Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
4 Февраль 2019, 18:05

Беҙҙә лә тәртип урынлашыр…

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров:
— 1 ғинуар беҙҙең өсөн ҙур һынау - был көндән ил буйынса сүп-сар реформаһы үҙ эшен башланы. Беҙ уға етди әҙерләндек. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ошо эш менән шөғөлләнеүсе ойошмалар сүп-сар сығарыу өсөн хаҡты юғары ҡуйыуҙы талап итте. Ә Башҡортостанда иң түбән хаҡтарҙың береһе индерелде.
Сүп-сар мәсьәләһе бөгөн көсөргәнешлек тыуҙыра. Рәсәйҙә йыл һайын 60 млн тонна көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыла. Белгестәр белдереүенсә, бер кешегә йылына уртаса биш йөҙ килограмм ҡалдыҡ тура килә икән. Башҡортостанда санитар талаптарға яуап биргән 36 полигон эшләй, ә ҡалғандары санкцияланмаған сүплектәр. Тураһын ғына әйткәндә — беҙҙең еребеҙ ҡый ояһына әйләнеп бара. Бер кемдән дә йәшерен түгел — ҡала, ауыл кешеләренең күбеһе, хатта оло предприятиелар урман-баҫыуҙарҙа, йылға-күл буйҙарында сүплек ойоштора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы был күренеш һаман да күҙәтелә.
Ошо мәсьәләне нисек тә хәл итер өсөн 2019 йылдың 1 ғинуарынан бөтә Рәсәй халҡы ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итергә тейеш тигән ҡарар йәки “Сүп-сар реформаһы” ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, төбәк операторҙары сүп-сарҙы ташыу, сорттарға айырыу, эшкәртеү, зарарһыҙландырыу һәм башҡа процедуралар менән шөғөлләнергә бурыслы. Шулай уҡ санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү ҙә улар өҫтөндә. Законға ярашлы, һәр төбәк операторы көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙың нормативтарын эшләргә һәм билдәләргә, ҡалдыҡтарҙы биләмәлә урынлаштырыу схемаһын төҙөп раҫларға, төбәк операторын һайлап, уның менән килешеүҙәр төҙөргә тейеш.
Сит илдәрҙә ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеп эшкәртеү заводтары күптән ҡулланыла. Шуға күрә унда был өлкәнән байтаҡ килем дә алына, тәбиғәткә, кеше һаулығына ла бер ниндәй ҡурҡыныс янамай. Ә беҙҙең арабыҙҙа ҡайһы берәүҙәр эсәр һыуыбыҙҙы, һулар һауабыҙҙы ағыулаусылар рәтендә. Бөгөн иғлан ителгән реформа, бәлки ҡалдыҡтарҙы ойошҡанлы рәүештә йыйып, тирә-яҡ мөхитебеҙҙе таҙа тоторға өйрәтер. Тәүҙә ҡатмарлы күренһә лә, тора-бара кешеләр был күренешкә ылығыр һәм беҙҙә лә тәртип урынлашыр тип уйлайым.
Ғәҙәттәгесә, һәр яңылыҡтың ыңғай һәм кире яҡтары була. Сүп-сар реформаһы тураһында яҡташтарыбыҙ нимә уйлай икән? Уларҙың ҡараштары нисек?
Нәсимә Зыяитдинова, Тирәкле ауылы:
— Ауыл ерендә күберәк пластмасс һауыттар, тоҡсайҙар йыйылып китә. Быға тиклем беҙ уларҙы тоҡтарға тултырып сүплеккә оҙата инек. Картон, кәрәкмәгән ҡағыҙҙар мейес тоҡандырғанда яндырыла, ә быяла банкалар ҡабат ҡулланыла, ә консерваларҙы иһә иптәшем махсус тимер йыйыу пункттарына тапшыра. Ҡалған аҙыҡ-түлекте малға, ҡош-ҡортҡа ашатабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауылда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары ҡала менән сағыштырғанда күпкә аҙ.
Ҡыйҙарҙы сорттарға бүлеп айырым йыйыу яҡшы күренеш. Ул беҙҙе тәртипкә, мәҙәниәтле булырға өйрәтә. Хаҡы тураһында ҡулға квитанцияны алмайынса бер нимә лә әйтә алмайым.
Гөлнара Тимербулатова, Орловка ауыл хакимиәте башлығы:
— Илебеҙҙәге һәр реформа сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә. Тәбиғәтебеҙ аяныслы хәлдә. Кеше үҙенең вайымһыҙлығы менән уны көндән-кән һәләкәткә этәрә, упҡындың ситенә килеп еткән мәлдә, бына ошо реформа ҡотҡарыусылыр тип уйлайым.
Граждандар йыйылышында һәр кешенән ай һайын 35 һум күләмендә түләү алынасағы, ҡалдыҡтарҙы йыйыу тәртибе тураһында аңлатылды. Минеңсә, был ҡиммәт түгел. Сөнки ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өй һайын етәрлек. Магазиндарҙа аҙыҡ-түлектәр махсус вакуум пакеттарҙа, башҡа көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәр ҙә пластик һауыттарҙа сығарыла. Уларҙы айырым йыйып, тура эшкәртеүгә ебәреп, икенсе сеймал булараҡ ҡулланыу бик отошло. Ошондай ысул менән генә беҙ тәбиғәтебеҙҙе ҡотҡара аласаҡбыҙ. Кеше яйлап өйрәнер, эш бер ҡалыпҡа һалыныр тип уйлайым.
Алмаз Хужин, Архангел ауылы:
— Архангел ауылында хаҡты 70 һумға ҡалдырҙылар. Ғаиләлә кәмендә дүрт кеше йәшәй икән, тимәк ай һайын 280, ә йыл буйына 3360 һум аҡса түләргә тейешбеҙ. Бының менән бик килешеп етмәйем, сөнки минең уйлауымса, ошо хәтлем ҡый йыйылмай. Сүп-сарға килгәндә — картондарҙы яғабыҙ, картуф ҡабыҡтары һәм башҡа органик ҡалдыҡтар ер ашламаһына китә йәки малға ашатыла. Пластик һәм тимер һауыттар бер ай эсендә бер пакет самаһы ғына йыйыла.
Урам эсенә махсус контейнер эшләп, шунда көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйып, билдәләнгән уңайлы ваҡытта сығарттырыр инем. Әлегә ауылда 26 контейнер ҡуйылды, бер майҙансыҡта дүртәр һауыт тора. Ләкин уларҙың эргәһенә барып етәрлек түгел — көрт. Байтағының ҡапҡастары емерек, сүпте кешеләр нисек етте шулай ырғыта. Элегерәк ундағы ҡалдыҡтарҙы берәҙәк эттәр туҙҙырһа, хәҙер ҡайҙандыр төлкөләр килеп “тәртипһеҙлек” урынлаштырып китә. Башланған эш еренә еткерелергә һәм сифатлы булырға тейеш тип иҫәпләйем.
Яҡшы яҡтары ла ба, әлбиттә. Халыҡ әхлаҡлыҡҡа, таҙалыҡҡа өйрәнәсәк. Ләкин бының өсөн оҙайлы ваҡыт, түҙемлек кәрәк буласаҡ.
Халыҡ төрлөсә уйлап, фекер йөрөтһә лә беҙ коммуналь ҡалдыҡтар менән яңыса эш итеүҙе ҡабул итеп, еребеҙҙә тәртип урынлаштырыуҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә бурыслыбыҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: