Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
9 Июль 2018, 18:37

«Инйәр»һеҙ йәшәй алмайым»

Көслө рухлы, “мин башҡорт” тип йән атып торған кешеләрҙең арабыҙҙа булыуы һөйөндөрә, ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Көслө рухлы, “мин башҡорт” тип йән атып торған кешеләрҙең арабыҙҙа булыуы һөйөндөрә, ғорурлыҡ тойғоһо уята. Оло быуын вәкилдәре элек-электән матбуғат менән дуҫ булды, бөгөн дә улар заман ауырлыҡтарына ҡарамай, хаҡтарҙың артыуына, финанс көрсөгөнә һәм башҡаларға һылтанып тормай, район матбуғатына тоғролоҡ һаҡлай, йыл һайын яҙылып, һәр һанын уҡып килә.
Башҡорт телендәге милли баҫмаларҙың тираждарының кәмеүе һуңғы йылдарҙа оло мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Өлкәндәргә алмашҡа килгән йәштәр матбуғат менән ҡыҙыҡһынмай, күпселек интернет селтәренән мәғлүмәт алыуҙы хуплай. Район милли гәзите халыҡ мәсьәләләре буйынса фекер алышыу, яңылыҡтар, уңған, үҙенсәлекле яҡташтарыбыҙ менән танышыу, кешеләрҙе берләштереү маҡсатында йәшәй. Әгәр ҙә халҡыбыҙ уны алдырмаһа—милләт ҡаҡшаясаҡ. Башҡорт матбуғаты—туған тел, тарих, мәҙәниәт кеүек халҡыбыҙҙың күҙ ҡараһылай һаҡланырға тейеш ҡиммәте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ошоно аңламай. Кәрәкле әйберҙәрҙе интернеттан уҡыйым, мин гәзиткә мохтаж түгел, баш ҡортса уҡый белмәйем, аҡсамды әрәм иткем килмәй, хатта юҡ, мин алдырмайым, бөҙрәханаға барып ҡайттым тип мең сәбәптәр табып яҙылмай ҡала. Һуштан яҙырлыҡ! Бөгөн шулай уйлайбыҙ. Туған тел, халыҡ, тарих яҙмышына битарафбыҙ, ә иртәгәһен юҡҡа сыҡһаҡ, беҙ кем булабыҙ? Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләмәһәк, беҙҙең яҙмышты башҡа берәү ҙә хәл итмәйәсәк. Гәзитебеҙҙе һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү берләшеп хеҙмәттәшлек итеүҙе талап итә. Быны аңлаған рухлы гәзит уҡыусыларыбыҙ “Инйәр” гәзитен бер ҡалдырмай алдырып, уҡып бара.
Шундай тоғро уҡыусыларыбыҙҙың береһе—Тәүәкәс ауылында йәшәүсе Сөлхиҙә Хисмәтулла ҡыҙы Илназарова. Ул Муллаҡай ауылында 6 балалы ишле ғаиләлә тыуған. Тирәкле ауылы мәктәбенә йөрөп, ете класс белем алғандан һуң колхоз эшенә егелә, башҡаса уҡыу эләкмәй. Бөтә тиҫтерҙәре күргәнде ул да күрә, ил кисергәнде кисерә. Сөгөлдөр баҫыуында ла, фермала ла тир түгә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Үҫеп буй еткергәс Тәүәкәс ауылы егете Фаяз Илназаров менән танышып, кейәүгә сыға. Бер-бер артлы алты малайға ғүмер бирәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсәүһе был донъянан китеп барған. Ҡалған улдары әсәләренең хәлен белеп, ярҙамлашып тора. Инәй әле лә мал, ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә, балаларының, ейән-ейәнсәр ҙәренең изгелеген, игелеген күреп матур донъя көтә. “Кесе малайым Флүр мине яңғыҙымды ташлап китмәне, төп йортта ҡалды. Ул минән бер эш эшләтмәй, тик аш-һыу менән генә булышам. Бик егәрле, тәртип, бөхтәлек ярата. Факил улым менән Рәғиҙә киленем көн дә тиерлек килеп тора. Үҙемдең ҡыҙҙарым булмағас, килендәремде яратам, бер ваҡытта ла һүҙгә килгән юҡ. Архангелдә йәшәгән Фаниязым менән киленемә лә рәхмәт, ҙурлап, хөрмәт итеп торалар. Ҡарт булһам да ҡул ҡаушырып ултырмайым. Гәзит уҡырға яратам, бер йыл хатта бүләккә сәйнүк отҡайным, тотонмайым— иҫтәлек булып торһон. “Инйәр”ҙе көтөп алам, мин унһыҙ йәшәй алмайым. Башҡаларҙың уға яҙылмауына аптырап ҡуям. Ғүмер буйы район гәзитен уҡыныҡ, балаларыма ла васыят итеп әйтәм, үҙебеҙҙең башҡорт гәзитенә яҙылып тороғоҙ,”- ти күпте күргән Сөлхиҙә инәй.
Үҙ заманында колхозда ал-ял белмәй эшләгән, донъя яңылыҡтарынан артта ҡалмаҫҡа тырышып гәзит-журналдар алдырған, мәсеткә йомаларға йөрөгән рухлы ағинәйҙәребеҙҙең васыятын үтәгәндә гәзитебеҙ йәшәр, башҡорт рухы һүнмәҫ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: