблемаһын тыуҙырғандыр, бәлки. Бөгөн телебеҙҙе һаҡлау өсөн ҡулдан килгәнсә тырышырға тейешбеҙ.
Әлмира Юламанова, Убалар ауылы “Ағинәйҙәр ҡоро” рәйесе:
— Мине мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡытыу системаһына күсеү уйландыра. Һаман да шул башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре башҡа предметтар иҫәбенә ҡыҫырыҡланмаһын ине. Йәштәр — киләсәгебеҙ, тип әйтергә яратабыҙ ҙа, тик уларҙы үҙ телен һөйөр, ҡәҙерләр шәхес итеп тәрбиәләүгә ата-әсәләр ҙә вайымһыҙ рәүештә ситтә ҡалмаһын. Тәү сиратта, уҡыусыларға үҙ телендә аралашырға өйрәнһен тигән ниәт менән беҙ, ағинәйҙәр, төрлө бәйгеләр ойошторабыҙ. “Йома сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы” һәм башҡа саралар планлаштырыла. Башҡортса шиғырҙар ятлатыу ҙа күңелдәрен күтәрә. Ҡайһы берҙәренең башҡортса телдәре лә әйләнмәй, вата-емерә һөйләшә. Шуға күрә күберәк аң-зиһенен үҫтереү, хәтерен яҡшыртыу маҡсатында халыҡ уйындары, матур йолаларыбыҙ менән таныштырыу ҙа файҙаға ғына. Каникулдарын да мауыҡтырғыс итеп үткәрге килә.
Зилә Фәйзуллина, район “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы рәйесе:
— Әгәр бала өйҙә үҙ телендә һөйләшмәһә, мәктәптә генә тел нескәлектәрен төшөндөрөп булмаясаҡ. Бер-ике сәғәт эсендә уҡыусылар программа үтәһенме, иркен итеп һөйләшергә өйрәнһенме? Мәктәп — ярҙамсы ғына, быны ата-әсәләр яҡшы аңларға тейеш. Бөтә башланғыстың нигеҙе — ғаилә мөхите, тәрбиә. Этнопедагогиканың баһаһы ҙур. Хатта сабыйға исем биреү — асылыбыҙға бәйле. Хәҙер күптәр модаға эйәреп балаларына сит-ят исем ҡуша, уның мәғәнәһе тураһында әллә ни уйланмай. Кешенең үҙенән тора. Әгәр бәләкәйҙән телгә ҡыҙыҡһыныу, уны төплө өйрәнергә тырышыу, яҡындары менән иркен аралашып үҫеү форсаты бар икән, тимәк, бындайҙарға әсә теле башҡа телдәрҙе үҙләштерергә булышлыҡ ҡына итәсәк, үҙ теле уға ҡамасау түгел. Һиҙиәте, иманы булғандарҙы бер нимә лә ситкә тайпылдырмай, улар үҙ булмыштарына тоғро ҡала.
Миләүшә Бәширова яҙып алды.