Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
4 Февраль 2019, 18:01

Тере тарих һаҡлаусылар

“Ватан” туристик-тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәте тәрбиәләнеүселәренең район конференцияһы йәш быуын араһында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү, тыуған яҡты өйрәнеү, эҙләнеү эшмәкәрлеген үҫтереү, пропагандалау, халыҡтың тарихи һәм рәсми ҡомартҡыларын һаҡлау, уларға урындағы ойошмаларҙың иғтибарын йәлеп итеү маҡсатынан ойошторола. Бындай осрашыуҙар тыуған яҡты өйрәнеү буйынса байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән уҡыусыларҙың белем ҡеүәһен үҫтереп кенә ҡалмай, уларҙың илебеҙҙең ысын гражданы булып формалашыуына ла йоғонто яһай.
Конференция эшендә музей Советтарының әүҙем ағзалары, мәктәп музейҙарының, тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәктәренең етәкселәре, уҡытыусылар, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫарҙары, мәғариф бүлеге методистары, педагогик хеҙмәт ветерандары ҡатнашты. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм туризм буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ф.Ф.Хәсәнова, мәғариф бүлеге начальнигы А.В.Матвеев, район Советы рәйесе Р.М.Рәхмәтуллин, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры Ә.Й.Йортомбаева конференция эшенә йыйылғандарҙы тәбрикләп, уңыштар теләне.
“Тыуған яҡ йылъяҙмаһы”, “Һуғыш тарихы”, “Бөйөк Ватан һуғышы”, “Тәбиғи мираҫ”, “Яҡташтар”, ”Нәҫел ағасы”, “Тыуған яҡтың фольклоры һәм мәҙәниәте”, ”Этнография” номинациялары буйынса эҙләнеү эштәре алып барған “эҙәрмән”дәр билдәле кешеләр менән осрашып, күҙәтеүҙәр яһап, тарихи һәм рәсми сығанаҡтарҙың мәғлүмәттәренә таянып бай материал туплаған. Йәш үҫмерҙәрҙең оло хеҙмәтенә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, уларҙың туғандары, ауыл аҡһаҡалдарының хәтирәләре, боронғо фоторәсемдәр, наградалар һәм башҡалар ҙур әһәмиәт бирҙе.
Уҡыусыларҙың тыуған еребеҙгә, уның шәхестәренә, мәҙәниәтенә бәйле ҡыҙыҡлы сығыштарын диҡҡәт менән тыңлағандан һуң, түбәндәге урындар бирелде: “Һуғыш тарихы” номинацияһында 1-се урынды Варламова Дарья (1-се Архангел мәктәбе), 2-сене Шәрәфетдинова Гүзәл (Тирәкле) алды. “Тәбиғи мираҫ”та — 1-селеккә Ҡотләмәтова Аделия (1-се Архангел мәктәбе) һәм Защихина Виктория (Валентиновка) лайыҡ булды. ”Нәҫел ағасы”нда — 2-се урын — Безрукова Софьяға (Ырныҡшы), 3-сө — Шиһабетдинова Резедаға (Абҙан) бирелде. “Яҡташтар” номинацияһында 1-се Дунаева Анастасия (1-се Архангел мәктәбе), 2-се — Мейстер Анжелика (Максим Горький), 3-сө Григорьева Виктория (2-се Архангел мәктәбе). “Бөйөк Ватан һуғышы”нда 1-се урынды Бажанова Виктория (Валентиновка) алһа, 2-сегә — Әсмәндийәрова Ильвина (Оҙондар), 3-сөгә Хөснөтдинова Фәриҙә (Зәйет) сыҡты. “Тыуған яҡ йылъяҙмаһы” буйынса Мортазина Зарема (1-се Архангел мәктәбе) — 1-се, Әбдрәшитова Әлиә (Благовещенка) — 2-се, Кудряшова Елена (2-се Архангел мәктәбе) 3-сө урын алды. “Тыуған яҡтың фольклоры һәм мәҙәниәте”ндә 1-сегә Азимжонова Кутлугой (Максим Горький), 2-сегә Мәсәлимова Гөлназ (Абҙан), 3-сөгә Ғәйсәров Искәндәр (Ҡыҫынды), ә ”Этнография” номинацияһында 1-се урынға Панина Анна һәм Андриянова Юлия (1-се Архангел мәктәбе) лайыҡ булды.
Анна Маврина, педагогик хеҙмәт ветераны:
— Тарих — ул беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ. Һәр бер кеше тыуған еренең тарихын, халҡының көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәтен белергә тейеш. Тыуған яҡты өйрәнеүҙе айырым бер сара итеп кенә ҡарап булмай — ул белем биреү менән йәнәшә барған киң күләмле эҙләнеү проекты.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: