Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Ғинуар 2019, 12:49

Урман бушлай булырмы?

2006 йылда Рәсәй Урман кодексына үҙгәрештәр индерелеүе сәбәпле, халыҡ урманда ҡороған ағастарҙы ҡырҡа, йығылғандарын утынға ала алманы. Яңылыҡтар бойомға ашҡас, күп кеше аптырашта ҡалды: ни өсөн һуң сереп ауырға торған, хатта ҡолаған ҡороған ағастарҙы яғырға ла алып булмай? Сереп ята, тик тотонорға ярамай? Урман кодексында ҡороған (сухостой), ятҡан (валежный) ағастарға ҡарата асыҡлыҡ индерелмәгәйне. Ундайҙарҙы тик утын әҙерләүгә һәм айырым участканы “деловой” өсөн ҡуртымға алғанда ғына алырға мөмкин булды (Рәсәй Урман кодексының 32-се статьяһы).
Ниһайәт, быйыл Рәсәй Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәреш индерелде. Уның икенсе өлөшөндәге “относится” тигән һүҙ артынан “валежник” тигәне генә өҫтәлгәйне, ҡоро-һары “ағас булмаған урман ресурстары”на (“к недревесным”) әйләнде. Рәсәй Президенты Владимир Путин үткән йылдың 18 апрелендә ҡул ҡуйған закон быйыл 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инде.
Өй һалыуға килгәндә, Рәсәй Урман кодексының 30-сы статьяһына һәм “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү” БР Законына (20.11. 2007 йыл, № 486-з), шулай уҡ кешеләрҙең ағасты үҙ мәнфәғәттәре өсөн файҙаланыуға алғанда һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөү тәртибенә (Башҡортостан Хөкүмәтенең 2010 йылдың 1 апрелендәге ҡарары менән раҫлана) ярашлы, граждандар ағасты яғыулыҡ маҡсатында, төҙөлөш өсөн әҙерләй ала. Үҙ мәнфәғәттәре өсөн әҙерләнгән ағас башҡа кешегә күсергә йәки бирелергә, һатылырға тейеш түгел. Ошонда уҡ нормативтар ҙа ҡаралған. Әйтәйек, шәхси йорт төҙөү өсөн 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр ағас бирелә. Өйҙә ремонт, яңыртыу үткәреүгә биш йылға бер тапҡыр 25 кубометрға саҡлы. Йорт алды, ҡаралты төҙөлөшө өсөн биш йылға бер тапҡыр – 50 кубометр, уларҙы ремонтлауға өс йылға – 15 кубометр, өйҙө һәм ҡаралтылағы башҡа төҙөлөш объектын йылытыуға (утынға) йыл һайын 20 кубометр ағас биреү ҡаралған.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: