Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Июль 2018, 16:41

Йәшнәтеп йәшәү сатҡыһын

Иңде-иңгә терәп бергә йәшәүҙәренә—64 йыл. Ошо ярты быуаттан ашыу ваҡыт арауығында бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, өй ҡото— етегән йондоҙҙай ете ғәзиз балаҡайҙарын тәрбиәләп, хеҙмәттән йәм, тәм табып ғүмер кисереүсе Таибә һәм Хәбир Фазыловтар менән осрашыу күңелдә онотолмаҫ эҙ ҡалдырҙы.

Иңде-иңгә терәп бергә йәшәүҙәренә—64 йыл. Ошо ярты быуаттан ашыу ваҡыт арауығында бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, өй ҡото— етегән йондоҙҙай ете ғәзиз балаҡайҙарын тәрбиәләп, хеҙмәттән йәм, тәм табып ғүмер кисереүсе Таибә һәм Хәбир Фазыловтар менән осрашыу күңелдә онотолмаҫ эҙ ҡалдырҙы.
Һикһән тиҫтәһен уҙған Таибә Йомаҙил ҡыҙы илгәҙәклеге, баҫалҡылығы менән кү ңелде изгелеккә көйләһә, йор һәм шаян һүҙле Хәбир Әғзәм улы (1930 йылғы) менән әңгәмәләшеү уғата ғәжәпләндерә. Таҙа зиһенле уҙамандың хәтер һандығында тарихи үткәндәр бөгөнгөләй һаҡлана. 1905 йылғы атаһы Әғзәм Әбүбәкир улының Сталинград янында барған алыштарҙа һәләк булыуы, уның М.Шайморатов етәкселегендәге Башҡорт атлы 112-се дивизия составында алышыуы, атаһының Ростов өлкәһендә эшселәр ҡасабаһында ерләнеүе, ошо яҡтарға бер туған Фәниә һеңлеһенең улы Шамил менән барып таҡтаташтағы исемен күреп ҡайтыуы, тыуған ауылынан күптәрҙең тәүге көндәрҙән үк фронтҡа оҙатылыуы, класташтары тураһында ентекле бәйән итә. Һуғыш башланыуы ла, Бөйөк Еңеү яуланыуы ла иҫендә. Был хаҡта тотош бер китап яҙырлыҡ.
—Феликс Дзержинский менән бер көндә— 11 ноябрҙә тыуғанмын,- тип йылмая әңгәмәсем. —Тирәклелә тыуып үҫтем, ата-әсәйем колхозда эшләне. Һуғыш арҡаһында артабан уҡырға мөмкинселек булманы. Ҡайһы саҡта “ете класс академия бөттөм”, тип шаяртып алам. Һуғыш башланған көн Яхъя Ғафаров, Кинйәбай Баһауетдинов, Абдулла- йән Абдрахманов ағайҙар яуға китте. Көн һайын өсәр, бишәр, унар ауылдаш “һуғыш тирмәне”нә оҙатылды. Инәйем — атайым янына, Сәхирә әбей ире Тәҡиулла Әбҡәдиров эргәһенә Табынға, унан Дим станцияһына барып ҡайтты. Башҡорт атлы дивизия ойошторолоу уңайынан ирҙәре “учение” үткән. Атайым Мансур Ғилманов, полковник Сәйфулла Хәбиров менән бергә булған. Һуңынан улар аша атайҙың яраланыуын, госпиталдә 17 көн ятыуын белдек.
Һуғыш осоронда сәсеү, утау, бесән әҙерләүҙән ҡалмай ул, ҡышын утын ташый. Иҫәпсе, бригадир ярҙамсыһы, ат ҡараусы булып эшләй. 4 йыл әрме хеҙмәтендә Сахалинда авиация часында самолеттарҙың электр ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү буйынса өлкән механик була.
—Тыныс тормошта ялан бригадаһын етәкләнем, ферма мөдире, аҙаҡ Валентиновкала курста уҡып, тракторға ултырҙым, пенсияға тиклем Башҡортос танды гиҙеп сыҡтым. Юллама менән Болгарияға барҙым. 90-сы йылдарҙа “Урал” мотоциклы менән бүләкләнеләр. Яҙлы-көҙлө премия бирә торғайнылар. Ҡатыным гектарлап сөгөлдөр үҫтереүҙә тырышты. Заманында икебеҙ ҙә колхоз эшендә шаҡтай көс түктек. Олоғайылды хәҙер. Балаларҙың һәр береһе башлы-күҙле, донъялы, маҡсатлы йәшәй. Уларға ҡарап шатланабыҙ. Ҡунаҡҡа килеп төшһәләр, үҙемде бер сиреккә үҫеп киткәндәй тоям, - ти аҡһаҡал.
—Һаулығына зарланмай, аяғы ауыртһа ла, салғы алып, урамдағы үләнде саба һала. Йома иман йортона бара. Дини белемле кешеләр һирәк, шуға күптәр уға мөрәжәғәт итә,-ти Таибә инәй. — Ул-ҡыҙҙарыбыҙ килеп хәл белеп тора, ярҙамлаша. Өйҙә бөтә уңайлыҡтар бар хәҙер. 14 ейән-ейәнсәр, 8 бүләбеҙ бар, ошо түгелме ни бәхеттең ҙуры?
Ауылда Фазыловтарҙы хөрмәт итмәгән кеше юҡ. Иманлы һәм рухлы ғаиләгә кәңәш һорап та, йомош менән дә, шатлыҡ-һөйөнөстәр уртаҡлашырға тип тә киләләр. Яҡты йөҙлө, киң күңелле ололар менән аралашыу тормош һабаҡтары биреп кенә ҡалмай, ә һөйөүҙең мөғжизәле көсөн тойоп, үҙеңә яңы һулыш, бәләкәй генә асыштар яһарға мәжбүр итә.

Миләүшә Бәширова.

Читайте нас: