Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Июль 2018, 19:27

Түбәнге быуа — йәшәйеш сығанағы

Архангел ауылының түбәнге быуаһында урын лашҡангидротехник ҡоролманың авария хәлендә булыуы күп йылдар дауамында ҡәтғи мәсь әләләрҙән һаналды. Бына, ниһайәт, ул “Эграком” ЯСЙ-һы подряд ойошмаһы тарафынан төҙөкләндерелеп, күптән түгел файҙаланыуға тапшырылды.

Архангел ауылының түбәнге быуаһында урын лашҡангидротехник ҡоролманың авария хәлендә булыуы күп йылдар дауамында ҡәтғи мәсьәләләрҙән һаналды. Бына, ниһайәт, ул “Эграком” ЯСЙ-һы подряд ойошмаһы тарафынан төҙөкләндерелеп, күптән түгел файҙаланыуға тапшырылды.
Йылдар шауҡымында плотина таушала, тулыһынса яраҡһыҙға әйләнә. Уға илтеү се юлдарҙы яҙғы һыуҙар йыуып, ярғылап бөтә. Ә күпер авария хәлендә була. Уны үҙ көстәр менән генә ремонтлау мөмкин түгел, сөнки эш күп кенә сығымдар талап итә.
Ауыл биләмәһе башлығы Марина Адамчук һөйләүенсә, ҡоролма үткән быуатта, йәғни 1966 йылда эшләнгән. Шунан бирле тик ағымдағы төҙөкләндереү эштәре генә башҡарыла. Муниципаль район хакимиәте БР Экология министрлығына үтенес менән бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Мәсьәләнең ыңғай сиселешендә экологтар ярҙам күр һә тергә теләк бел дерә һәм республика ҡаҙнаһынан капиталь ремонт өсөн аҡса бүленә.
—2015 йылда — проект эштәре, 2017 — 2018 йылдарҙа иһә плотинаны яңыртып ҡороу башланды. БР Экология министрлығы заказсы булды, шулай уҡ уның тарафынан подряд ойошмаһы һайланды. Түбәнге быуа ял итеүселәрҙең яратҡан урыны ғына түгел, ауыл халҡының көнкүрешенә мөһим һыу запасы ла. Уның майҙаны 28,7 гектар, һыу миҡдары 618 мең кубометр тәшкил итә, — тип һүҙен тамамланы Марина Петровна.
Ошо көндәрҙә гидротехник ҡоролма эшләй башланы. Тормош сығанағына эйә быуа һыу менән тулыланды. Аҡҡош-селәндәр, ҡондоҙҙар, балыҡтар электән өйрәнгән урындарына ҡайтты. Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар ҙа йәйҙең эҫе көндәрендә һыу буйына йыйыла.

Рәғиҙә Ғиззәтуллина.

Читайте нас: