Әле күптән түгел генә һатып алынған смартфон насар эшләй башлаһа ни эшләргә? Тауарҙа берәй кәмселек асыҡланған осраҡта, уны кире сауҙа нөктәһенә тапшырыуҙы йәки алыштырыуҙы талап итә алабыҙмы? Был һорауҙарға Архангел ауылындағы адвокаттар коллегияһының юрисы Айбулат Татлыбаев аңлатма бирә.
—РФ Хөкүмәте тарафынан 2011 йылдың 10 ноябрендә ҡабул ителгән 924-се ҡарар менән раҫланған Техник яҡтан ҡатлаулы тауарҙар исемлегенең 6-сы бүлеге нигеҙендә, сенсор экраны булған, шулай уҡ ике һәм унан күберәк функция башҡарған көнкүрештә ҡулланылған навигация һәм сымһыҙ, шул иҫәптән спутник элемтәһе йыһаздары техник яҡтан ҡатлаулы тауарҙар рәтенә инә. Уларға ҡарата 1992 йылдың 7 февралендә ҡабул ителгән “Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы РФ законының 18-се статьяһының 1-се бүлегендәге нормалар нигеҙендә, бындай тауарҙы ҡулланыусыға тапшырған көндән алып ун биш көн эсендә унда кәмселектәр табылған осраҡта, ҡулланыусы түбәндәгеләрҙе эшләргә хоҡуҡлы:
-һатылған хаҡты яңынан иҫәпләп, шундай уҡ маркалы тауарға йәки башҡа маркалы смартфонға алыштырыуҙы талап итергә;
-һатылған хаҡты кәметтерергә;
-тауарҙың етешһеҙлектәрен аҡса түләмәйсә генә тиҙ арала бөтөртөргә йәиһә ҡулланыусы йәки өсөнсө зат тарафынан уны төҙәтеүгә киткән сығымдарҙы ҡаплатырға;
-һатыу-алыу килешеүен үтәүҙән баш тартырға һәм тауар өсөн түләнгән аҡсаны кире ҡайтартырға.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина яҙып алды.