Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
28 Май 2018, 18:53

Китап донъяһына юл ярыусы

Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәгә булған урын. Кешеләр бында әҙәбиәт алыу өсөн генә килмәй, ул үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, күңел йылыһын, рухын алыу, мәшәҡәт донъяһынан арыныу ышығын эҙләй.

Тәүәкәс ауылы китаханасыһы Гөлнара Ташбулатова хеҙмәт юлын Тәүәкәс ауылы мәктәбендә пионервожатый булып башлай, бер үк ваҡытта мәктәп китапханаһын да етәкләй. 2008 йыл ситтән тороп уҡыуын тамамлағас мауыҡтырғыс, тынғыһыҙ ауыл китапханасыһы эшенә сума. Китап һәм уҡыусы араһын яҡынайтып, кешеләр күңелен рухи яҡтан байытыу өсөн ҙур көс һала. Гөлнара Сәғит ҡыҙы мәктәп, ауыл клубы менән һәр саҡ хеҙмәттәшлек итә. Улар менән фәһемле, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс саралар ойоштора. Арҙаҡлы шәхестәрҙең ижады, тормош юлына арналған әҙәби-музыкаль кисә тиһеңме, китап уҡыусылар конференцияһымы, иҫтәлекле даталарға арналған байрам булһынмы—бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡалмай. Бүлмәһенә инеү менән бөхтәлелек, һәр әйберҙең айырым бер нәзәҡәтлек менән үҙ урынын биләүе, тәртип күҙгә салына. Матбуғат тупланмалары, яңыртылып торған стендтар, күргәҙмәләр ойошторолоп тора. Ғөмүмән, китапхананан кеше өҙөлмәй, һәр бер сара тәрбиәүи маҡсатта үтә.
Ҡарашынан игелек бөркөлгән, бар булмышынан яҡтылыҡ, нур сәселгән был мөләйем ҡатынға һоҡланмау мөмкин түгел. Матур, изге күңелле Г.Ташбулатованы хеҙмәттәштәре, ауыл халҡы хөрмәт итә. Айырыуса мәктәп уҡыусылары апайҙарын ярата, сөнки ул балаларҙың һәләтен аса, күңеленә дөрөҫ юл таба белә. Китапхана эшенән тыш район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, ауыл биләмәһенең тормошонда ла ҡатнаша, башҡаларҙы ла ярыштарҙа ҡатнашыуға әҙерләүҙә булыша, “Һабантуй”, “Шәжәрә”, “Һаумыһыһыҙ”, ауылдаштар байрамдарын үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән. “Тамыр” студияһы төшөргән “Ҡолон” фильмына Г.Ташбулатова ҡатнашыусы геройҙарҙы һайлап биреүҙе ойоштороп “Тамыр” студияһынан Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләктәргә лайыҡ була. Тынғыһыҙ Гөлнара ҡәйнәһе Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы менән Тәүәкәс ауылының “Ынйылар” ансамбленә нигеҙ һалыусы, шулай уҡ “Аҡ инәйҙәр” ойошмаһының ағзаһы булып тора. Уның фиҙәҡәр хеҙмәте, ижады емештәре республика, район исеменән һанап бөткөһөҙ Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән билдәләнгән.
Гөлнара Сәғит ҡыҙы ҡул эштәре менән дә булырға ярата. Ул һуңғы ваҡытта күҙ яуын алып торған сәсмәүер һәм түшелдеректәр эшләү менән мауыға. Эшендә генә түгел, тормошонда ла уңған, маһир, бөтмөр ҡатын-ҡыҙ, ире өсөн һөйөклө ҡатын, ҡыҙына яратҡан әсәй. Замана технологиялары үҫешкән саҡта ла китапхананан кеше өҙөлмәүе бик ҡыуаныслы. Китаптар донъяһында эшләүсегә үҙ эшен күңел биреп башҡарыу, һәр кемде яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алып кәрәкле әҙәбиәтте һә тигәнсе табып биреү мотлаҡ. Күпме кешегә мауыҡтырғыс китап донъяһын асҡан, йәшәйештең сере тупланған был донъяға һөйөү уятҡан Гөлнара Сәғит ҡыҙы бөтөн ошо сифаттарға эйә.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: