Инйәр
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Ғинуар 2019, 12:03

Халыҡҡа — ентекле мәғлүмәт

Баҡалды, Ырныҡшы һәм Көмәрле ауылдарында ҡулланыусылар кооперацияларын, ауыл хужалығы сәнәғәтен үҫтереү буйынса йыйылыш ойошторолдо. Осрашыуҙа БР “Ауыл хужалығы консультациялары” дәүләт бюджет учреждениеһының ҡулланыусылар кооперацияларын үҫтереү бүлеге начальнигы Әлфиә Гәрәйшина, уның менеджеры Гөлнәзирә Аитова һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәлей Төгөлбаев ҡатнашты. Кәңәшмәлә ҡулланыусылар кооперацияһы хәрәкәтен әүҙемләштереү маҡсатынан аңлатыу эше алып барылды, норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәргә һәм табыш килтереүсе программаларға байҡау яһалды.
Әлфиә Мәүлит ҡыҙы әйтеүенсә, 2018 йылда республикала байтаҡ инициатив төркөмдәр ошо йүнәлеште һайлап алып, ҡулланыусылар кооперацияларын төҙөгән. Уларҙың күбеһе ауыл хужалығы продукцияларын тәрән эшкәртеп һатыуға сығарыу менән шөғөлләнә. Шулай уҡ нисек итеп инициатив төркөмдәрҙе төҙөү, кооперативтарға берләшеү, проекттарҙа ҡатнашыу тәртибе, уның шарттары менән таныштырылды. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, ташыу, һаҡлау һәм башҡалар өсөн техника, ҡорамалдар, ангарҙар һатып алыу мөмкинлектәре тураһында ла әйтеп үтелде, миҫалдар килтерелде.
Ә.Гәрәйшина кооперативтарға берләшергә теләүсе инициатив төркөмдәргә, ауыл ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү буйынса эшләргә теләк белдергәндәргә ҙур методик ярҙам күрһәтте.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: