Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Ғинуар 2019, 13:30

«100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы менән «Китап» нәшриәте Архангел районына юллана

«Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә. Шуның өсөн китап алғанда һаранлашмағыҙ. Китаптарҙан айырылмағыҙ», - тип яҙып ҡалдырған күренекле мәғрифәтсе, ғалим һәм әҙип Ризаитдин Фәхретдин. Ысынлап та, заман үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, китап кешенең төп рухи таянысы булып ҡала.
Бына нисәмә йылдар инде «Китап» нәшриәте әҙәбиәт һөйөүселәрен һөйөндөрә, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә. Архив мәғлүмәттәренән, тарихсыларҙың хеҙмәттәренән күренеүенсә, «Китап»тың тыуған көнө тип 1919 йылдың 16 октябре иҫәпләнә.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте — Башҡортостан Республикаһының башҡорт, урыҫ, татар, инглиз телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, педагогик, балалар, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен, һынлы сәнғәт тауарҙарын, электрон баҫмаларҙы нәшер итеүсе берҙән-бер дәүләт ойошмаһы.
«Китап» нәшриәте төрлө йылдарҙа төрлөсә атала: «Башкнига», «Башгиз» һ.б. 1994 йылда нәшриәт, үҙенең 75 йыллык юбилейы алдынан, рәсми юридик исемен Башҡортостан «Китап» нәшриәте итеп үҙгәртһә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 100 йыллыҡ юбилейы алдынан әҙибә исемен йөрөтә башлай.
Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, мәғрифәтен үҫтереүҙә, рухи байлығыбыҙҙы йәш быуынға еткереүҙә нәшриәттең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул бөгөнгө көндә лә халыҡ менән бергә тығыҙ йәшәргә, йыш аралашырға, халыҡ менән һәр саҡ бергә булырға тырыша, үҙ баҫмалары менән бөтә ил, Рәсәй һәм донъя күләмендәге һәр төрлө китап күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, мәшһүр дипломдарға лайыҡ була. Республикабыҙҙа ниндәй генә тантаналы саралар уҙмаһын, нәшриәт бер ваҡытта ла ситтә ҡалғаны булманы, ул һәр саҡ китап уҡыусыларын үҙ продукциялары менән һөйөндөрә торҙо, Башҡортостаныбыҙҙың район һәм ҡалаларына барып, әҙәбиәт һөйөүселәре менән осрашты.
Башҡортостан республикаһының һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә күптән ул Белорет, Бөрйән, Көйөргәҙе, Мәләүез, Ғафури райондарында һәм Силәбе өлкәһендә булды. Ошондай уҡ акцияны нәшриәт тиҙҙән Ғафури районына ла барып ойошторорға ниәт итә. Китаптарҙы республиканың иң алыҫ мөйөштәренә тиклем алып барып еткереү, милли әҙәбиәтте пропагандалау һәм китап уҡыуға иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыласаҡ китап һатыу күргәҙмә-йәрминкәһе 25 ғинуарҙа Архангел район мәҙәниәт һарайында ойоштороласаҡ.
Уҡыусыларға тәҡдим ителәсәк әҙәбиәт араһында Башҡортостандың тәбиғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә арналған баҫмалар, Мәрйәм Бураҡаеваның «Әҫәрҙәр», Ибраһим Ғиззәтуллиндың «Үлгәндән һуң утыҙ йыл», Рим Ахмедовтың «Одолень трава», Мостай Кәримдең «Оҙон оҙаҡ бала-саҡ» (башҡорт һәм рус телдәрендә), Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» (башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә), «Балалар әҙәбиәте антологияһы» (төҙөүсе авторҙар коллективы; башҡорт һәм рус телдәрендә), Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» (башҡорт һәм рус телдәрендә), Яҡуп Ҡолмойҙоң «Һайланма әҫәрҙәр», «Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары» (төҙөүсе авторы Фәнис Янышев; башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә), Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар», «Йыртҡыс ҡаны», Сергей Руденконың «Башкиры», Лира Яҡшыбаеваның «Зәйнулла ишан», Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә», 2019 йылға мәктәп һәм мосолман календарҙары, «Ҡөрьән Кәрим» китабының яңы баҫмаһы, уҡыу һәм методик әсбаптар, фотоальбомдар һәм шулай уҡ башҡа бик күп өр-яңы китаптар бар.
Сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптарыбыҙ һәр кемдең күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ. Китап сауҙаһына рәхим итегеҙ, хөрмәтле милләттәштәребеҙ!
Китап - халыҡты халыҡ итеп тотҡан, уны алға әйҙәгән ҡорал. Заман үҙгәрә килә, ҡорал да үҙ формаһын үҙгәртергә мөмкин, әммә эстәлеге үҙгәрмәй. Ул һәр ваҡыт бер маҡсатҡа - телде, мәҙәни байлыҡттарҙы һаҡлауға хеҙмәт итә, киләсәктә лә хеҙмәт итһен.
Р.А. Солтаҡаева, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте хеҙмәткәре, филол. ф. кандидаты
Читайте нас: