Инйәр
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Ғинуар 2019, 11:27

Һәүәҫкәр “скульптор” Әүәләгән һындары күптәрҙе әсир итә



Хозур тәбиғәтле ерҙә тыуған кешенең күңеле ғүмер буйы матурлыҡҡа, сәнғәткә ғашиҡ була. Бындай кеше үҙе лә һиҙмәҫтән тирә-яҡта һәр саҡ гүзәллек тыуҙырырға тырыша, ябай ғына әйберҙәрҙән ләззәт таба, улар менән башҡаларҙы һөйөндөрә белә.
Архангел ауылының Юл урамында (Паркетныйҙа) йәшәүсе Марат Нәжметдиновты һәүәҫкәр рәссам-скульпторҙарҙың береһе тип атар инем. Ул һүрәт төшөрөргә әүәҫ, пенапласт кеүек ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан төрлө әкиәт геройҙарын, ә ҡышҡыһын ҡар-боҙҙан һындар эшләүе менән тирә-яҡҡа билдәле. Себер тарафтарында эшләп йөрөүсе ир-уҙаман ялға ҡайтҡан арала ауылдаштарын үҙенең матур ижад емештәре менән ҡыуандыра. Уның бигерәк тә ҡыш көндәре яһаған мөһабәт Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуы, кейек-ҡоштары һәр кешене әсир итә.
— Миңә алты йәш тулғанда атайыбыҙҙы йүнәлтмә менән Байкал—Амур магистрален төҙөргә ебәрҙеләр. Шул сәбәпле, тыуып-үҫкән Ҡурғаш ауылын ҡалдырып, ғаиләбеҙ менән алыҫ Братск ҡалаһы эргәһендәге эшселәр ҡасабаһына күсеп киттек. Бала сағым Башҡортостандан алыҫта үтте. Рус мәктәбендә белем алһаҡ та, атай-әсәйебеҙ менән һәр саҡ үҙ телебеҙҙә һөйләштек. Бәләкәйҙән үк һүрәт төшөрөргә, ағас һырларға яраттым. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә ябай ҡәләм, ҡағыҙ алып, күңелгә килгәндәрҙе һыҙмаҡлап ала торған инем.
Һуңғы арала был шөғөлдәремә етдирәк ҡарай башланым. Башҡа берәй уй килһә, тиҙ генә эскиздар төҙөйөм. Махсус белемем булмағас интернет селтәренә инеп белешмәләр алам. Шулай итеп, үҙ белдегем, идеям менән бынамын тигән әйберҙәр яһай башланым. Ейәнсәрҙәрем тыуғас, дәртем тағы ла артты.
Быйыл көҙ режиссер Алексей Сидоровтың “Т—34” 3D нәфис фильмының рекламаһын бер нисә тапҡыр ҡарағандан һуң, ҡарҙан Яңы йыл символдарын түгел, ә ошо данлыҡлы танкыны эшләү ниәте менән яна башланым. Ҡар яуғанын, көндәрҙең ныҡлап һыуытҡанын нисек итеп түҙемһеҙләнеп көткәнемде белһәгеҙ ине.
Ниһайәт, уңайлы осор килеп етте. Ҡатыным, улым менән өсәүләшеп баҡсалағы барлыҡ ҡарҙы йыйып, иң башта боҙ туңдырҙыҡ, артабан эскиз һәм фото ярҙамында һаҡлыҡ менән генә уның һынын махсус бысҡы һәм бысаҡ менән быса, юна башланым. Фотоһүрәткә ҡарай-ҡарай, һәр элементты ысынбарлыҡтағына оҡшатырға тырыштым. Тәгәрмәс сиптәрен эшләү ваҡытты ла, һәләтте лә күберәк талап итте. Әҙер “техниканы” буяп, ҡыҙыл йондоҙҙо беркеткәс “Т—34”-тең ысын күсермәһенең килеп сығыуына (әлбиттә, бәләкәйерәк масштабта) үҙем дә ышанмай торҙом. Ихатамдағы ҡар танкты күргәс ауыл хакимиәте башлығы, күршеләрем хуплау һүҙҙәрен еткерҙе. Иң ҡыуанғандары ейәнсәрҙәрем булды. Үтеп-һүтеп йөрөүселәр кереп фотоға төшәләр, бала-саға хәрби техниканы ҡарарға килә.
Киләһе йылға ауылдаштарым сит планета вәкилдәрен һәм билдәле булмаған осоу объектын эшләргә тигән тәҡдим яһаны әле. Шуға күрә икенсе ҡышҡа тиклем боҙ менән эшләү технологияһын, яҡтыртҡыстарҙы ҡулланыуҙы яҡшылап үҙләштерергә кәрәк буласаҡ,-тип һөйләп үтте Марат Рафаил улы.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: