Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2018, 13:47

Күңелем гел яҡтыға уҡтала

Хаҡлы ялдағы ханымдарҙың ҡайһы берҙәре йәштәр кеүек дәртле, ут сәсрәтә. Өй ығы-зығыһы менән генә сикләнмәй, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Шундай гүзәл заттарҙың береһе — сығышы менән Стәрлебаш районынан Фәнүзә Әхмәтшина.
1981 йылда өйләнешкән Әхмәтшиндарҙың йәшәйеше, хеҙмәт юлы Архангелгә бәйле. Фәрит Кәбир улы район эске эштәр бүлегендәге янғын һағы инспекторы, аҙаҡ хәрби комиссариатта һаҡта эшләй. Атаһының юлын һайлаған Фәнүзә Миниғәлим ҡыҙы баш бухгалтер һөнәренә тоғро ҡала. Башта курстарҙа уҡый, унан — Йоматау ауыл хужалығы техникумын, артабан институттың иҡтисад факультетын тамамлай. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында — ревизор, 26 йыл 145-се һөнәрселек училищеһында бухгалтер булып ең һыҙғана. Пенсияға сыҡҡас та, өс йылдан артыҡ тырышлығын һала. Һәр ваҡыт коллективта ихтирам ҡаҙана, БР Ауыл хужалығы, БР Мәғариф министрлыҡтарының бихисап Почет грамоталарына, “БР мәғариф алдынғыһы” билдәһенә лайыҡ. Улар ике ҡыҙ (Гөлнара һәм Эльвира) тәрбиәләп үҫтерә, ғәзиздәренә юғары белем алырға ярҙамлаша. Олатай-өләсәй бәхете бөгөн ике ейәнгә наҙ-һөйөү менән ҡарата. Өфөлә төпләнгән бухгалтер һәм медицина өлкәһен үҙ итеүсе туғандары менән дә осрашып-күрешеп торалар.
Йыр-моңға ғашиҡ ханым 1997-2007 йылдарҙа район мәҙәниәт йортоноң академия хорында йырлай. Тәүҙә — “Хазина” башҡорт фольклор бейеү ансамблендә (етәксеһе Рәсимә Мөхәмәтйәрова), хәҙер иһә “Ихлас”та күңелен байыта.
— Бөтә сараларҙа ҡатнашырға тырышам,аралашыу йәнгә кинәнес бирә. Йырларға, бейергә кеше һүҙе менән түгел, үҙем бик теләп йөрөйөм. Был — эске булмышым талабы. Йорт мәшәҡәтенән тыш, баҡсала —сәскәләр, өйҙә бүлмә гөлдәре үҫтерәм. Элек узамбар миләүшәһе, кактусҡа өҫтөнлөк бирә инем, хәҙер ярандарҙы күпләп ултыртам, төрҙәре лә байтаҡ. Ҡул эшенә һәр кем маһир, беҙҙең Бузат ауылында, хатта ир-егеттәр бәйләм бәйләй. Мин ун йәштә ҡулыма энә алдым, күпме шәл һәм башҡа әйберҙәр бәйләгәнемдер, иҫәпләмәнем. Тәбиғәт күренештәрен яратам һәм ҡайҙа ғына барһаҡ та, фотоға төшөрәм. Бына стеналағы һүрәт телефонға төшөрөлгәйне, ҙурайтып картина итеп элдек, -ти хужабикә.
Бәхет һәр кемдең үҙенең ҡулында,тиҙәр. Ысынлап та, хаҡ һүҙәр. Тирә-яҡтың матурлығын күрә белеп, үҙҙәренең хәләл көсө менән бейек, матур йорт ҡалҡытып, донъяны алға ҡыуған хеҙмәт ветерандарының тормошо йәмле һәм ғәмле.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: