Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Июль 2018, 16:57

Ергә ереккән—уңышҡа өлгәшә

“Беҙҙең бурыс—ауылда эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһынған халыҡты бер урынға туплау, уларҙы йәлеп итеү, йәштәрҙең ауылдан китеүен туҡтатыу. Бер ниндәй бизнес та үҙ аллы үҫешә алмай, сөнки баҙарҙа конкурентлыҡ ҙур. Беҙ бөгөн эшкәртеү этабына инәбеҙ, шуның өсөн бизнесты аныҡ итеп ҡорорға кәрәк”,- тине БР-ҙың Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.

“Беҙҙең бурыс—ауылда эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһынған халыҡты бер урынға туплау, уларҙы йәлеп итеү, йәштәрҙең ауылдан китеүен туҡтатыу. Бер ниндәй бизнес та үҙ аллы үҫешә алмай, сөнки баҙарҙа конкурентлыҡ ҙур. Беҙ бөгөн эшкәртеү этабына инәбеҙ, шуның өсөн бизнесты аныҡ итеп ҡорорға кәрәк”,- тине БР-ҙың Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.
Республикала “Фермерҙар мәктәбе” уңышлы эшләп килә. Беҙҙең өс райондашыбыҙға унда белем алып ҡайтыу бәхете тейҙе. Шуларҙың береһе—Сикйылға ауылында йәшәүсе Альберт Ибәтуллин. Ул үҙенең проектта ҡатнашыу кисерештәре менән бүлеште:
—Уҡырға керер алдынан етди һайлау конкурсын үтергә тура килде. Тест һорауҙарына яуап биргәндән һуң тәҡдим ителгән проекттарҙың иң яҡшылары һайлап алынды. Бәйге шарттары буйынса 12 эш финалға сыҡты. Улар араһында умартасылыҡ павильондары, ат са бышын үҙ эсенә алған агротуризм, күп профилле крәҫтиән хужалығы, еләк үҫтереп “тере” ҡайнатма етештереү, балыҡсылыҡ йүнәлешендәге ауыл туризмы, апийорт ял итеү базаһы, һарымһаҡты киптереү һәм эшкәртеү кеүек проекттар тәҡдим ителде. Уҡыу барышында көнүҙәк программалар ҡаралды һәм төп баҫым бизнесты дөрөҫ алып барыуға, маркетингҡа яһалды.
—Белем биреү нисек ойошторолдо?
—Бер нисә көн беҙ иҡтисад һәм финанс, проекттар менән эшләү, юридик блок һәм һалым һалыу нигеҙҙәрен өйрәндек, шәхес үҫеше, сауҙа ойоштороу һәм команда төҙөү тренингтарында ҡатнаштыҡ. Республиканың ауыл хужалығы торошо һәм үҫеше менән таныштыҡ. Беҙгә Ауыл хужалығы министрлығы, БР Үҫеш корпорацияһы, сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлаусы, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеттары хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар һәм бизнес-тренерҙар һабаҡ бирҙе. Практик өлөштәрҙә уңышлы эшләп килгән КФХ- ларҙа булып, уның етәкселәре менән аралаштыҡ. Был осрашыуҙа һәр беребеҙгә үҙ остазыбыҙҙы һайлау мөмкинлеге булды. “Фермерҙар мәктәбе” дөрөҫ һөнәри йүнәлеш һәм белем алыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ошоға нигеҙләнеп күптәр үҙ проекттарындағы етешһеҙлектәрҙе төҙәтеп, белгестәр алдында уңышлы сығыш яһаны.
Миңә төрлө төбәктәрҙән килгән йәш, һәләтле һәм дәртле кешеләр менән аралашыу оҡшаны. Уҡыуҙарҙы тыңлаған һәр кем агробизнесты нисек ҡороу, ниндәй ҡыйынлыҡтар килеп сығыу мөмкинлеге тураһында аныҡ мәғлүмәт тупланы. Курстар бөткәс беҙгә “Фермерҙар мәктәбе”н тамамлауыбыҙ тураһында сертификат, “Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә ярҙам итеү” программаһында ҡатнашыуға тәҡдим яһалды. Уңайы тура килгәндә шуны билдәләп үткем килә, беҙҙә тауарҙы экспортлауҙа булышлыҡ иткән федераль үҙәк эшләй һәм ул тауарҙарын сит илгә сығарырға теләгәндәргә ярҙам итә.
—Проектығыҙ ҡыҙыҡһындыра....
—Урман-баҡса асыу уйы менән күптән йәшәйем. Әлбиттә, был оҙайлы эш. Сөнки питомник, баҡса, һыу ятҡылығы һәм умарталыҡ төҙөү ҙур сығымдар һәм ваҡыт талап итә. Ошо нигеҙҙә экотуризмды ла үҫтереп буласаҡ, өҫтәүенә, аҙыҡ-түлекте консерванттар ҡулланмай эшкәртеүсе мини-цех проектын да тәҡдим итә сәкмен. Һалҡын килеш һыҡтырылған көнбағыш майы, ярма, үлән сәйҙәре һәм башҡа бөгөн ҙур һорау менән ҡулланыл ған аҙыҡ-түлек етештерергә уйлайым.
—Үҙ эштәрен асырға теләгән-дәргә нимәләр әйтер инегеҙ?
—Йәштәр, яңы эш башлаған фермерҙар, төрлө программалар ҙа ҡатнашырға ҡурҡмағыҙ, ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Һеҙҙе мотлаҡ ишетәсәктәр. Ныҡышмалыҡ, уңғанлыҡ һәм тә үәккәллек кәрәк. Әлеге ва ҡытта Ауыл хужалығы ми нистрлы ғы тәбиғи продукцияларҙы етештереү, эшкәртеү буйынса яңынан-яңы проекттар сығарып тора. Илебеҙҙә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүсе корпорация ойошторолған, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә ярҙам итеүсе күп дәүләт программалары бар—быларҙың барыһы ла үҙ эшен яңы башлаусылар өсөн мөһим. Республика тарафынан һәр төрлө ярҙам саралары ҡаралыуы, һөҙөмтәле проекттарҙың эшләүе үҙ емештәрен мотлаҡ бирәсәк. Дәүләтебеҙ эшҡыуарҙарҙы ташламай, шуға күрә ышаныс менән ҡайттым.
—Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт,һеҙгә уңыштар теләйбеҙ.
Дилара Бәҙретдиноваяҙып алды.
Читайте нас: