Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Июнь 2018, 11:46

Тәүәкәлләгән—таш ярған

Кешенең ниндәй маҡсат менән, нисегерәк йәшәргә тырышыуы уның мөхитенә бәйле. Яҡташтарыбыҙ араһында дәртле, булдыҡлы кешеләрҙең булыуы, халҡыбыҙҙың матур, етеш тормошҡа ынтылыуы һөйөндөрә. Шундайҙарға ҡарап күңелдәге аҡ сәм менән уларҙан өлгө алырға тырышаһың.

Кешенең ниндәй маҡсат менән, нисегерәк йәшәргә тырышыуы уның мөхитенә бәйле. Яҡташтарыбыҙ араһында дәртле, булдыҡлы кешеләрҙең булыуы, халҡыбыҙҙың матур, етеш тормошҡа ынтылыуы һөйөндөрә. Шундайҙарға ҡарап күңелдәге аҡ сәм менән уларҙан өлгө алырға тырышаһың.

Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылын үҙ төйәге итеп, инде нисә йылдар малсылыҡ менән шөғөлләнгән Айгөл Усманованы районыбыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. Был йәш ҡатындың егәрлелеге, ныҡышмалылығы, ярҙамсыл булыуы уның тирәләй халыҡты берләштерә, ойоштора.

Күп йылдар күңеленә тынғылыҡ тапмаған Айгөл, аныҡ бер ҡарарға килеп, ауылға ҡайтып үҙ эшен асырға йөрьәт итә—малсылыҡҡа тотона. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамай маҡсатына ынтыла. Ҙур эшкә дәртләнеп тотонғас, ярты юлда туҡтап ҡалырға иҫәбе юҡ. Малсылыҡтан тыш ауыл туризмы йүнәлеше буйынса ла проектты тормошҡа ашырырға теләй. Был тәү ҡарамаҡҡа ҡатмарлы эш, ләкин ниәтләгән, маҡсатына ирешкә, тигән кеүек Айгөл был эште лә атҡарып сығарыуына ышана.

Агротуризм—ауыл туризмының бер тармағы. Ул туриндустрияның өмөтлө йүнәлеше. “Беҙ Рәсәй крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына эске туризмды үҫтереүҙә үҙ өлөштәрен индерергә мөмкинселек бирергә тейешбеҙ”,- тине Рәсәй Президенты В.В.Путин. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар был осраҡта аҡса эшләп кенә ҡалмаясаҡ, ә халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеп, һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеп, ерле халыҡҡа эш урындары булдырасаҡ, үҙ продукцияларын тәҡдим итеп, ҡаҙнаһын арттырыуға мөмкинлек бирәсәк. Ысынлап та, туристар араһында һуңғы ваҡытта умарталыҡта эшләп, саф һауа һулап, яңы һауылған һөт, ҡымыҙ эсеп, һыбай йөрөп асыҡ һауала йоҡлап ял итеү танылыу яулай.

Айгөл Усманова был йүнәлеш буйынса әлегә эшләй башламаһа ла, унан ҡунаҡтар өҙөлмәй. Шуларҙың береһе—БСТ телеканалы хеҙмәткәрҙәре һәм “Мәргән уҡсы” ойошмаһы егеттәре. Юлай Ғәлиуллин етәкселегендә баш ҡала ҡунаҡтары хужалыҡҡа ҙур йомош менән килеп төштө. Башҡортостандан “Мәргән уҡсы” ойошмаһы XVII-XIX быуаттарҙағы башҡорт атлы ғәскәрен һынландырып, Ҡаҙағстанда 9-10 июндә үтәсәк “Оло дала. Күсмәндәр донъяһы” тигән фестивалдә ҡатнашасаҡ. Ойошма һыбай йөрөү күнекмәләрен үткәреү маҡсаты менән беҙҙең районды һайлай, сөнки уларға өйрәтелгән аттарҙың бер ерҙә булыуы мөһим ине. Ижади төркөм А.Усманова хужалығында күнекмәләр үткәреп, саф һауала рәхәтләнеп ял итеп баш ҡалаға ҡайтты. “Айгөлдөң ауыл туризмы менән шөғөлләнергә мөмкинселектәре бар, ғөмүмән, һеҙҙең районда туризм менән булышыу өмөтлө, тик башлап ебәреү генә кәрәк”,- тине ойошманың әүҙем ағзаһы Денис Өмөтбаев.

Эйе, районыбыҙ матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Был инде туристарҙы ылыҡтырыу өсөн бик ҡулайлы. “2011-2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында туризмды үҫтереү” программаһының ҡабул ителеүе ыңғай һөҙөмтәләр бирә башланы. Айгөлдөң дә маҡсаты тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ һәм уға уңыштар теләйбеҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: