Архангел ауылында йәшәүсе Ф. ғаилә килемен яҡшыртыу өсөн ваҡ мал- тыуар (һарыҡ, кәзә), ҡош-ҡорт аҫрай. Тик ошо көндәрҙә уның хужалығы бүреләрҙән зыян күрә. Йыртҡыстар төнгөлөктә аҙбарында торған өс кәзәһен тамаҡлай, ә икәүһен йөкмәп алып китә. Бындай күренеш шулай уҡ районыбыҙҙың Максим Горький, Убалар, Зәйет, Тирәкле ауылдарында ла күҙәтелде. Йыртҡыстарға ауыл ға уҡ керергә аслыҡ мәжбүр итәме, йәиһә балаларын һунарға өйрәтәме, бүтән сәбәптәрме, билдәһеҙ…
—Быйылғы ҡыш урмандарҙағы йәнлектәр өсөн бик яҡшы килде. Ҡар аҙ булғанлыҡтан, бүреләр күпләп үрсене. Районда һунарсылар етерлек, тик бүре бик хәйләкәр, шуға күрә уны аулауы ауыр. Ҡапҡан һалырға йәиһә ҡаргиҙәрҙәр менән ҡыуып һағаларға була, ләкин һәр һунар уңышлы булмаҫҡа ла мөмкин. Урманда ашарға табыу улар өсөн күп көс сарыф иткәнлектән, кәртәлә бикле торғандарына һөжүм итә, - тип аңлатма бирҙе был хаҡта БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының һунар күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы Юрий Кириллов.
Ошонан сығып, шәхси хужалыҡ тотоусыларға зыяндан ҡасыу өсөн төнгөлөккә мал-тыуарҙарын ҡураға бикләүҙәрен, һаҡлыҡ сараларын онотмауҙарын теләйбеҙ. Халыҡ та бит һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тип юҡҡа әйтмәгән.
Гөлназ Фәтҡуллина.