Хаҡлы ялдағылар менән осрашып һөйләшеү, бер яҡтан, тәрән ихтирам уятһа, икенсе яҡтан, ғәжәпләнеү тойғоһон көсәйтә. Ни тиклем михнәт кисерелмәһен, уларҙың йөҙөндә сирылыу күрмәҫһең. Алыҫ үткәндәрҙе бөгөнгөләй тәмләп-тәфсирләп һөйләп, күңелдәрен бушатырға һәр саҡ әҙерҙәр.
Тирәкле ауылында булдыҡлы һәм татыу ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе—Гөлсирә һәм Ғәбделбәр Ғәниевтәр.
Яҡты йөҙлө һәм алсаҡ, йор һүҙле хужалар менән күрешеп һөйләшеү, ғүмер йомғағын сисеү үткәндәр хәтирәһен тергеҙеүгә арналды.
Гөлсирә Ниғмәтулла ҡыҙы Абҙанда белем ала. Баш ҡалала сауҙа-кулинар училищеһына уҡырға инә һәм һатыусы булараҡ хеҙмәт йылъяҙмаһын аса. Ғәбделбәр Ғәбделхалиҡ улы Стәрлетамаҡта һөнәрселек училищеһында комбайнсы, тракторсы һөнәрҙәрен үҙ итә. Әрме хеҙмәте йылдарында Тольятти ҡалаһына юллана һәм удар-комсомол төҙөлөшөндә ҡатнаша. 1966 йылда ғаилә усағы ҡабыҙыла. Алмас —йортҡа терәк, Зөлфиә, Дилиә өй биҙәктәре булып донъяларын йәмләй.
—Элгәре ҙур төҙөлөштәргә йәштәрҙе йәлеп иттеләр. Миңә Тольяттила бик оҡшаны. Эре өс предприятие төҙөүҙә ҡатнаштым. Тик кис дөйөм ятаҡҡа ҡайтһаң, ир-ат төнө менән кәрт һуға, тарта. Әле иҫемә төшһә, күңелем тула. Ял итергә форсат булмай торғайны,- тип хәтер ептәрен барланы хужа.
—Ситтә лә йәшәргә тура килде. Силәбелә Ғәбделбәр шахтала эшләне. Төрлө саҡтар булды. Бер килке 15 тин генә аҡса ҡалды, ә икмәк— 16 тин. Магазиндан күҙ йәше түгеп ҡайттым. Бурысҡа алып торорға таныш-белеш юҡ бит инде. Шул саҡтарҙа икмәк ҡәҙере тураһында ныҡ уйланылды,- ти Гөлсирә апай. — Шахта емерелеп, бер кеше үлгәс, 1973 йылда үҙебеҙҙең яҡтарға ҡайттыҡ. Мәктәп китапханаһына урынлаштым, унан клуб директоры вазифаһын үтәнем.
Алсаҡ, баҫалҡы һәм һәр ваҡыт ярҙамға килеүсе ханымды коллективта хөрмәт итәләр. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Ғәбделбәр ағай “Баҡалды” совхозында механизатор булып тир түгә. Ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Почет грамоталары ла ошоно раҫлай. Икеһе лә йәшәү мәғәнәһен яратҡан эшендә таба. Буш ваҡыттарҙа һәм байрамдарҙа Ғәбделбәр Ғәбделхалиҡ улы баянын ҡулына ала. Фестивалдәрҙә, бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнаша ул. Атаһына оҡшап йыр-моңға әүәҫ. Был хаҡта ғаиләнең бер ергә бөхтә итеп тупланған архив материалдары, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй. Бында 80-се йылдарҙа сыҡҡан “Ильич байрағы” менән бергә “Инйәр”, ”Архангельский вестник” район баҫмалары ҡәҙерләп һаҡлана. Ғаилә 2010 йылда ауыл биләмәһендә уҙғарылған Шәжәрә байрамында “Иң күркәм йорт” номинацияһында билдәләнеп, Диплом менән бүләкләнә.
—Донъя матур, йәмле хәҙер. Эш һөйгәндәргә юл асыҡ, әйҙә, ҡулыңдан килгән шөғөл менән бул. Заманында беҙ ал бирмәнек. Уйында ла дәртлеләрҙең дәртлеһе инек. Тальян гармунда ла һыҙҙырып уйнаным. Атайым башта был музыка ҡоралын ағайыма алып бирҙе, ул әрмегә киткәс, миңә ҡалды. Көнө-төнө тызҡылдата торғайным, көйҙө өйрәнмәйенсә тынманым,-тип аҡһаҡал йәшлек йылдарын иҫенә төшөрҙө.
Ғүмер миҙгелдәрен ҡабаттан яңыртыу уларҙың күңеленә кинәнесле тойғо биргәндәй. Маҡтаныу, маһайыу ҙа юҡ, ә йөрәктә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған матур ваҡиғалар, күңелле мәлдәр һәм тантаналар ихлас бәйән ителә. Ғәниевтәрҙең мәғәнәле һәм өлгөлө йәшәйеше, бәхетле ҡартлығы бөгөнгө йәш быуын өсөн бынамын тигән үрнәк.
Миләүшә Бәширова.