— Район гәзитен кинәнеп уҡыйым. Өс йыл рәттән инде бер йылға яҙылам, бик уңайлы!
Рәйсә Хисмәтуллинаның әйткәне хәтергә уйылып ҡалды. Оло йәштәге (78) инәйҙең “Инйәр”ҙән айырылмауы, бынан тыш, республика баҫмаларын да күпләп алдырыуы нимә тураһында һөйләй тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, эске торошто эҙмә-эҙлекле байытыу һәм рухты нығытыу, башҡаса мөмкин түгел. Нәҡ ошо йүнәлештә һәр кем, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер туҡтауһыҙ камиллашырға бурыслы. Әгәр башҡорт теле уҡытыусылары, мәҙәниәт, сәнғәт һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре ошондай ҡарашта булғанда, гәзит-журналдарға яҙылыу проблема тыуҙырмаҫ ине, моғайын, тип үҙемсә һығымта яһап ҡуйҙым.
Рәйсә Хисмәтуллина бынан күп йылдар элек Шишмә районынан йүнәлтмә буйынса баш бухгалтер итеп Баҡалды совхозына ебәрелә. Таштай батып, ғаилә ҡороп, хеҙмәтендә хөрмәт күреп йәшәй ул. Заманында ире Сәлимйән Рәхимйән улы менән эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүҙәре лә ғаилә парының эшһөйәрлеге тураһында һөйләй. Мал ҡарау еңел түгел, ҡул көсө менән ундан ашыу һыйыр һауыу, аҙыҡ әҙерләү, ер эштәре, уңыш йыйыу ғәйәт ҙур таһыллыҡ, сыҙамлыҡ талап итә. Шул саҡтарҙы иҫкә төшөрөп:
— Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, фермерлыҡҡа тотондоҡ. Ҙур һарай төҙөп, ишле мал-тыуар аҫраныҡ. Бабай иҫән саҡта икәүләп тырыштыҡ, ауырлыҡтарҙы күтәрә белдек. Хәҙер генә кешеләргә бөтә уңайлыҡтар бар, элгәре көйәнтәләп һыу ташыр, утын әҙерләп, мейескә ут яғыр инек. Ныҡлы саҡта йортҡа һыу индереү яҡшы булды. Өс улым, ике ҡыҙым да ситтә, яңғыҙым көн итәм, -ти хужабикә.
Бөгөн ул биш балаһының матур йәшәйешенән ҡәнәғәт. Даими килеп хәл белеүҙәре, ярҙамдары өсөн рәхмәтле. Уның йыл һайын бихисап баҫмаларға яҙылыуына яҡындары ла өйрәнеп бөткән. Инәй үҙ теләге менән яратҡан гәзит-журналдар алдыра. Ниндәй мәҡәләләр оҡшай тигән һорауыма ла уның яуабы етди ине.
— “Инйәр”ҙә бик матур мәҡәләләр баҫыла. Гәзит килеү менән бөтә биттәрен яйлап ҡына уҡып сығам, рәсми өлөшөн дә ҡалдырмайым. Телебеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәүгә етмәй. Телевизор ҡабыҙһам, донъя хәлдәрен, сәйәси ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтәм, ул ваҡытта бәләкәстәр йәнһүрәт ҡарарға ла баҙнат итмәй. Тыуған көнөмдә, ғинуар уртаһында, барыһы ла ҡайтып төшә. Минең өсөн улдарым, килендәрем, ҡыҙҙарым, кейәүҙәрем һәм ейән-ейәнсәрҙәрем өҙөлөп тора. Өр-яңы йыл миңә бәхетте мул өйә. Һәр береһенең ихтирамлы ҡарашына нисек һөйөнмәйһең?!- ти рухлы хеҙмәт ветераны шат йылмайып.