Һәр бала, ата-әсә йәйге каникулдарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сөнки һәр кем ауылда, ҡалала, сит төбәктә йәки диңгеҙ буйҙарында ял итергә ниәтләй.
Ә шулай ҙа, балаларҙың ялын файҙалы, күңелле һәм хәүефһеҙ үткәреү өсөн мәктәп нигеҙендә ойошторолған көндөҙгө ял лагерҙарынан да отошлораҡ урын юҡ. Нимәһе менән уңайлы һуң улар? Бала көн һайын өйөнә ҡайтып йөрөй, класташтары менән аралаша, тәрбиәселәрҙең етди күҙәтеүе уларҙың хәүефһеҙлегенә ышаныс бирә, һәләттәре асыла, үҫә һәм иң мөһиме— ата-әсәнән сығымдар талап итмәй.
1-се Архангел мәктәбе нигеҙендә эшләгән лагерға уҡыусылар ҙур теләк менән йөрөй. Төрлө йәштәге балалар һәр береһе үҙенә оҡшаған йүнәлеш буйынса шөғөлләнә, ваҡытын файҙалы үткәрә. Ҡайһы бер тәрбиәләнеүселәр күңел асып, ял итеп кенә ҡалмай, вожатыйҙарының тоғро ярҙамсыларына ла әйләнә. Шундай әүҙемдәрҙең береһе—Зиннурова Луиза. Уңған ҡыҙ быйыл һигеҙенсе класҡа бара. Мәктәптә тик ”4” һәм”5” билдәләренә генә уҡый. Луиза мәктәп, район күләмендә уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, класташтары менән сәйәхәт итергә ярата.
—Быйыл мине лагерҙа вожатый ярҙамсыһы итеп тәғәйенләгәс бик шатландым, тәрбиәсе- ләр миңә ышанып яуаплы эш тапшырҙы. Үҙемде үҫеп киткәндәй хис иттем. Кескәйҙәргә хореография дәрестәрен бирәм, үҙемә оҡшаған көнсығыш бейеүҙәрен, флешмобты өйрәтәм. Шөғөлдәрем бик күп, ә иң оҡшағандары—һүрәт төшөрөү, тарихи китаптар уҡыу,—тип тәьҫораттары менән бүлеште Луиза.
Әйткәндәй, уңған ҡыҙ мәҙәниәт йортоноң сәнғәт түңәрәгенә йөрөй, барлыҡ концерттарҙа ла ҡатнаша. Мәк- тәптән тыш, ата-әсәһенең уң ҡулы ул. Йорт, ихата эштәрендә үҙен һынатмай, алты йәшлек Дамир ҡустыһы өсөн өлгөлө апай һәм дуҫ. Бына шундай әүҙем, дәртле балалар ял итә беҙҙең мәктәптәрҙә.
Дилара Бәҙретдинова.